Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр һүҙе сәпкә тейҙе
Һәр һүҙе сәпкә тейҙе Шиғырҙарым – ғәзиз балаларым!
Һеҙҙән алда йөрөр исемем юҡ,
Йәшәү сәмен һеҙгә һаламын,
Әрһеҙ балалар бит, бирешмәҫтәр,
Тигән өмөт менән ҡаламын... —
тигәйне Самат Ғәбиҙуллин үҙенең бер шиғырында.
Шағирҙың тыуған ауылы Аҫҡарҙа үткән хәтер кисәһе нәҡ ошоно раҫланы – Бөрйәнгә, тыуған иленә, халҡына мәҙхиә йырлаған шағир йөрәк хисен, күңел аһтарын, йәшәү сәмен шиғырҙарына һалған, шуға ла йәше-ҡарты уның ижадын яттан белә, ҡанатлы юлдарын телмәрендә ҡуллана.


Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 75 йыл тулыуҙы башҡорт әҙәбиәтенең кү­ренекле вәкилдәре, һүҙ оҫталары, халыҡ күңеленә ойотҡо һалыусы, уға юл-юҫыҡ күрһәтеүсе шәхестәр – яҡташыбыҙ академик, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов, яҡташыбыҙ профессор, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова, танылған прозаик Са­бир Шәрипов, Самат Ғәбиҙуллин менән бер осорҙа ижад итеп, Бөрйәндә йәшәп киткән прозаик Лира Яҡшыбаева, “Тама­ша” журналының баш мөхәррире Сө­ләй­мән Латипов, республикабыҙҙың Салауат Юла­ев ордены кавалеры Мәрйәм Бура­ҡаева, Самат ағайҙы үҙенең остазы ла, дуҫы ла, серҙәше лә итеп һанаған, яҡташыбыҙҙың “Йәнтөйәгем – тауҙарҙа” китабын баҫмаға әҙерләп сығарған, уның буклетын әҙер­ләп, уҡыусылар иғтибарына тәҡдим иткән шағир Зөфәр Вәлит, шағирә Тамара Ис­кәндәриә, “Йәншишмә” балалар гәзите хәбәрсеһе Хәлиҙә Чембарисова аҫҡарҙар, шиғриәт һөйөүселәр менән бергә билдә­ләне.
Үҙенең рухлы улын, ауылы данын тотош республикаға таратҡан шағирын ололаны аҫҡарҙар. Уҡыусыларҙың тәб­рик­ләү һүҙе, ҡурай моңо менән башланып китте матур сара. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шә­рипов үҙ сығышын шағирҙың үлемһеҙ шиғыр юлдары менән биҙәне.
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ:
– Самат Ғәбиҙуллин, Мөнир Ишбулатов менән Өфөлә бер дәүерҙә уҡыныҡ. Бөрйән егеттәре үтә йыуаш, ти ине улар хаҡында Әнүр Вахитов. Атайым да “Таң” гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе ине. Ул үлгәс, Самат ағай, ат һиңә туғарылды тип, гә­зиткә йәлеп итте. Ул ҡәләм тотҡан һәр кешегә иғтибарлы булды.
Сабир ШӘРИПОВ:
– Бөгөн республика кимәлендәге ҙур байрам. Самат Ғәбиҙуллин — бәхетле шәхес: уның китаптарын уҡыйҙар, бына район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы күбеһен ятҡа белә. “Йәнтөйәк” һүҙе Самат ағайҙан баш алды. Бөгөн шулай уҡ “Йәнтөйәгем — тауҙарҙа” кита­бының исем туйы. Зөфәр Вәлиткә рәхмәт – Бөрйән улын ололаны, китаптарын әҙер­ләп сығарҙы. Ундай фиҙакәрлек хатта туғандар араһында ла осрамай.
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ:
– Аҡыллы һүҙ һеҙгә һөйләй алмам –
Ул аҡылды һеҙҙән йыяһы бар.
Тыя алмам хилаф аҙымдарҙан –
Үҙ-үҙемде әле тыяһы бар.
Ошондай һүҙҙәрҙе Самат ағай һымаҡ ысын шағирҙар ғына әйтә ала.
Сөләймән ЛАТИПОВ:
