Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА: “БАЛ ҠОРТОЛАЙ ХЕҘМӘТ ИТҺӘК, УМАРТАБЫҘ ТӨҘӨК, НЫҠ БУЛЫР!”
Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА:  “БАЛ ҠОРТОЛАЙ ХЕҘМӘТ ИТҺӘК,  УМАРТАБЫҘ ТӨҘӨК, НЫҠ БУЛЫР!” Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы тамамланыуға табан бара. Ошо уңайҙан илдә, республикала ниндәй эштәр атҡарылған, был өлкәне алға әйҙәр күренештәр бармы? Мәҙәниәт сәхнә тормошо, гастролдәр, йыр-моң менән генә сикләнмәй, ә дөйөм халыҡтың мәҙәни торошо ниндәй кимәлдә? Киләһе йылдың, мәҙәниәттең дауамы булып, әҙәбиәткә арналыуын да иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзите “тура бәйләнеш” ойошторҙо.
8 декабрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, философия фәндәре докторы Зөһрә Йыһанур ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНА гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Ошо һөйләшеүҙе гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.


– Һаумыһығыҙ, Зөһрә Йыһанур ҡыҙы! Һеҙгә Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынан Владик Ҡыҙрасов шылтырата. Киләһе йылды Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы тип иғлан иттеләр. Бына ошо уңайҙан һорау биргем килгәйне. Танылған шағирәбеҙ Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева күптән халыҡ шағирәһе ул! Мине борсоғаны шул – исемде рәсми рәүештә тапшырып булмаҫмы икән? Таланттарҙы ваҡытында күтәрә белергә кәрәк! Был күптән хәл ителергә тейешле мәсьәлә бит. Шуны иғтибарға алһағыҙ ине!

– Владик ағай, Тамара Ғәниева беләм, уның ижады менән дә яҡшы танышмын. Ул беҙҙең Башҡортостанда, башҡорт йәшәгән һәр төбәктә билдәле шағирә. Һеҙҙең борсолоуығыҙ урынлы, тип иҫәпләйем. Әлбиттә, был һорауҙы айырым иғтибарға алырбыҙ. Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә был йүнәлештә эшләрбеҙ!

– Һеҙҙең иғтибарға бер шиғыр ҙа уҡып китергә мөмкинме?

– Әйҙәгеҙ, уҡығыҙ! Йәш саҡта мин дә шиғырҙар яҙа торғайным. Рәхим итегеҙ!

– Ҡар бурандары уҙыша,
Эй, тыуҙыша, эй, уҙыша
Мөхәббәт бурандары.
Ҡар бурандары уйнайҙар,
Ҡарһылыу туғандары.
Эй, туҙыша, эй, уҙыша
Ҡыштың аҡ бурандары!
Иғтибарығыҙға рәхмәт!

– Үҙегеҙгә рәхмәт! Ҡыш сәләмдәре еткереп, күңелде күтәреп ебәрҙегеҙ!

– Һаумыһығыҙ, Зөһрә ханым! Миәкә районынан Гөлзифа шылтырата. Мәҙәниәт йылында Рәсәй кимәлендә ниндәй ыңғай эштәр башҡарылды?

– Рәсәй Президенты Указы менән уҙғарылған Мәҙәниәт йылы, әлбиттә, ыңғай һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалманы. Төбәктәрҙә мәҙәниәткә ҡарата яңы ҡараш тыуҙы, геосәйәси хәлдәр ваҡытында, йәш быуындың рухы ҡаҡшар мәлдә, беҙ, ниһайәт, бер хәҡиҡәткә төшөндөк. Мәҙәниәт – ул йәшәйештең һәр тармағы нигеҙе. Элек-электән мәҙәниәткә мөнәсәбәт иң һуңғылар рәтендә булды, уны финанслау ҙа түбән кимәлдә ине. Әммә әхлаҡһыҙ, рухиәтһеҙ йәмғиәттең кимәле нисек түбән тәгәрәгәнен беҙҙең һәр беребеҙ күреп, ишетеп тора. Мәҙәниәт бит ул сәхнәлә, артистар, йырсылар, бейеүселәр, балет, симфоник музыка йөҙөндә генә сағылыш тапҡан күренеш түгел, ә киң мәғәнәле төшөнсә – рух, уй, хистәр, башҡалар менән аралашыу мәҙәниәте бар. Йәш быуын китап уҡыу мәҙәниәте хаҡында онотоп та бара, ахырыһы. Шуға күрә Мәҙәниәт йылында төбәктәрҙә күп халыҡ йәлеп ителгән сараларға мөмкин тиклем иғтибар бүлергә тырышылды, ил һәм төбәк бюджеттарын да мәҙәниәткә аҡса бүленде, был позициялар киләсәктә лә һаҡланасаҡ. Унан тыш, сәнғәт әһелдәренә ижади проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар бирелде. Башҡортостан Президенты грантына ниндәй күркәм саралар үткәрелде – өр-яңы ижади эштәр яңы мәҙәни традицияларға юл һалды. Һеҙ үҙегеҙ уның шаһиты булдығыҙ!
Эйе, Интернет йәш быуындың иғтибарын яулаған, халыҡтарҙың милли асылы юғала барғандай, әммә 2014-те Мәҙәниәт йылы тип иғлан итеү, тәү сиратта, тап ошо өлкәгә булған кире ҡарашты юйып ташлап, яңы фекер уята алыуы менән ҙур әһәмиәткә эйә. Йәмғиәттең аңына яңы мәғлүмәт һалына – мәҙәниәтһеҙ кешелектең киләсәге юҡ. Кешене кеше иткән сифаттар ҙа тап әҙәпкә, рухи торошҡа бәйле. Халыҡ, йәштәр шуны аңларға тейеш: бер-беребеҙгә булған мөнәсәбәттән башлана мәҙәни йәмғиәттең төҙөклөгө! Рухи тотороҡлолоҡ булмаһа, беҙҙең дәүләт үҙ-үҙен яҡлай, ҡарай, халҡы ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә, туйындыра ла алмаясаҡ.
– Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, беҙҙә, ысынлап та, шулай шәп эштәр башҡарыламы, әллә маҡтанырға яратабыҙмы Мәҙәниәт йылында саралар күп булды тип?
– Беҙҙә, ысынлап та, тормош кимәле, Рәсәйҙең бүтән төбәктәре менән сағыштырғанда, күпкә юғары: баҫыуҙарҙа иген үҫә, юлдар төҙөкләндерелә, ҡайҙа ҡарама, төҙөлөш бара, ауылдарыбыҙ төҙөк, береһенән-береһе матурыраҡ йорттар һалына. Ҡайһы ваҡыт бөтә Рәсәй төбәктәре лә шулай матур йәшәһә, яҡшы булыр ине, тигән уй килә башҡа. Беҙ хатта йолаға әйләнгән бик күп мәҙәни сараларға өйрәнеп киткәнбеҙ. Был хаҡта Президентыбыҙ ҙа ҡабатлап тора. Әлбиттә, бер йыл эсендә генә әллә нисәмә йыл дауамында ҡалыплашҡан фекерҙе юйып ташлап булмай, әммә бына ошо йыл – мәҙәниәткә, мәҙәнилеккә булған яңы ҡараштың башланғысы. Башҡортостандағы яңы проекттарҙы ғына алғанда ла, бөтә Рәсәйгә ыңғай миҫал итеп һөйләрлек. Әйткәндәй, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бик матур фекер әйтте: Мәҙәниәт йылы тамамланмай, ул мәңгелеккә килде! Беҙҙә мәҙәниәт өлкәһен финанслау әллә күпмегә артты, дәүләт ҡаҙнаһына бер һалынғас, ул аҡсалар, кире ғәмәлдәр башҡарып тормаясаҡтар бит.

Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА:  “БАЛ ҠОРТОЛАЙ ХЕҘМӘТ ИТҺӘК,  УМАРТАБЫҘ ТӨҘӨК, НЫҠ БУЛЫР!”– Хәйерле көн, Зөһрә ханым! Һеҙҙе Кәрим Булатов тигән кеше борсой! Моғайын, мине хәтерләйһегеҙҙер: коммуникатив уҡытыуҙы индерергә кәрәк, тип йөрөгән кешемен.
– Һаумыһығыҙ. Эйе, эйе, һеҙ яҡшы хәтерләйем. Әле мәғарифта эшләгәндә үк һеҙҙең менән фекер алышҡан бар ине.
– Коммуникатив уҡытыуҙың цивилизация өсөн иҫке нәмәгә әйләнеп китеүе ихтимал, шуға күрә беҙҙең төбәктә уны индереп ҡарарға кәрәк ине. Рәсәйҙә был эш менән шөғөлләнеүселәр юҡ бит инде. Министрҙа ла булдым, әммә әлегә был хаҡта ыңғай хәбәр ишеткәнем юҡ. Һеҙ ярҙам итеп ебәрә алмаҫһығыҙымы икән?
– Кәрим ағай, мөмкин булһа, һеҙ минең исемгә хат яҙығыҙ әле. Өфөнөң Цюрупа урамындағы 17-се йортҡа ебәрһәгеҙ, ул миңә бик тиҙ арала килеп эләгер. Дәүләт ойошмаларына булһынмы, шәхси йәмғиәттәргә һүҙ әйтергә уйлаһаҡ та, һәр мөрәжәғәт рәсми хаттан башланып китә. Тиҙ арала министр менән дә һөйләшербеҙ. Бәлки, тәжрибә уртаҡлашып, уҡытыусылар менән фекер алышып, методик ҡулланмалар табып, берәй майҙансыҡ асып та ебәрергә булыр. Белеүемсә, был бит һеҙҙең тарафтан һынау үткән алым! Шуға күрә ошо рәүешле эште башлаһаҡ, дөрөҫ булыр.
– Зөһрә апай, һаумыһығыҙ! Һеҙҙе Башҡорт дәүләт университеты студенты Венера борсой. Хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙары бик әүҙем бит инде. Һеҙ машина йөрөтәһегеҙме? Руль артындағы гүзәл затҡа ҡарашығыҙ нисек?
– Эйе, машина йөрөтәм. Хатта үҙемде ҡағиҙәләрҙе тотҡан, бик иғтибарлы водитель тип иҫәпләйем. Аллаға шөкөр, юлда төрлө хәл-ваҡиғаларға тарығаным юҡ. Хатта үҙем менән ғорурланып та ҡуям: ”Ҙур, тимер, аңһыҙ машина бер бәләкәй генә аҡыллы ҡатынды тыңлай, теләйем икән, уңға, теләйем икән, һулға борам үҙен”. Хәҙерге заман ҙур тиҙлек менән алға атлай, шуға күрә ҡалала, ҙур мегаполистарҙа ҡатын-ҡыҙға балаларын ҡайҙалыр йөрөтөп, үҙенең эше менән шөғөлләнеп тә өлгөрөргә кәрәк. Шуға күрә мин гүзәл заттың руль артына ултырыуына заман талабы тип ҡарайым. Ҡағиҙәләрҙе беләһең, яуаплылыҡ тояһың икән, ниңә ултырмаҫҡа ти! Руль артындағы ҡатын-ҡыҙ тураһында ир-ат бик шаяртһа ла, ҡатын-ҡыҙ үҙен юлда күпкә яуаплыраҡ тота, ти белгестәр.
– Зөһрә Йыһанур ҡыҙының кеҫә телефонында Башҡортостан артисының йыры яңғырап китте. Үҙебеҙҙең көйҙәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙме?
– Был турала һүҙҙең булыуы мөмкин дә түгел. Күберәк Мәскәүҙә йәшәһәк тә, беҙ Башҡортостаныбыҙҙы бик һығынабыҙ. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, һәр күренеште, кешеләрҙе, ҡылыҡтарҙы туған еребеҙ, унда йәшәүселәр менән сағыштырабыҙ. Беҙҙә, ысынлап та, кешеләр матур ҙа, талантлы ла. Телефонымда ла, машинала ла – башҡорт йырҙары, һәр ерҙә үҙебеҙҙең моңдарҙы тыңлайым. Уларҙан үҙемә көс-дәрт, илһам алам. Ошо мөхиттә йәшәгәндә, бәлки, уның әһәмиәте лә һиҙелмәй торғандыр, әммә туған ереңдән алыҫта тап халыҡ йырҙары, үҙебеҙҙең артистарҙың тауышы йәнгә дауа ул!
– Һаумыһығыҙ? Кем менән һөйләшәм әле мин?
– Был “Башҡортостан” гәзите ойошторған “тура бәйләнеш”. Зөһрә Рәхмәтуллина тыңлай һеҙҙе!
