Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлкәйҙәрең нисек, башҡорт аты?
Хәлкәйҙәрең нисек, башҡорт аты? Төркмәнстан Президенты Сапармурат Ниязов үҙ хакимлығы заманында, ахалтекин тоҡомло төркмән аттарын сит илгә оҙатмаҫҡа, тигән ҡарар сығара. Бойороҡто инҡар итеүселәр хөкөм язаһына тарттырыла. 2006 йылда власҡа килгән Ҡорбануғлы Бирҙемөхәмәтов үҙенән алда килгән Президенттың ҡарарҙарын юҡҡа сығармай, киреһенсә, яңыларын өҫтәй. Ахал оазистарында ер йөҙөндәге иҫ киткес матур аттарҙы һаҡлау буйынса дәүләт ассоциацияһы төҙөлә, апрелдең һуңғы йәкшәмбеһе «Төркмән аты көнө» тип иғлан ителә. Был көндә Ашхабадта ахалтекиндар араһында халыҡ-ара конкурс уҙғарыла. Иң яҡшы текин образын тыуҙырған рәссам, скульптор, балаҫ һуғыусы, зәргәр (ювелир), дизайнер, телеоператор, шағир һәм яҙыусылар араһында еңеүселәр билдәләнә.
Башҡортостан Хөкүмәте 2011 йылдың көҙөндә йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса махсус программа ҡабул итте. Уға ярашлы, республикабыҙ йылҡысылары «Башҡорт аты тоҡомо» стандарттарына тура килгән тоҡомдо яҡлап, сертификат алырға тейеш. Төп бурыстарҙың береһе – таҙа ҡанлы башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү, һаҡлау һәм үрсетеү. Был программа республикала йылҡысылыҡ үҫешенең яңы этабын аса. Ә ғәмәлдә эш нисек?
Башҡортостанда йылҡысылыҡ буйынса тиҫтәнән ашыу тоҡомсолоҡ хужалығы, дүрт тоҡомсолоҡ заводы эшләй. Шулар араһында Өфө районының Ольховка ауылында урынлашҡан 119-сы йылҡысылыҡ заводы республика, Рәсәй ауыл хужалығы даирәләрендә тәрбиәләгән аттары, етештергән ҡымыҙы менән яҡшы таныш. Уның тарихы ла үҙенсәлекле. 1936 йылда тоҡомло аттар үрсетелә башлай бында. Тәүге сиратта стратегик маҡсат күҙ уңында тотола – кавалерия өсөн аттар кәрәк була. Һуңғы йылдарҙа иһә унда таҙа тоҡомло башҡорт өйөрө тупланды. Хужалыҡ бөгөн нисек көн итә? Тоҡомсолоҡ эше нисек ойошторол­ған? Ошо һәм башҡа һорауҙарға заводтың баш зоотехнигы Әкрәм ХӨСӘЙЕНОВ яуап бирә.


Тоҡомдо һаҡлау мотлаҡ

– Беҙ сикләнгән генофонд, йәғни үҙебеҙҙең хужалыҡтағы йылҡы менән генә эш итәбеҙ. Башҡорт атын һаҡлап ҡалыу өсөн кисекмәҫтән республиканың барлыҡ хужалыҡтары, шул иҫәптән шәхси ихаталар буйлап экспедиция ойошторор­ға, таҙа ҡанлы башҡорт аттарын билдә­ләп, уларға электрон ин һалып, иҫәпкә алырға кәрәк. Беҙҙең төп бурыс – селекция, тоҡомсолоҡ эше, тоҡомдо һаҡлау, өйөрҙә көслө үҙәк ядро туплау. Әлбиттә, иң төп маҡсатыбыҙ – таҙа ҡанлы башҡорт атын үрсетеү. Һуңғы йылдарҙа килем сығанағы булараҡ бейә һөтө һауыуҙы арттырһаҡ та, ҡымыҙ етештереү барыбер ҙә икенсел булып ҡала әле. Тоҡомсо­лоҡҡа килгәндә, эше кәмемәй, киреһенсә, был йүнәлешкә иғтибарҙы көсәйттек. Әйтәйек, Совет заманында Башҡорт­остан­да алты башҡорт айғыры­ның тоҡом линияһы бар ине. Иң яҡшы сифаттары нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән Түңгәүер, Спектр, Грозный, Майҙан, Гремучий, Гайрат тигән айғырҙар булды. Гайраттан Бунчук тигән айғыр тыуған. Шул Бунчуктан тыуған бейәләр күп һөт биргән. Грозный матур кәүҙәле, сыҙамлы ат булып танылған. Ул айғырҙы арбаға егеп, көнөнә 120 саҡрым үткәндәр — ыһ та итмәгән. Селекционер менән тикшереп ҡараныҡ, беҙҙә әлеге көндә өс кенә нәҫел – Гайрат, Гремучий һәм Спектрҙың линияһы дауам итә. Тағы ике айғырҙың тоҡом линияһын эшләү өҫтөндәбеҙ.
Барлығы 576 баш йылҡы, шул иҫәптән 250 бейә, 20 баш айғырыбыҙ бар. Быйыл 203 ҡолон алдыҡ.
Һуңғы йылдарҙа айғыр тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бүлә башланыҡ, сөнки уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Башҡортостандың бөтә хужалыҡтарында ла, шул иҫәптән беҙҙең заводта ла, ҡаҙаҡ тоҡомло айғырҙар ҡулланылған. Был алым ҡан яңыртыу өсөн ҡәрҙәш тоҡом­дар, мәҫәлән, башҡорт-ҡаҙаҡ, башҡорт-яҡут, ҡаҙаҡ-яҡут аттары араһында рөхсәт ителә. Әммә төп тоҡомдоң ҡайһы бер сифаттары юғала. Башҡорт атын һаҡлау маҡсатында тышҡы ҡиәфәт – экстерьер өсөн үҫтерелгән айғырҙарҙан ҡотолорға тура килде беҙгә. Хәҙер ҡаҙаҡ тоҡомло айғырҙар юҡ.
Элек Баймаҡ, Учалы райондары хужа­лыҡтарынан айғыр ала инек. Хәҙер ул яҡтарҙа үҫтереү эше һүлпән бара, сөнки яҡшы айғыр тәрбиәләү өсөн дүрт йыл самаһы ваҡыт китә. Йәш тайҙарҙы инәләренә ҡушмайынса, айырым көтөргә кәрәк. Айғыр ике йәштә өйөрә башлай. Йыш ҡына өйөр айғырҙары йәштәрен имгәтеп тә ҡуя. Шуға күрә хужалар үҙҙәренә бер-ике баш ҡалдыра ла ҡалғандарын ике йәш тулыр-тулмаҫтан иткә ебәреп тик тора. Ә улар араһында бик яҡшы айғыр булырҙай йәш мал китә. Хужалыҡтарҙа тоҡомсолоҡ эше һүлпә­нәйҙе. Ә беҙ, республикала башҡорт то­ҡомло аттар үрсетеүсе берҙән-бер ху­жа­лыҡ булараҡ, 2008 йылдан башлап тик үҙебеҙ үҫтергән айғырҙарҙы ҡулла­набыҙ. Тоҡомсолоҡ эше, әлбиттә, иң беренсе нәүбәттә һәр малға тамға һуғыуҙы талап итә. Бөтәһенә лә тамға – тавро һалынған. Хәҙер электрон микрочиптар ҡуябыҙ.
– Рәсми мәғлүмәттәр буйынса ауыл хужалығы университетын тамамлаған 100 студенттың 25-е генә үҙ һөнәре буйынса эшләй, ҡалғандары йә поли­цияға, йә эшҡыуарлыҡҡа китә. Бар күңелен биреп тоҡомсолоҡ менән шөғөл­ләнерҙәй белгестәр һеҙҙә етәме?
– Зоотехнияла өс кеше эшләйбеҙ. Мин – баш зоотехник, тағы ла зоотехник-селекционер, тоҡом иҫәбен алып барыусы техник бар. Әлбиттә, йәнә лә бер-ике белгес килһә, бик яҡшы булыр ине. Штатты тулыландырырға кәрәк. Күп төрлө анализдар алып барабыҙ. Бөтә эш тә миҙгелгә бәйле, йәғни һәр нәмәне сәғәтендә, хатта минутында башҡарып өлгөрөү зарур. Башҡорт тоҡомло аттар­ҙан тыш, юртаҡтарыбыҙ ҙа бар. Йылҡы­сылыҡ заводы булғас, һәр аттың си­фа­тын тәфсирләп яҙып барырға те­йеш­беҙ. Мәҫәлән, айғыр көтөүҙе нисек өйөрә, бейәләрҙе йыямы, таратамы, аттар утлауҙа туямы, һәр бейә күпме һөт бирә, ҡолонон аламы, нисә ай һауыла…
– Башҡортостанда таҙа тоҡомло нисә башҡорт аты ҡалған, тип иҫәп­ләйһегеҙ?
– Аттарҙың иҫәбе тураһында һүҙ йө­рөткәндә бейәләрҙең һанынан сығып эш итәбеҙ. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса яҡын­са 1800–2000 баш таҙа тоҡомло башҡорт бейәһе ҡалған. Әммә ғәмәлдә унан да аҙыраҡтыр, тип уйлайым. Күр­һәткес бик аҙ, биология законы буйын­са, йыл­ҡысылыҡта инәләр һаны 2000-дән дә кәмеһә, хәл хәүефле иҫәпләнә.
– Башҡорт аттары менән ҡыҙыҡ­һыналармы, ҡайҙарҙан килеп алалар?
– Татарстандан, Ырымбур, Төмән, Си­лә­бе өлкәләренән эҙләп киләләр. Ә беҙ үҙебеҙ, чиптарында бер генә күрһәткесе булмаһа ла, ситтән ундай атты ала ал­май­быҙ. Юғиһә тоҡомдо юғалтасаҡ­быҙ. Таҙа тоҡом – сифат гарантияһы.

Үрсетеүселәр түгел, ҡоротоусылар күбәйә…

– Башҡорт аты артабан да кәмемә­һен, уның бәҫе төшмәһен өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк?
– Беренсенән, фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарыу мөһим. Саралар үтә лә китә, тимәһендәр, кемдер унда үҙенә кәрәкле һәм фәһемле мәғлүмәт ала. Үҙебеҙҙең хужалыҡ нигеҙендә генә бөтә Башҡортостандағы башҡорт аттарының яҙмышын тулыһынса белә алмайбыҙ. Беҙ сикләнгән генофонд, йәғни хужалығы­быҙҙағы 576 йылҡы, шул иҫәптән 250 баш бейә, 20 баш айғыр менән генә эш итәбеҙ. 2010 йылда “Башҡорт тоҡомло аттарҙың дәүләт китабы”ның беренсе томы сыҡты. Ул – иҫәпкә алыуҙа тәүге тәжрибә, шуға күрә етешһеҙлектәре лә байтаҡ. Баҫмала ике быуын – атаһы, инәһе, ҡолондары – тураһында ғына мәғлүмәт бирелгән. Китап әлегә башҡорт аттарының шәжәрәләрен, тоҡомон, айғырҙарҙың линияларын терге­ҙеү өсөн тулы түгел. Беҙҙең йылҡысылыҡ заводы, шулай уҡ Вәкил Шириев етәкселегендәге ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты архивтарындағы мәғлүмәттәрҙе ҡул­ланып, башҡорт аттарының 1930 йылдан башланған шәжәрәләрен төҙөп була. Шул мәғлү­мәттәрҙе энәһенән-ебенә тиклем эшкәртер өсөн кәмендә өс теркәүсе кәрәк.
– Республикала йылҡысылыҡ буйынса дүрт тоҡомсолоҡ заводы, тиҫтәнән ашыу тоҡомсолоҡ хужалығы эшләүе башҡорт атының хәле бик үк мөшкөл түгеллеге тураһында һөйләй. Шулай ҙа был өлкәлә һеҙҙе ниндәй мәсьәләләр нығыраҡ борсой?
– Хәҙер ҡайһы бер шәхси хужалыҡ­тарҙа, ипподромдарҙа сабыш аттары үҫтерәләр, йәғни бик яҡшы тоҡомло баш­ҡорт бейәләрен менге айғырҙар менән тороҡторалар. Уларҙың нәҫеле башҡорт атының сыҙамлығын, менге­ләрҙең матур тышҡы ҡиәфәтен үҙләш­терә. Уларҙы башҡорт аты тип та­маша­сыны алдатып сабыштыралар. Башҡорт бейәләренең ғәрәп, тракенин, буденов, дон тоҡомло айғырҙарҙан тыуған ҡолондарын сабыштырыу өсөн генә ҡулланалар. Ундай кешеләрҙе мин «башҡорт атын үрсетеү­селәр» тип түгел, ә «ҡоротоусылар» тип атар инем. Тағы ла шуныһы: башҡорт атын белер-белмәҫ көйөнә «Мин баш­ҡорт атын беләм» тип ҡысҡырып йөрөүселәр күбәйҙе. Ундайҙар үҙҙәрен генә күрһә­тергә теләй, кәсеп итә.
– Башҡорт атын төрлө илдәрҙә, төрлө даирәләрҙә беләләр, әммә нисек уның исемен донъя кимәленә сығарырға, бәҫен, баһаһын күтәрергә?
– Быны дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән ҡарарҙар һәм шул йүнәлештәге эштәр менән генә тормошҡа ашырып була. Хәҙер ер йөҙөндәге иң боронғо, иң таҙа ҡанлы ат булып төркмәндәрҙең ахалтекины һанала. Ул тоҡомға – 5000 йыл. Уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында күбәйтеү маҡсатында ипподром­дарҙа һәм ат заводтарында үрсетә баш­лағандар, һөҙөмтәлә сифаты наса­райған, һаны кәмегән. Бөгөн Төркмән­станда барлығы 5000 баш ахалтекин аты бар, шуларҙың 500-ө Президент ипподромында тәр­биәләнә, төркмән халҡының ҡаҙанышы, милли байлығы булып һанала. Беҙҙә лә аттарға ҡарата шундай һөйөү тәрбиәләргә кәрәк. Йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса бер нисә программа ҡабул ителде. Башҡорт атының проблемаларын күтәреп сығыу – үҙе үк ҙур эш тип һанайым. Күп саралар күрелә башланы. Әммә уларҙы аҙағына еткерер өсөн эшләргә лә эшләргә әле.
– Йылҡысылыҡ буйынса программаны тормошҡа ашырырҙай көстәр бармы?
– Әлбиттә, бар. Күп хужалыҡтар аттарҙың тоҡом линияһын һаҡлай башланы. Беҙҙең йылҡысылыҡ заводында, ғилми институтта йыйылған бар мәғ­лүмәт­те эшкәртер өсөн тағы ла кәмендә өс-дүрт белгес кәрәк, тигәйнек. Шул штат берәмектәрен булдырғанда, республика бюджеты кәмемәҫ ине, тип уйлайым. Таҙа ҡанлы Англия менге аттары тураһында Бөтә донъя дәүләт тоҡомсолоҡ китабы – студбук – бар, уға ошо тоҡомдоң барлыҡ аттары ла индерелгән. Беҙ ҙә башҡорт аттары тураһында шундай китап булдырһаҡ, ул ысын мәғәнәһендә милләт брендына әйләнер ине.