– Самат ағай беҙҙең күбебеҙҙе шиғриәт йә проза иленә һөйрәп сығарҙы. Ул мине кеше итте, тип әйтә алам. Бер мәл әсә­йем­дең һөйләгән бер хәбәренә таянып, Көнболотов Салтаяҙ имзаһын ҡуйып, гәзиткә яҙмамды ебәрҙем. Самат ағай шунда уҡ күтәреп алды. Ошонан һуң ҡәләмемде ташламаным.
Лира ЯҠШЫБАЕВА:
– Самат ағайҙың 75 йыллыҡ юбилейына ашҡынып килдем. Уның менән бер нисә йыл төптән егелеп эшләнек. Самат ағайҙың кәңәштәрен тотам, хаҡлы ялға сыҡҡас та, тиҫтәнән ашыу китап яҙҙым.
Зәйтүнә ШӘРИПОВА:
– Бөгөнгө байрам бигерәк күркәм. Беренсе тапҡыр ағас мәктәптең ишеген асып инеүебеҙ хәтерҙә. Самат ағай ул осорҙа ауылда уҡыта ине. Зәңгәр күҙҙәре балҡып килеп инде. Сәғит класташыбыҙ уның күршеһе ине. Самат ағай тураһында һәр мәғлүмәтте беҙгә еткереп тора. Бер мәл ул үлгән тигән хәбәр ҙә таралып китте. Теге осҡор күҙ Сәғит Самат ағайға мунсала еҫ тейгәнен ишеткән, ваҡиғаның аҙағын белеп етмәй килгән икән.
Самат ағайҙың атаһы Мәһәҙей бабай сәсән телле кеше булған, уның күп китаптарын ергә күмгәндәр, тигән хәбәр ҙә таралды. Беҙҙең халыҡта сәсән теллеләр күп. Әүҙемлек кенә етешмәй. Үтә баҫалҡы булыу ҙа бәғзе саҡ ыңғай һөҙөмтә бирмәй.
Зөфәр ВӘЛИТ:
– Самат ағай — үлемһеҙ әҫәрҙәре менән күптәрҙе әсир иткән шәхес. Киләсәктә лә беҙҙең юлыбыҙҙы яҡтыртып барасаҡ әле ул. Беҙҙең арала 23 йыл буйына һуҙылған дуҫлыҡ саф булды. Самат ағай бер тапҡыр ҙа зарланманы. Уның иң матур сифаты – ҡәләм тирбәткән йәш­тәргә ныҡ иғтибарлы булыуы.
Шағирҙың бер туған апаһы Һауа инәй, класташы Роза Әбүбәкир ҡыҙы, туған­да­ры Рима һәм Ҡәйүм Ғәбиҙуллиндар, Рәйфә Ибраһимова, Флүзә Хөсәйенова, шағирҙың музейын булдырыуға күп көс һалған элекке мәктәп директоры Ривал Баймырҙин, ауылдаштары, килгән ҡунаҡ­тар Самат ағай хаҡында күңел түрендә йөрөткән хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сәсән телле Рима Ғәбиҙуллина шиғырын да уҡып ишеттерҙе.
Район хакимиәте башлығы урынба­ҫа­ры Айҙар Әлибәков ауыл халҡына, уҡыу­сы­ларға, мәртәбәле ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сараны Бөрйән таланттары Айбулат Ишморатов, Хәйҙәр Нәҙер­шин йыр-моң менән биҙәне. Ана шулай алғыштарға күмеп, үҙенең оло йөрәкле, шағирәнә күңелле улын ололаны, исемен тик яҡшы яҡтан иҫкә алды аҫҡарҙар.

Сәпкә осҡан уҡ –
Мин ул, эйе, мин.
Кереш тартҡан ҡул –
Халҡым, һин ул, һин.
Мәргәнлегеңде
Һынай быуаттар.

Яҙа осмаған
Һин атҡан уҡтар.
Һыҙғырып осам,
Һауаны теләм.
Юлым сәбемдән
Яҙлыҡмаҫ, беләм!

Шулай тип яҙғайны шағир “Юлым яҙ­лыҡмаҫ” шиғырында. Һүҙе лә, үҙе лә, ысынлап та, сәпкә осҡан уҡ булды – Самат ағай халҡы өсөн йәшәне, эшләне, ижад итте. Үҙе баҡыйлыҡҡа күсһә лә, йөрәк-сәпкә тоҫҡалған һүҙҙәре яҙатайым китмәй, кире ҡаҡлыҡмай – йөрәктәргә етә, күңелде иретә, рухты үҫтерә, аҡылды арттыра. Ижадсы өсөн ошонан да ҙур бәхет бармы ни?!


Автор: Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА. Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә