Саммиттар киң танытасаҡ19.12.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “РБК” телеканалының тура эфирында “Давыдов. Индекс” тапшырыуын алып барыусы Леонид Давыдовтың һорауҙарына яуап бирҙе. Әңгәмә барышында бренд темаһы ла күтәрелде. Киләһе йыл Өфөлә ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттары үткәрелеүгә бәйле журналист республика башлығынан: “Башҡортостан логотибы ҡасан барлыҡҡа килер? Ошо бренд ҡасан үҫтерелер? Республика брендтарына, логотиптарына заказ бирелгәнме?” — тип һораны.
Рөстәм Хәмитов был йүнәлештәге эштең әлегә сикле генә алып барылыуын билдәләне.
– Беҙҙә үҙ бренды булған бер нисә ҡала бар. Ғөмүмән, нимә ул бренд һәм уның файҙаһы бармы? Әлегә ошоно муниципаль кимәлдә тикшерәбеҙ. Ике-өс ҡала бик матур һәм ҡыҙыҡлы брендтарын булдырҙы. Ләкин быға бәйле эш әлегә һүлпән бара, — тине республика Президенты.
Уның фекеренсә, “Башҡортостан” һәм “башҡорт” төшөнсәләре үҙе үк сифат, яҡшы продукция билдәһен сағылдыра. Башҡорт балы, Башҡортостан нефте, Башҡортостан игене, Башҡортостан һөтө... Был йәһәттән беҙҙең бренд бар.
Рөстәм Хәмитов сит илдәрҙә беҙҙе лә, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрен дә бик аҙ белеүҙәрен билдәләне.
– Мәскәү, Санкт-Петербург, Волга, Урал, Себер — сит илдә ошо бер нисә һүҙ генә яҡшы таныш. 2015 йылдың йәйендә уҙғарыласаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттары Башҡортостанды ла, Өфө ҡалаһын да танытыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек, әлбиттә. Беҙ күп эшләйбеҙ, төрлө роликтар сығарабыҙ, уларҙы күрһәтәбеҙ, донъя буйлап йөрөтәбеҙ, форумдарҙа ҡатнашабыҙ. Республика танылыу яулай, — тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитовтың “РБК” телеканалына интервьюһы Башҡортостан Президентының рәсми сайтында бирелгән.