– Һаумыһығыҙ, Зөһрә Йыһанур ҡыҙы. Һеҙҙе яҙыусы Спартак Ильясов борсой ине. Яҙыусыһыҙ шиғриәт тә, кино сәнғәте лә, драматургия ла, проза ла, опера ла юҡ! Әгәр ҙә инде ул әҫәрҙәр булмаһа, мәҙәниәт йорттары ла, хатта министрлыҡ та кәрәкмәҫ ине. Әммә Яҙыусылар союзына ҡараш бик насар. Ошо мәсьәләгә Рәсәй етәкселегенең иғтибарын йәлеп итергә кәрәк ине. Яҙыусылар союзын йәмәғәт ойошмаһы итеп ситкә типкәндәр, ә бит әҙиптәр ҙур эштә башҡара. Дәүләт ойошмаһы итеп булмаҫ инеме икән уны? Унда эшләүселәрҙең эш хаҡы бик түбән, гонорарҙар юҡ иҫәбендә. Милли китаптарҙы нәшер итеүгә аҡса аҙ бүленә. Былай барһа, Рәсәйҙе киләсәктә ни көтә һуң?
– Һорауҙарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Күренеп тора, һеҙ әҙәбиәт өсөн бик борсолған кеше. Яҙыусылар союзы – йәмәғәт ойошмаһы, уға дәүләт статусын биреү мәсьәләһе - бик ҡатмарлы мәсьәлә. Был һорауҙар буйынса хат менән мөрәжәғәт итеү зарур. Минең исемгә яҙып ебәрһәгеҙ ине мөрәжәғәттәрегеҙҙе. Киләһе йыл Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылы, шуға күрә һеҙ күтәргән һорауҙар бик урынлы. Башҡортостанда ла, Рәсәй кимәлендә лә бындай ижади ойошмалар ифрат күп.
Яҙыусылар союзы йыл һайын республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, үҙенең эшмәкәрлегенә хөкүмәттән субсидия ала. Әйткәндәй, быйыл беҙҙең Мәҙәниәт министрлығы Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше министрлығы уҙғарған конкурста ҡатнашып, “Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу” программаһы буйынса ун алты миллион һумдан ашыу грант күләмендә отҡан. Шул аҡсаның һигеҙ миллионы төрлө йәмәғәт ойошмаларына таратып бирелгән, шул рәттән Башҡортостан Яҙыусылар союзына ла. Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәте буйынса, йәмәғәт ойошмаларына бына ошондай адреслы ярҙам һәр ваҡытта ла көнүҙәк. Был һорауҙарығыҙҙы республиканың ведомство, учреждениелары менән ҡарарбыҙ. Бик әсенеп бирҙегеҙ һорауҙарҙы, мөмкин тиклем һәр береһенә асыҡлыҡ индерергә тырышырбыҙ.
– Һаумыһығыҙ әле! Ғафуриҙан Флүрә апай булам. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, юҡ ваҡытығыҙҙы бар итеп, ошондай сарала ҡатнашҡанығыҙға рәхмәт!
– Һаумыһығыҙ, Флүрә апай! Рәхмәт йылы һүҙҙәрегеҙгә. Ниндәй мәсьәлә борсой һеҙҙе?
– Мәҙәни тормошһоҙ донъяны күҙ алдына ла килтереп булмай! Егерме ике ауылды, алты мең кешене хеҙмәтләндергән Еҙем-Ҡаран ауылындағы “ашығыс ярҙам” хеҙмәтен ябып ҡуйҙылар. Әллә Мәҙәниәт йылында шулай булырға тейеш, тип иҫәпләнеме икән етәкселәр? Эшләп йөрөгән кешеләрҙе төрлөһөн-төрлө ергә таратып ебәрҙеләр: береһен – Краснусолға, икенсеһен – Сәйетбабаға, өсөнсөһөн әллә ҡайҙа шунда. Сәләмәт кешеһеҙ мәҙәниәтте күҙ алдына килтереп булмай бит. Хәҙер үлгәне үлә, ҡалғаны ҡала булды инде. Һеҙҙең кеүек депутат, ҙур кешеләр генә ярҙам итмәһә, белмәйем ни шләргә.
– Флүрә апай, һеҙҙең мөрәжәғәт буйынса урындағы етәкселеккә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына хат яҙырмын. Ниндәйҙер етди сәбәптәре, бәлки, барҙыр был осраҡтың. Һорауығыҙға мотлаҡ яуап бирергә тырышырмын.
– Тағы ла бер һорауым бар ине бит әле. Беҙҙең данлыҡлы Еҙем-Ҡаран ауылы Мәжит Ғафуриҙы биргән. Ғүмер буйы эшләп килгән ете ауылды хеҙмәтләндәргән почта бүлексәһен декабрь башында уҡ ябып ҡуйҙылар. Әле матбуғатҡа яҙылыуҙың ҡыҙған ғына мәле, ә беҙгә “эшләргә кеше юҡ” тип яуаплайҙар. Аптырағандан һеҙҙән һорарға булдым инде.
– Аңлашылды, Флүрә апай! Рәхмәт һеҙгә хәстәрлекле һорауҙарығыҙ өсөн! Уларҙың һәр береһе буйынса хаттар яҙып, һөйләшеүҙәр алып барырға вәғәҙә итәм. Йыл бөткәнсе яуап алып өлгөрһәк, шунда уҡ хәбәрләшербеҙ. Һәр хәлдә бер үтенесегеҙ ҙә яуапһыҙ ҡалмаҫ.
– Зөһрә Йыһанур ҡыҙын ишетергә мөмкинме?
– Эйе, мин тыңлайым.
– Был Белорет районынан Алина шылтырата ине. Сит ерҙәрҙе үҙебеҙҙең төбәк менән сағыштырып, ниндәй һығымталар эшләгәнегеҙ бар?
– Ҡыҙыҡлы һорау, сөнки, ысынлап та, үҙем дә һиҙмәҫтән, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, Башҡортостан менән сағыштыра башлайым. Беҙ, парламентарийҙар, йыш сығабыҙ сит илдәргә, Рәсәй төбәктәренә. Ниндәй генә тармаҡ булмаһын – мәҙәниәтме, диндәр аралашыуымы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһеме – һәр береһенән ыңғай миҫалдар килтерергә була. Бигерәк тә телдәрҙе өйрәнеү юғары кимәлдә ҡуйылған. Яңыраҡ Латвияла булырға тура килде. Уларҙа рус теленә, уны өйрәнеүгә ҡараш бик үҙенсәлекле бит инде. Мин үҙебеҙҙең миҫалдарҙы килтерҙем: әйтәйек, Архангел районында утыҙлап ҡына латыш балаһы уҡый. Мәғариф министрлығында эшләгәндән беләм, беҙ уларға туған телдә белем биреү өсөн йыл һайын Латвиянан уҡытыусы саҡыра торғайныҡ. Латыштарҙың милли байрамдарын да беләм, һанап киттем, улар ғәжәпләнеп тыңланы. Сит ил эштәре министры урынбаҫары, беҙҙең латыштар шулай ул, рухлы, ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә телдәрен, милли йолаларын онотмайҙар, тигән фекер әйтте. Мин, иһә: ”Хөрмәтле әфәнде, әгәр ҙә Рәсәйҙә, Башҡортостанда шундай сәйәсәт алып барылмаһа, рух ныҡлығы менән генә йыраҡ китеп булмайҙыр,” – тинем. Ә бит беҙ беләбеҙ: Рәсәйҙә, Башҡортостанда туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн һәр милләткә уңайлы мөхит тыуҙырылған. Оҙаҡ ҡына ваҡыт ошо хаҡта һөйләнем һәм илсе аҙаҡтан минең сығышымды Риганың иң күп ҡаралған телеканалынан күрһәтелгәнен әйтте. Сыктывкарҙа ла бер ваҡыт ҙур халыҡ-ара сара булды, ошондай уҡ хәл ҡабатланды. Беҙҙә фин-уғыр халыҡтарының да телдәренә, йолаларына ҙур иғтибар бирелә. Ғөмүмән, Башҡортостанда һәр кем үҙ телен лайыҡлы өйрәнә ала. Республикабыҙ – Рәсәйҙең иң өлгөлө субъекттарының береһе.
Башҡортостан тураһында һәр яҡлап яҡты фекерҙәр әйтә алам. Хатта бер мәл шундай хәл булды: сит ил вәкилдәре менән бер төбәктә осрашыу үткәрҙек. Ундағы сүп-ҡыйҙы, бысраҡлыҡты күреп, таң ҡалдым, ҡунаҡтар алдында уңайһыҙ булды. Был төбәктең Дәүләт йыйылышы спикеры менән аралашҡанда Башҡортостандың тәжрибәһен һөйләнем: беҙҙең яҡтарҙа федераль юлдарҙы ғына түгел, ауылдар араһындағыларын да таҙа тотоу, юл өҫтөндәге үләнде сабып тороу күптән йолаға әйләнгән, ә үҙең йәшәгән урамды, ауылды, ҡаланы таҙа, тәртиптә тотоу – тәбиғи күренеш. Ана шулай, һәр беребеҙ бал ҡорто кеүек хеҙмәт иткәнгә лә Башҡоростаныбыҙ, төҙөк, умартабыҙ ныҡ! Халыҡтың тәртип, таҙалыҡ яратҡаны шунан күренә инде. Сит ил вәкилдәре өсөн беҙҙең төбәктәребеҙ дөйөм Рәсәй символы булып тора, төбәк буйынса тотош ил хаҡында фекер йөрөтәсәктәр бит. Бик иғтибар менән тыңланы мине коллегам, мотлаҡ башҡарма органдар етәкселәренә еткерәсәкмен фекерегеҙҙе, тине. Уйлауымса, коллегам дөрөҫөн әйткәндер.
– Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, һаумыһығыҙ! Һеҙҙе М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы башҡорт филологияһы факультетының уҡытыусылар коллективы борсой ине. Беҙ Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына ла мөрәжәғәт иттек, оҙаҡламай был мәсьәлә ҡаралырға тейеш, тинеләр. Мәсьәлә шундай: беҙҙең уҡыу корпусы бик бәләкәй, ә өҫкө ҡатта фатирҙар бар. Унда икенсе яҡтан инеп йөрөйҙәр. Корпусты киңәйтеү буйынса ярҙам күрһәтә алмаҫһығыҙмы икән?
– Аңлашылды һорауығыҙ. Уға яуапты гәзит биттәренән уҡырһығыҙ, тип уйлайым. Хөкүмәткә лә, ректорығыҙға ла мөрәжәғәт итермен. Беләм, һеҙҙә бик шәп студенттар уҡый, иң адынғы ҡарашты, заманса юғары уҡыу йорттарының береһе ул Аҡмулла университеты. Шуға күрә ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышырбыҙ.
– Бына мин Зөһрә ханым менән һөйләшергә теләгәйнем. Мөмкинме? Һаумыһығыҙ!
– Эйе, тыңлайым һеҙҙе!
– Ғайса Йыһаншин тигән кеше борсой һеҙҙе. Ғүмер буйы китапханаларҙа эшләнем. Мәҙәниәт йылында 70 йыллыҡ тарихы булған, тирә-яҡты китап эше буйынса белгестәр менән тәьмин иткән Өфө китапхана техникумын ябып ҡуйҙылар. Һис булмаһа, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының Өфөләге филиалын һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!
– Башҡортостан китапханалар һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урында тора, шуға күрә был өлкә өсөн белегестәр әҙерләү, ысынлап та, кәрәкле эш. Һорауығыҙ өсөн рәхмәт, беҙ һеҙҙең менән бәйләнешкә сығып, үтенесегеҙҙе яуапһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ. Китапхана өсөн борсолоуығыҙға рәхмәт!
– Әҙәбиәт йылында Рәсәй кимәлендә ниндәй саралар ҡаралған икән?
– Ҙур саралар үткәреү планлаштырылған. Мәҫәлән, “Әҙәби Евразия” халыҡ-ара яҙыусылар форумы, “Рәсәйҙең әҙәби картаһы” проекты, “Библиотөн – 2015”. Тағы ла “Дауаханаларға китап”, “Китаплы йәй”, “Бөтә донъя китап көнө” проекттары, “Рәсәйҙең әҙәби баш ҡалаһы” байрамдары ла киләһе йыл планына ингән.
– Миәкә районынан шылтыратам һеҙгә. Гөлназ булам. Китапханалар ябылыуға ҡарашығыҙ нисек? Күптәре йоҙаҡ элде бит ишектәренә.
– Халыҡ йөрөмәй икән, улар ябыла. Шуға күрә бында сәбәпте иң тәүҙә уҡыусы үҙенән эҙләргә тейеш. Бында һүҙҙең хатта ҡулайлаштырыу, эш урындарын ҡыҫҡартыу хаҡында бармауы ихтимал. Ошо хаҡта бик йәнле һөйләшеү булды “Телеүҙәк” тапшырыуында. Ана шулай һәр мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп, ваҡытында һорау бирә белеү ҙә мөһим. Аныҡ китапхана хаҡында һүҙ алып барылмағас, миңә нимәлер әйтеүе лә ауыр. Әлбиттә, китапханалар ябылыуға ҡаршымын, әммә ҡайҙалыр туҙан йыйып, кәрәкһеҙ булып ятҡансы, уларҙың уҡылған ерҙәрҙә файҙа килтереүе яҡшыраҡ түгелме ни? Халыҡ күп мәғлүмәтте, шул уҡ әҙәби китаптарҙы ла хәҙер Интернеттан уҡырға күнегеп бара. Әммә, замандың ниндәй генә ҡаршылыҡтары булыуға ҡарамаҫтан, беҙ китапты, китап уҡыусыны, китапханаларҙы һаҡларға бурыслы.
– Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, һаумыһығыҙ! Һеҙҙе Шайморатов генерал, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған еренән Миләүшә Байғусҡарова сәләмләй. Хөкүмәт тарафынан Рәсәй почтаһына бирелгән дотацияларҙың бөтөрөлөүе матбуғатҡа яҙылыуҙың хаҡтарын бик ныҡ арттырыуға килтерҙе. Өлкән быуын кешеләре район гәзитенә, республика баҫмаһына яҙылыу өсөн кәм тигәндә 2 мең аҡсаһын сығарып һалырға тейеш. Күптәрҙең бындай мөмкинлеге юҡ, ә йәштәр Интернет селтәренә ылыға. Әммә уларҙы ла матбуғатҡа йәлеп итеү зыян булмаҫ ине. Рәсәй почтаһына дотациялар биреү мәсьәләһен яңынан ҡарап булмаймы икән?
– Миләүшә ханым, һеҙ тиҙ арала минең исемгә хат яҙығыҙ. Уны Рәсәй кимәлендә ҡарарға тырышырбыҙ. Өфөләге адресҡа һалығыҙ хатығыҙҙы. Моғайын, был өлкәлә ниндәйҙер ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә булалыр, тип иҫәпләйем.
– Бүздәк районынан шылтыратам һеҙгә. Әкрәм булам. Ниңә республикала, аҙ комплектлы тип, ауыл мәктәптәре ябыла ул?
– Бик урынлы һәм шәп һорау, сөнки был хаҡта етди аңлатыу, һөйләшеү эштәре алып барыу зарур. Мәҫәлән, шундай мәктәптәр бар: уларҙа биш бала уҡый һәм өс уҡытыусы белем бирә. Ошондай белем усаҡтарын тотоу Хөкүмәткә лә, хатта шул уҡ балаларҙың үҙҙәре өсөн дә файҙалы түгел. Әммә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: мәғәриф министрлығы һәм район хакимиәттәре мөмкинлек булғанса башланғыс белем биргән мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалырға тырыша. Бик күптәр ул-ҡыҙҙарын Өфөлә, танылған гимназия-интернаттарҙа уҡытырға тырыша. Ауылдарҙа уҡыусылар кәмей, шуға күрә шул уҡ мәктәпте тотоу маҡсатҡа ярашлы башҡарылмай. Хәҙерге заманда һәр кем балаһына яҡшы белем бирергә тырыша. Ярышып уҡый бит улар күмәк булғанда, ә аҙ һанлы мәктәптә кемгә күрһәтһен ул белемен? Юғары сифатлы белем биреү хаҡында һөйләшеү алып барырға кәрәк. Заманса фекерләгән уҡытыусылар белем биргән, яҡшы йыһазландырылған мәктәптә, ижади ҡараған шәхестәр етәкселек иткән уҡыу йорттары тураһында ыңғай фекер әйтеү кәрәк. Һәр айырым мәктәп хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү алып барыу мөһим. Рәхмәт һорауығыҙға!
– Миңниса Баһуманова борсой һеҙҙе. Өфөнөң башҡорт–татар халҡы күп йәшәгән Көньяҡ микрорайонында гәзит–журнал һатыусы киоск юҡ. Тәүге йылдарҙа почта бүлексәһе етешмәне, шул сәбәпле милли матбуғатҡа яҙыла алмай интектек. “Һеҙҙең бер үҙегеҙ өсөн мин аҫҡа (йортобоҙ яр башында урынлашҡан) төшөп тормайым,” – тип яуапланы почта таратыусылар. Яҡындағы 2–се моделле китапхана ла милли баҫмаларҙы алдырмай аптырата. Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназия эргәһендә берәй киоск асылһа, шунда подписка ойошторһалар, һәр кем һауа һуларға сыҡҡанда үҙ баҫмаһын барып алып йөрөр ине.
– Әлбиттә, миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән Өфөлә матбуғат киоскылары күберәк кәрәк. Сөнки, белеүемсә, почта йәшниктәренән урлапалып китәләр, юҡҡа сыға тип, халыҡ гәзит-журналға яҙылмай. Ә киоск булһа, аңлауымса, унда яҙылып, барып алып йөрөргә лә була. Был хаҡта ҡала хакимиәтенә лә, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларыагентлығына ла һорау менән мөрәжәғәт итербеҙ.
– Өфө ҡалаһынан Зарема шылтырата. Ҡыҙыбыҙҙы бейеү түңәрәгенә йөрөткөбөҙ килә, әммә Ф. Ғәскәров ансамбле ҡарамағындағы балалар студияһынан башҡа урын юҡ. Балабыҙҙы бейеүсе итеп күрергә теләгәндән түгел. Уны милли бейеү сәнғәте менән таныштырырға теләгәйнек.

– Был мәсьәләне лә Мәҙәниәт министрлығы, ҡала хакимиәте менән берлектә хәл итеү кәрәк. Ысынлап та, ундай түңәрәктәр булырға тейеш, сөнки бөтәһе лә бейеүсе булып китмәй, әммә хореография аша беҙ баланың тән һығылмалылығын үҫтерәбеҙ, бейеү сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныуын арттырабыҙ. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индерербеҙ. Әле белеп тә бөтмәйбеҙ бит, әйтәйек, Өфөлә ҡайҙа, ҡайһы урындарҙа милли бейеүгә өйрәткәндәрен.
– Хаҡлы ялға сыҡҡан күп кенә артистарға ярҙам күрһәтелмәй. Берәй тәғәйен шөғөлләнеүсе ойошма кәрәкмәйме икән? Улар бит онотолоп ҡалды. Өфө ҡалаһынан Альбина булды был.
– Әле Хөкүмәттә эшләгәндә беҙ ҡайһы бер абруйлы артистарға өҫтәмә аҡса түләй инек. Был мәсьәлә буйынса ла Мәҙәниәт министрлығына мөрәжәғәт итербеҙ. Бәлки, уларҙың уйланған берәй фекере лә барҙыр. Иғтибарһыҙ ҡалмаҫ был һорау. Сәнғәт өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға киткәндәр һәм бөтөнләй ҡараусылары булмағандар өсөн, бәлки, берәй айырым приют кәрәктер, шуға күрә уйлашайыҡ, фекер алышайыҡ был турала.
– Сабир Йыһаншин борсой һеҙҙе, Зөһрә Йыһанур ҡыҙы. Рәсәйҙә балалар баҡсалары, мәктәптәр шәхси ҡулдарға күсә башланы. Бер көн килеп бөтәһе лә шулай байҙарҙа, олигархтарҙа ҡалмаҫмы икән, тип бик хәүефләнәм мәғариф өлкәһендә ғүмер буйы хәләл көсөмдө түккән кеше булараҡ.
– Эйе, шәхси мәктәптәр ҙә, балалар баҡсалары ла ишәйә. Был асыусыларҙың үҙ ихтыярында, сөнки халыҡ араһында ундай ҡатлам да бар. Әйтәйек, кемдеңдер балаһы ауырыу, икенселәр үҙҙәре балаларын өй мөхитендә үҫтерергә теләй, өсөнсөләр сабыйы өсөн айырым уҡытыусы булыуын хуп күрә. Сәбәптәре күп һәм төрлө. Әммә, минең уйлауымса, мәктәптәребеҙ ҙә, балалар баҡсалары ла дәүләттеке булып ҡаласаҡ, сөнки белемле, тәрбиәле киләсәкте хәстәрләү – ул тәү сиратта дәүләттең ихтыяжы. Һәр төрлө фекерҙәр күп йөрөй, буталсыҡ заманда халыҡтың башын ҡатырыусылар ҙа табылып тора. Халыҡҡа аңлатыу эштәре күпме алып барылһа ла, ҡаршы эшләүселәр ҙә юҡ түгел. Федераль кимәлдәге бар фәндәр ҙә буш уҡытыла һәм уҡытыласаҡ. Әгәр инде өҫтәмә дәрестәр кәрәк икән, улар түләүле. Әйтәйек, кемдер балаһының ҡытай телен өйрәнеүен теләй икән, әлбиттә, был осраҡта үҙенсәлекле ихтыяждарҙы тәьмин иткән өсөн хаҡ алыеасаҡ. Быны шуның өсөн айырым билдәләп әйтәм: халыҡ араһында “мәктәптәрҙә лә түләп уҡытыу башлана икән” тигән фекер әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Дәүләт ҡурсалаған, ҡараған уҡыу йорттары, балалар баҡсалары һәр ваҡытта буласаҡ.
– Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, һаумыһығыҙ. Матбуғат йортонда ултыраһығыҙмы? Өшөмәнегеҙме әле? Һеҙгә журналистика ветераны шылтырата. Гәзит-журнал сығарыусылар ултырған ошо йортҡа ремонт эшләп булмаҫмы икән? Унда бит ҡышын бик һыуыҡ.
– Был хаҡта Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығф етәксеһе исеменә хат ебәрәйек. Ремонт һәм йәки реконстуркция эштәрен күҙ уңында тотоп биргәнһегеҙҙер һорауҙы. Яуапты гәзиттән уҡырһығыҙ.
– Һаумыһығыҙ, Зөһрә апай! Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Интернет матбуғатты, китапты йотоп, кешелек мониторҙарға ғына ҡарап тороп ҡалмаҫмы икән? Гүзәл был, Иглин районынан.
– Юҡ, әлбиттә. “Москва слезам не верит” фильмы иҫемә килеп төштө. Унда берәү әйтә бит, бер нисә йылдан, имеш, телевидение бөтәһен дә яулаясаҡ, китап та, театр ҙа ҡалмаясаҡ тип. Ә бит бына нисәмә йыл үтте, беҙ һаман китап уҡыйбыҙ, театрға йөрөйбөҙ, сөнки кешегә һәр саҡ тере аралашыу, тере һүҙ, тере моң кәрәк. Эйе, Интернет халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе үҙенә ылыҡтырҙы, әммә кешелек барыбер китапһыҙ, тере энергетик аралашыуһыҙ йәшәй алмай. Компьютерға бер вирус ҡына килеп керһен, бөтә мәғлүмәт юҡҡа сығасаҡ, ә “тере” ҡағыҙ китап – ул мәңгелек, быуаттар буйына һаҡлана. Шуға күрә китап уҡығыҙ, театрға йөрөгөҙ!
– Зөһрә Йыһанур ҡыҙы һәр саҡ һылыу һәм йәш. Сере нимәлә икән? Был һорауҙы һеҙгә һылыулыҡ студияһына йөрөүсе Зәлиә бирә. Рәхмәт!
Был доньяла йәмһеҙ ҡатындар юҡтыр ул. Бик һирәктәр идеаль булып тыуа. Мин дә, тәбиғәт миңә барыһын да бик әҙләп биргән, тим, ә ҡалғанын, төҫөмдө лә, hынымды ла, сәстәремде лә, рәссәм кеүек мин үҙем камиллаштырам. Миңә бер ваҡыт матур ҡатын-ҡыҙҙар символы булған Парижда бик фәheмле әйтем ишетергә тура килгәйне: “Йәмhеҙ ҡатындар юҡ, тик ялҡауҙары ғына була. Беҙҙең гүзәллегебеҙ күпселектә үҙебеҙҙән тора”. Үҙемә килгәндә, 15 йәштән Салауатҡа уҡырға киткәндән бирле көн haйын арып-талған хәлдә лә гимнастика яhaйым, тәмәке тартмайым, араҡы эсмәйем. Бигерәк тә мосолман илдәрендә был hыҙаттар минең мәртәбәмде арттыра. Бик haйланып туйынам, баллы-татлыны, үҙем бешергән бәлештәрҙе сикләргә лә көсөм етә. 20 йылдан ашыу студенттар даирәheндә ҡайнау ҙа үҙенең йоғонтоһон яhaйҙыр. Талиптарым менән арабыҙҙа hәр ваҡытта ла яҡшы мөнәсәбәт булды: улар мине, мин уларҙы яраттым, бал ҡортондай уларҙан дәрт, ыңғай энергия, йәшлек романтикаhы йыйҙым, бер ваҡытта ла уларҙы илатманым, йәберләтмәнем. Был доньяла үҙҙәренең студент булғанын онотҡан профессорҙар бар, үҙемде онотмағандар рәтенә индерәм. Уйлауымса, йәш булыу, матурлыҡ асылы – яҡшылыҡта, башҡаларға ихтирамлы hәм иғтибарлы булыуҙа.
Тура бәйләнеш”те Лариса АБДУЛЛИНА яҙып алды.



Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ фотолары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 168

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 517

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 257

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 058

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 741

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 403

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 722

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 980

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 472

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 545

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 377

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 551