Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Пенсия һәм пособиелар индексациялана
2012 йылда хеҙмәт пенсияларын ике тапҡыр индексациялау көтөлә. 1 февралдән хеҙмәт пенсияһы 7 процентҡа үҫергә тейеш. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда уртаса хеҙмәт пенсияһы күләме 560 һумға артасаҡ һәм 8560 һум тәшкил итәсәк, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме — 8900 һум. Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, республикала 1 миллион кеше 2 февралдән пенсияны яңы күләмдә ала башланы. 1 апрелдән уның йәнә 2,6 процентҡа арттырылыуы көтөлә.
Бынан тыш, август айында эшләүсе пенсионерҙарҙың хеҙмәт пенсияһына ҡайтанан иҫәпләү үткәрелә. Өҫтәмәләр күләме төрлөсә буласаҡ, уның дәүмәле эш хаҡына һәм күсерелгән пенсия иғәнәләренә бәйле. Бына бер нисә йыл инде иҫәп-хисап автоматик рәүештә башҡарыла, шуға күрә Пенсия фондына ғариза яҙыуҙың һис кәрәге юҡ.
Дәүләт тәьминәте буйынса, шул иҫәптән социаль пенсияларҙың, 1 апрелдән 14,4 процентҡа артыуы көтөлә. Шул осорҙан айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләмен 6 процентҡа индексациялау күҙаллана. Иҫәпләүҙәр буйынса, 2012 йыл аҙағына хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме илдә — 9 394 һум, социаль пенсия 5 952 һум тәшкил итергә тейеш.
2012 йылда пенсияның тупланма түләүҙәрен тәүге тапҡыр биреү башлана. Үҙгәрештәр, хаҡлы ялдағы һәм оҙаҡламай пенсияға сығасаҡ өлкәндәрҙән тыш, эш биреүсе-страховкалаусыларға ла ҡағыласаҡ. Йыл башынан Рәсәй Пенсия фондында страховка иғәнәләре ставкаһы 26-нан 22 процентҡа тиклем кәметелде.
Әсәлек капиталы 1 ғинуарҙан 6 процентҡа индексациялана һәм 365,66 мең һумдан 387,6 мең һумға тиклем күтәреләсәк. Балалар пособиелары индексацияланғандан һуң түбәндәге күләмдә буласаҡ: медицина учреждениеһына иртә срокта иҫәпкә баҫҡан йөклө әсәләргә бер тапҡыр бирелеүсе пособие — 465,20 һум; йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие (бала тапҡанға ҡәҙәр 70 һәм сабый донъяға килгәндән һуң 70 көн эсендә уртаса эш хаҡының 100 проценты түләнә) — пособиеның сикке күләме — 36 563 һум; бала тыуғанда йәки сабыйҙы ғаиләгә тәрбиәгә биргәндә бер тапҡыр түләнеүсе пособие — 12 405, 32 һум; хәрби хеҙмәткә саҡырылыусының йөклө ҡатынына түләнеүсе айлыҡ пособие — 8 419,34 һум; баланы 1,5 йәшкә тиклем тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособиеның минималь күләме: тәүге бала өсөн — 2 326 һум; икенсе һәм артабанғы бала өсөн — 4 651, 99 һум. Ошо пособиеның максималь күләме (эш хаҡының 40 проценты) — 14 625 һум.

Хаҡтар ҡайһы яҡҡа ауышыр?

Яңы йылдың икенсе яртыһынан араҡы, тәмәке һәм бензинға хаҡтар бер ни тиклем артырға тейеш, тип иҫәпләй белгестәр. Был хәл 2012—2013 йылдарға акциздарҙы ҡайтанан ҡарау менән бәйле.
Сентябрь айында Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып китеүе лә ихтимал. Был хаҡтағы протоколға 2011 йылдың 16 декабрендә Женева ҡалаһында ҡул ҡуйылды. 220 көн үткәндән һуң Рәсәй протоколды ратификацияларға тейеш һәм 30 көн үтеүгә ил Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы булып китәсәк. Ике тиҫтә йылға яҡын дәүерҙә ошо сауҙа ойошмаһына ҡушылыу хаҡында әллә күпме һөйләшеү алып барылыуына ҡарамаҫтан, күптәрҙе һаман да “ни өсөн кәрәк булды әле беҙгә был донъя сауҙа ойошмаһы?” тигән һорау борсой.
Донъя күләмендәге ҙур сауҙа ойошмаһына ҡушылыуҙан барыһынан да элек ябай ҡулланыусы отасаҡ, тип фаразлай белгестәр.
Тарифтар кәмеүе иҫәбенә сит илдән индерелгән күп кенә тауарҙарҙың арзанайыуы, ә тауар төрҙәренең байтаҡҡа артыуы күҙаллана. Улар иҫәбендә — сит илдәрҙә етештерелгән дарыу, медицина ҡорамалдары, косметика, һабын һәм йыуыныу әйберҙәре. Тәүге өс йылда компьютерҙарға пошлина һалынмаясаҡ, ә көнкүреш электр тауарҙарына, электроникаға уның 15 проценттан 7-9 процентҡа кәмеүе көтөлә. Сит илдән индерелгән аяҡ, өҫ-баш кейемдәре лә һиҙелерлек арзанайырға тейеш. Диңгеҙ аҙыҡ-түлеген, шоколад, тропик емештәрҙе илгә индереү ҙә арзанға төшәсәк, әммә тарифтарҙы кәметеү һөҙөмтәһендә хаҡтарҙың күпмегә түбәнәйеүен әле билдәләү ауыр, ти белгестәр. Пошлинаның тауар хаҡында күпме өлөш тәшкил итеүенән, сауҙагәрҙәрҙең тәртибенән дә күп нәмә тора, тип иҫәпләй улар.
Өҫтәүенә илебеҙҙә етештерелгән продукцияны сит илгә экспортлау күпкә еңеләйәсәк. Әле беҙҙең предприятиеларға ҡарата ҡулланылған санкцияларҙан йыллыҡ юғалтыу 2 миллиард һум тәшкил итә. Хоҡуҡтарҙы ҡыҫыу, дискриминациялау дәрәжәһе буйынса Рәсәй донъяла Ҡытайҙан ҡала икенсе урында тора. Әгәр ҙә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы булһаҡ, беҙ үҙебеҙҙең етештереүселәрҙе тышҡы баҙарҙа яҡшыраҡ һаҡлай алыр инек. Металлургтар, химик ашлама етештереүселәр, нефтселәр өсөн был бик мөһим. Экспорттың артыуы етештереүселәрҙең килеме күбәйеүенә, ҡаҙнаға һалымдың тосораҡ инеүенә булышыуы бәхәсһеҙ, тимәк, дөйөм алғанда халыҡтың тормош сифатының яҡшырырына, көнкүреш шарттарының еңеләйеренә өмөт бар.
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы баһалауынса, ил экспорты өсөн ҡаршылыҡтарҙың бөтөрөлөүе 40 меңдән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килеүенә этәргес буласаҡ. Әммә эксперттар иҡтисадтың ҡайһы бер йүнәлештәрендә сауҙа ойошмаһына ҡушылыуҙың кире эҙемтәләрен дә билдәләй. Уларҙың фекеренсә, аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт предприятиелары һәм фармацевтика компанияларын алда ҙур һынауҙар көтә. Хәлде йомшартыу, тәьҫирле яҡлау саралары күреү өсөн Хөкүмәт ҡарамағында ярты йыл самаһы ваҡыт бар.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә