Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Саммиттар киң танытасаҡ
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “РБК” телеканалының тура эфирында “Давыдов. Индекс” тапшырыуын алып барыу­сы Леонид Давыдовтың һорауҙарына яуап бирҙе. Әңгәмә барышында бренд темаһы ла күтәрелде. Киләһе йыл Өфөлә ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттары үткәрелеүгә бәйле журналист республика башлығынан: “Башҡортостан логотибы ҡасан барлыҡҡа килер? Ошо бренд ҡасан үҫтерелер? Республика брендтарына, логотиптарына заказ бирелгәнме?” — тип һораны.
Рөстәм Хәмитов был йүнәлештәге эштең әлегә сикле генә алып барылыуын билдәләне.
– Беҙҙә үҙ бренды булған бер нисә ҡала бар. Ғөмүмән, нимә ул бренд һәм уның файҙаһы бармы? Әлегә ошоно муниципаль кимәлдә тикшерәбеҙ. Ике-өс ҡала бик матур һәм ҡыҙыҡлы брендтарын булдырҙы. Ләкин быға бәйле эш әлегә һүлпән бара, — тине республика Президенты.
Уның фекеренсә, “Башҡортостан” һәм “башҡорт” төшөнсәләре үҙе үк сифат, яҡшы продукция билдәһен сағылдыра. Башҡорт балы, Башҡортостан нефте, Башҡортостан игене, Башҡортостан һөтө... Был йәһәттән беҙҙең бренд бар.
Рөстәм Хәмитов сит илдәрҙә беҙҙе лә, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрен дә бик аҙ белеүҙәрен билдәләне.
– Мәскәү, Санкт-Петербург, Волга, Урал, Себер — сит илдә ошо бер нисә һүҙ генә яҡшы таныш. 2015 йылдың йәйендә уҙғарыласаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттары Башҡортостанды ла, Өфө ҡалаһын да танытыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек, әлбиттә. Беҙ күп эшләйбеҙ, төрлө роликтар сығарабыҙ, уларҙы күрһәтәбеҙ, донъя буйлап йөрөтәбеҙ, форумдарҙа ҡатнашабыҙ. Республика танылыу яулай, — тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитовтың “РБК” телеканалына интервьюһы Башҡортостан Президентының рәсми сайтында бирелгән.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә