Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күмәк көс тау аҡтарыр
Күмәк көс тау аҡтарыр “Йәш быуын яңы технологияларҙы камил рәүештә ҡуллана белергә тейеш”, “белем биреү тармағы – иҡтисади үҫештең нигеҙе”, “заман техник белгестәргә ихтыяж кисерә”... Мәғариф өлкәһенә генә түгел, ә тотош йәмғиәт алдына ҡуйылған был бурыстарға Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырыу мөһимлеге лә килеп ҡушыла. Иҡтисади үҫешкә йүнәлтелгән был талаптар араһында балаға туған телде өйрәтеү мәсьәләһе “аҙашып” ҡалмаймы? Белем биреүҙәге яңы стандарттар йәш быуындың төрлө яҡлы үҫешенә нисек тәьҫир итә? Башҡорт теле дәүләт статусында тейешле кимәлдә файҙаланыламы? Милли мәктәптәр ни хәлдә? Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ойошторған сираттағы кәңәшмәлә ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарға яуап эҙләнде.

Йәмәғәт ойошмаһында милли мәғариф мәсьәләһе тәүге тапҡыр күтәрелмәй. Мәғлүм булыуынса, Ҡоролтай респуб­ликаның район-ҡалаларындағы уҡыу йорттары эшмәкәрлеген даими контролдә тота, рейдтар уҙғара, уларҙың йомғаҡ­тары буйынса ҙур кәңәшмәләр ойоштора һәм тейешле сара күрә. Әлеге йыйылышта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫа­ры Салауат Сәғитов, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Президент Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ришат Сабитов, район-ҡала хакимиәт башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, мәғариф идара­лыҡтары етәкселәре ҡатнашҡанын күҙ уңында тотҡанда, һөҙөмтәнең айырыуса емешле булырына ышаныс ҙур.
Күмәк көс тау аҡтарырРеспубликаның дәүләт статусына эйә башҡорт телен уҡытыуҙа проблемалар булды һәм дауам итә тигән фекерҙә кәңәшмәне ойоштороусылар. Башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев үҙ сығышында ошо хаҡта белдереп, мәғлүмәтте аныҡ дәлилдәр менән раҫланы.
– Кәңәшмәгә әҙерлек барышында милли мәғарифтың торошо менән танышыу маҡсатында республиканың 19 район-ҡалаһының 50-нән ашыу мәк­тәбендә һәм балалар баҡсаһында булдыҡ, – тине ул. – Алдан шуны билдәләп үтмәксемен: Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә­һендә дәүләт менән йәмғиәттең килешеп, бер маҡсатта эшләргә тейешлеге, шул саҡта ғына уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге хаҡында белдерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың милли мәғариф өлкә­һендә һаман да бер һүҙгә килә алмайбыҙ. Беҙ ойошторған рейдтар шуны күрһәтте: уҡыу йорттарының күбеһендә туған телде өйрәтеү һүлпән ойошторолған, ҡатмарлы мәсьәләләр артҡандан-арта, ҡайһы бер урындарҙа хатта башланғыс кластарҙа белем биреү урыҫса алып барыла. Отчеттарҙа “башҡорт мәктәбе” тип билдәләнгән учреждениеларҙың байта­ғында балалар “Әлифба”ны ғына үҙе­беҙҙең телдә өйрәнә. Йәш милләт­тәш­тәребеҙ күпләп белем алған ҡайһы бер уҡыу йорттарында хатта йыр дәресенең дә тик урыҫса уҙғарылғанына шаһит булдыҡ. “Ниңә математиканы башланғыс кластарҙа башҡортса уҡытмайһығыҙ?” тигән һорауға күп урында: “Уҡыусыларҙы Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләйбеҙ”, – тип яуапланылар. Мәктәпкә яңы аяҡ баҫҡан баланы БДИ һылтауы менән туған теленән айырыу нимәгә килтерер?
Йәмәғәт, беҙ уҡыусыларҙың урыҫса өйрәнеүенә ҡаршы түгел. Илебеҙҙең дәүләт телен һәр бала камил белергә тейеш. Ләкин был маҡсатҡа әлеге юл менән өлгәшергә тырышыу дөрөҫ түгел, башҡа йүнәлеште табырға кәрәк.
Буранбай Рәфҡәт улы төрлө милләт балаһына белем биреүҙе урыҫ телендә алып барыуҙың ниндәй һөҙөмтәгә килтереүе Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләре миҫалында асыҡ күренгәнен билдәләне. “Ҡасандыр Һәҙиә Дәү­ләтшина, Ғәлимов Сәләм, Сәғит Агиш кеүек шәхестәрҙе үҫтергән был төбәктәрҙән хәҙер әҙәбиәткә, сәнғәткә килгән йәштәр бармы? Юҡ, сөнки таланттар үҫтерелмәй. Ә ғалимдар, социологтар баланы туған телдә уҡытмауҙың ниндәй хәлгә килтереүенә бәйле етди тикшереү уҙғарыу тураһында уйлап та бирмәй”, – тип борсолдо Башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары.
Сығышта билдәләнеүенсә, милли мәғариф мәсьәләһе тейешле кимәлдә тормошҡа ашырылған мәктәптәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, Ф. Мостафина исе­мендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гим­назияһында башланғыс класс уҡыу­сы­лары барлыҡ предметтарҙы туған телендә үҙләштерә. Кластан тыш саралар ҙа башҡортса уҙғарыла. Ошо тәжрибәне, әлбиттә, башҡа милли белем усаҡтарына таратып булыр ине. Ләкин, икенсе яҡтан фекер йөрөткәндә, был эшкә, мәғариф тураһындағы яңы законға ярашлы, мәктәптәргә эргә-тирәлә йәшә­гән балаларҙың мотлаҡ алынырға тейешле­ге аяҡ салыңҡырай. Ҡанун һө­ҙөм­тәһендә милли мәктәпкә төрлө халыҡ балалары тупланғанлыҡтан, дәрестәрҙе башҡортса ғына уҙғарыу мөмкин түгел.
– Шулай ҙа барыһы ла тәү сиратта етәксегә бәйле, – тип билдәләне Буранбай Күсәбаев. – Миҫалға Күмертау ҡалаһындағы бер балалар баҡсаһын килтерәм. Ундағы урыҫ төркөмөндәге кескәйҙәрҙең беҙҙе башҡортса сәләмләп ҡаршылауына, телде белгәнен күрһәтергә тырышыуына һөйөнөп туя алманыҡ. Етәксеһе – мәрйә. “Балалар бәләкәйҙән дәүләт телен белеп үҫергә тейеш”, – ти ул. Шундай аңлы етәкселәр күберәк булһын ине лә бит...
Ил Президенты Владимир Путин һәр сығышында тиерлек йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләү мөһимлеге хаҡында әйтә килә. Туған телендә уҡымаған, шул уҡ ваҡытта ҡулайлаштырыу еленә эләгеп, ситтә белем алырға мәжбүр булған балалар үҙ ерен, милләтен яратып, хөрмәт итеп үҫерме? Башҡортса белмәгән йәш тарихсыларыбыҙ ғилми хеҙмәтен милли баҫмаларҙағы мәҡәләләргә, үҙебеҙҙең китаптарға таянып яҙа алмай, башҡа мәғлүмәт сараларына мөрәжәғәт итһә, данлы үткәнебеҙ зыян күрмәҫ тип кем гарантия бирә ала?
Күренекле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева туған телде “әҙәм балаһына тәбиғәттән бирелгән ҡиммәтле хазина” тип баһаланы. Кеше унан көс-ҡеүәт ала, сәләмәтлеген нығыта.
– Ә бөгөнгө мәғариф баланы I кластан уҡ Хоҙай биргән ошо ҡиммәттән мәхрүм итә, – тине Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. – Был – бик ҙур юғалтыу. Инкубатор себешен күҙ алдына килтерегеҙ. Ул тыуа, үҫә, әммә артабан үҙе йомортҡа баҫа алмай, сөнки йән йылыһын алмаған. Ошондай уҡ күренешкә ҡайһы бер шәжәрә байрамдарында ла шаһит булырға тура килә. Нәҫел ағасы төшөрөлгән ерҙә быға ҡәҙәр бер-береһен күрмәгән өлкәндәр илай-илай таныша, шатлыҡ хистәрен тыя алмай ҡосаҡлашып күрешә, һөйләшеп һүҙе бөтмәй. Ә ситтә балалары тора. Уларҙың бер ниҙә лә эше юҡ, битарафлыҡтары йөҙөнә сыҡҡан. Ни хәл итәһең: йән йылыһы алмай үҫкән бит улар...
Туған телендә уҡытмағанлыҡтан, талантлы милләттәштәребеҙҙе юғалтабыҙ. Әйтәйек, бөгөн ни өсөн ҡайһы бер данлыҡлы йырсыларыбыҙ үҙ халҡыбыҙға хеҙмәт итмәй? Туған телендә сығыш яһаһа, башҡорт сәнғәтен донъя кимәленә сығарыр ине бит улар.
Халҡыбыҙҙың борондан килгән медицинаһы, мәҫәлән, өшкөрөү, ҡот ҡойоу ғилми кимәлдә өйрәнелмәй. Ә Ҡытай фэн-шуйҙы ниндәй юғарылыҡҡа күтәрҙе! Беҙҙең милли аш-һыуҙың (күбек майы, ҡыҙыл эремсек, ҡорот һәм башҡалар) файҙаһын ғилми йәһәттән өйрәнеү ҙә тотош донъя халҡы өсөн әһәмиәтле булыр ине. Медицина университетында эшләгән бер милләттәшебеҙгә ошо тәҡдимде әйткәйнем, ул: “Апай, мин бит урыҫса уҡыным, башҡорт донъяһы менән бигүк таныш түгелмен”, – тип яуап бирҙе. Телде белмәү бына шулай милләтте үҫештән туҡтата, бөйөк асыш­тарҙан мәхрүм итә.
Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, был мәсьәләләрҙе бер­гәләп хәл итергә кәрәк, тип билдәләне.
– Барыһын да белем биреү тармағына “өйөү” дөрөҫ түгел, – тине ул. – Мәғариф үҙаллы ғына йәшәмәй, ул донъяның бөтөн өлкәләренә бәйле. Мәҫәлән, социаль-иҡтисади үҫештән туҡталып ҡалған ауылда мәктәп тотоп булмай.
Республикала милли мәғарифты үҫтереү буйынса эш алып барылмай, тип әйтеү мөмкин түгел. Быны уҡыусыларға, педагогтарға иғтибар, улар араһында ойошторолған төрлө конкурстар, ғилми-ғәмәли конференциялар, мәҙәни байрамдар, ярыштар, белемде камиллаштырыу мөмкинлеге һәм башҡа саралар аныҡ дәлилләй.
Барлыҡ предметтарҙы туған телдә уҡытыуға килгәндә, был – иң ауыр, сетерекле мәсьәләләрҙең береһе. Мәҫәлән, физикалағы берәй ҡатмарлы төшөнсәне башҡортсаға әйләндереп ҡарағыҙ әле. Уҡыусыға был ауырлыҡ тыуҙырмаҫмы? Ғөмүмән, туған телдә белем биреү мәсьәләһе ғалимдар тарафынан етди өйрәнелергә, тикшерелергә тейеш.
Башланғыс кластарға килгәндә, улар берҙәм дәүләт стандарттары буйынса уҡытыла. Ҡанундан ситкә китергә ха­ҡыбыҙ юҡ. Дәғүә депутаттарға белдере­лергә тейеш, законға үҙгәрештәр индереү – уларҙың иңендә.
Кәңәшмәлә сығыш яһағандар араһынан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова телде, мәҙәниәтте үҫтереү эшенең тотош милләттең бурысы булыуын, йәштәргә айырыуса ҙур иғтибар бүлеү мөһимлеген билдәләне.
– Бөгөн һәр халыҡтың яҙмышы – үҙенең ҡулында, быны барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ, – тине ул. – Һәр кем үҙ урынында яуаплылыҡ тойоп эшләргә тейеш. Үҫеште кемдәндер көтөп ултырырға түгел, ә уға өлөш индерергә бурыслыбыҙ.
Баш ҡала хакимиәте башлығы урын­баҫары Сынтимер Баязитов, Өфөлә башҡорт телен үҫтереү буйынса йылдар дауамында төрлө яҡлы ҙур эш алып барылғанлығын билдәләп, йәмәғәтсе­лекте ҡалала ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Башҡарма комитеттың мәғариф һәм фән ко­миссияһы рәйесе Фәнзил Санъяров башҡорт телен өйрәнгән уҡыусыларҙың отчеттарҙағы һан күрһәткесенә шик белдерһә, Ҡоролтайҙың йәш ағзалары Өфө районының Шамонин ауылында милли балалар баҡсаһы булмау мәсьә­ләһен күтәрҙе. Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев иһә рухи ҡиммәттәребеҙҙе ҡурсалауҙа матбуғат баҫмаларының тос өлөшөн билдәләне.
– Башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереү йәһәтенән республикала ҙур эш алып барыла. Изге маҡсатты тормошҡа ашы­рыуға тос өлөш индергән һәр кемгә Башҡортостан Хөкүмәте исеменән рәхмәт белдерәм, – тине үҙ сығышында вице-премьер Салауат Сәғитов. – Күптән түгел башҡарылған эштәргә генә килгәндә, мәҫәлән, республика Пре­зидентының Указына ярашлы Сибайҙа “Урал батыр” үҙәге асылды. Киләһе йыл көтөлгән саммиттар алдынан “Башҡорт ауылы” тигән этноауыл төҙөләсәк. Энциклопедиялар, тарихҡа, мәҙәниәткә ҡағылышлы том-том хеҙмәттәр донъя күрә. Бындай эштәр, әлбиттә, телде, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлау йәһәтенән атҡарыла.
Милли мәғарифҡа килгәндә, барлыҡ ғәйепте министрлыҡҡа япһарыу дөрөҫ түгел. Күп нәмә ғаиләгә бәйле. Әйтәйек, баланы милли мәктәпкә министр ҙа, хакимиәт башлығы ла, Ҡоролтай вәкиле лә етәкләп алып бара алмай, бындай мәсьәләне тап ата-әсә хәл итә. Ә инде арабыҙҙа балаһын туған телендә һөйләшергә өйрәтмәгән, ғаиләлә баш­ҡортса аралашмаған милләттәш­тәре­беҙҙең барлығын иҫәпкә алғанда, тәү сиратта үҙебеҙҙең кешелек бурыстарына күҙ һалыу мөһимлеген аңларға кәрәк. Дәүләт, йәмәғәт ойошмалары һәм халыҡ кәңәшләшеп эшләргә бурыслы. Улар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә, аңлашып йәшәһә, бөгөнгө йыйылышта күтәрелгән мәсьәләләр, һис шикһеҙ, ыңғай хәл ителер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873