Бренд яҡланырмы?

Йылҡысылыҡ буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтының генетика лабораторияһы мөдире Людмила Храброва: “Башҡорт аттары иң боронғо булып танылыу өсөн дәғүә итергә тулы хоҡуҡлы. Уларҙа башҡа бер тоҡом атын­да ла булмаған генетик мәғлүмәт бар. Тик әлегә ул аҙағынаса тикшерелеп бөтмәгән һәм иҫбат ителмәгән”, – тип белдерҙе. Эпостарҙа “сысҡан һыртлы” булараҡ һүрәтләнгән “башҡорт аты” тигән исем, йәғни, замансалаштырып әйткәндә, мил­ли бренд яҡланырмы, тейешенсә яҡлау табырмы? Әллә башҡорт аты һаман да “аҙ ашар, күп тартыр” йөк аты булып ҡалырмы? Был мәсьәләне беҙ 119-сы йылҡысылыҡ заводы миҫалында асыҡ­ларға тырыштыҡ. Хужалыҡтың тағы ла бер ихтыяжы көн үҙәгендә тора. Ул – ер мәсьәләһе. Был турала һүҙҙе заводтың директоры Рәдиф Халиҡовҡа бирәйек.
— Рәдиф Рәис улы, йылҡы һанын киләсәктә арттырып булырмы?
— Башҡорт тоҡомло өйөрҙө, шул иҫәптән һауын бейәләренең һанын да арттырыр инек, әммә еребеҙ аҙ. Ху­жалыҡтың 2250 гектар майҙанының 250 гектары ғына көтөүлек өсөн бүленгән. Шуның арҡаһында мөмкинлектәребеҙ сикләнгән. Хөкүмәткә биләмәләрҙе киңәй­теүҙе һорап мөрәжәғәт иттек. Йәйен йылҡыларҙы Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Благовар райондарына көтөүгә алып сығабыҙ. Был ғына беҙҙең төп мәсьәләне хәл итмәй. Хужалыҡҡа 4-5 мең гектар ер кәрәк. Хөкүмәт беҙгә финанс яғынан ярҙам итә, әгәр ҙә ер ҙә бүлһә, тулы ҡеүәткә эшләй алыр инек, сөнки ҡымыҙ ҙа етештерәбеҙ, уның менән “Янғантау”, “Йоматау” шифаханаларын, туберкулез диспансерын тәьмин итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа республика етәкселеге тарафынан өйөр йыл­ҡысылығын үҫте­реүҙе, ҡымыҙ етеш­тереүҙе арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан яҡшы программалар ҡабул ителде. Беҙҙең завод Ауыл хужалығы министрлығының, министрҙың беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншиндың ярҙамын тойоп эшләй. Шуға күрә башҡорт атының яҙмышы яҡшы яҡҡа үҙгәреренә ышанам.

Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА әңгәмәләште.


Район: Өфө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873