Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы йыл табынына
Яңы йыл табынына Яңы йыл табынына һәр хужабикә иң тәмле һәм үҙенсәлекле аҙыҡ әҙерләргә күнеккән. Бөгөн тик һеҙҙең өсөн генә байрам табынына “тәмле” рецептар тәҡдим итәбеҙ.
“Яңы йыл” салаты

Бешкән 5-6 картуф, 8 йо­морт­ҡа (өсәүһе – салатҡа, ҡал­ғаны биҙәү өсөн), тауыҡтың түш ите, ярты стакан грек сәт­ләүеге, гранат, майонез, 1 баш һуған, йәшел тәмләткес үләндәр, сөгөлдөр.
1. Ашъяулыҡты дүрткел итеп йәйеп һалабыҙ ҙа өҫтөнә бешкән картуфты ҡырабыҙ, ҡул менән батырып тығыҙлайбыҙ ҙа өҫтөнә майонез һылайбыҙ.
2. Тауыҡ итен ваҡлап турай­быҙ, майонез өҫтәйбеҙ.
3. Артабан аш һеркәһендә тотолған ваҡлап туралған һуған һалына.
4. Ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡаны өҫтәйбеҙ.
5. Ваҡланған грек сәтләүеге, өҫтөнә майонез һылайбыҙ.
6. Гранат емештәре һибеп сыға­быҙ.
Артабан ипләп кенә рулет итеп төрәбеҙ, пленка ябып, бер аҙ һыуытҡыста тотабыҙ. Плен­ка­һынан алып, йөйөн аҫҡа ҡаратып һалабыҙ ҙа йән-яғына майонез һылайбыҙ. Йомортҡаны ағынан айырып ҡырабыҙ, яртыһын сө­гөлдөр һутында тотоп алабыҙ. Рулеттың ике яҡ башына ҡы­рылған йомортҡа ағы, өҫтөнә буялған йомортҡа ағы, ваҡ итеп туралған йәшел тәмләткес үлән­дәр, ҡырылған йомортҡа һары­һын ҡыялатып һалып биҙәйбеҙ.

“Байрам” салаты

Яңы йыл табынынаЯрты кило тауыҡ түшкәһе, 1-2 ҡыяр, 6 йомортҡа, 200 г корейса әҙерләнгән кишер, 150 гҡаты сыр, ма­йонез.

Салатты ҡатлап эшләйбеҙ.
1. Тәрилкә төбөнә тауыҡ итен ваҡлап турап һалабыҙ һәм майонез һылайбыҙ.
2. Ҡыярҙы һаламлап турай­быҙ, майонез.
3. Дүрт йомортҡаны ҡырып һалабыҙ.
4. Йомортҡа өҫтөнә корейса әҙерләнгән кишер һалабыҙ, майонез.
5. Сырҙы ҡырып һалабыҙ, майонез һылайбыҙ. Ҡалған йомортҡаның һарыһын ваҡ ҡырғыстан ҡырып салатҡа һибә­беҙ ҙә өҫтөн йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәйбеҙ.
“Сәғәт”
салаты


5 картуф,
2 кишер,
1 алма,
2 тоҙло ҡыяр,
1 һуған,
консерваланған борсаҡ,
самалап тоҙ, майонез.

Биҙәү өсөн:
6 йомортҡа,
1 ҡыҙыл болгар боросо.

Кишер менән картуфты бе­ше­рергә лә әрсеп турарға. Борсаҡ, туралған тоҙло ҡыяр һәм ҡыр­ғыстан үткәрелгән алманы ҡу­шыр­ға һәм майонез, тоҙ ҡушып, бөтәһен бергә болғарға. Әҙер массаны түңәрәк фор­малағы тәрән һауытҡа һалып, ҡалаҡ менән тигеҙләргә һәм ҙурыраҡ яҫы тәрилкәгә баштүбән буша­тырға. Сәғәттең “корпусы“ әҙер. Уның өҫтөнә икегә бүленгән һәм һарыһы айырылған бешкән йомортҡаларҙың ағын түңәрәк­ләп теҙергә (түңәрәк яғын өҫкә ҡаратып). Һарыһын ваҡ ҡыр­ғыстан үткәреп, уртаға һибеп сығырға. Ҡыҙыл боростан сәғәт телдәрен киҫеп алырға — минут телен оҙонораҡ, сәғәт телен ҡыҫ­ҡараҡ һәм ҡалыныраҡ ҡырҡырға. Боростоң ҡалғанынан бер төрлө 28 нәҙек оҙонса киҫәк ҡырҡып алырға һәм йомортҡаларҙың өҫтөнә Рим һандары форма­һында һалып сығырға. Улар йәбешеп торһон өсөн, башта йомортҡа өҫтөнә самалап майонез һөртөргә мөмкин.


Яңы йыл табынынаҒәрәпсә ит

700 г һөйәкһеҙ ит,
30 г мал майы,
20 г лимон һуты,
4 г лимон кислотаһы,
йәшел һуған,
төйөлгән ҡара борос, тоҙ.

Итте йоҡа, әммә киң итеп турарға ла, төйгөсләп, 1 – 2 сә­ғәт­кә лимон һеркәһе, ваҡлап туралған йәшел тәмләткес, ҡара борос һәм тоҙ ҡушып, ауыр нәмә аҫтына ҡуйып торорға. Бынан һуң уны тәүҙә майһыҙ ғына, һуңынан май ҡушып ҡыҙҙырырға. Өҫтәлгә лимон һуты һибеп, йәшел тәмләткестәр ҡушып бирергә.
Ҡар бабай һәм серле шарҙар

200 г сыр,
2 сөгөлдөр,
4-6 теш һарымһаҡ,
50 г ҡара емеш,
50 г грек сәтләүеге,
50 г миндаль сәтләүеге,
зәйтүн емеше,
200 г ҡаймаҡ (йогурт йә майонез да ярай),
тәменсә тоҙ кәрәк.
Сырҙы, һарымһаҡты ваҡ ҡыр­ғыстан үткәреп, ҡаймаҡ һалып яҡшылап болғатабыҙ. Миндаль сәтләүеген зәйтүн емеше эсенә урынлаштырабыҙ һәм, уны эстә ҡалдырып, сырҙан шарҙар әүә­ләйбеҙ. Төрлө ҙурлыҡтағы шар­ҙарҙан ҡар бабай эшләйбеҙ. Башлығын, танауын кишерҙән яһайбыҙ, күҙҙәрен, ауыҙын зәй­түн емешенән эшләргә мөмкин.
Сөгөлдөрҙө бешерәбеҙ, һы­уытып таҙартабыҙ. Ваҡ ҡырғыс­тан үткәрәбеҙ, иҙелгән йәки ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ һалып яҡшылап болғатабыҙ.
Ҡара емеш эсенә грек сәтләүеге “йәшерәбеҙ” һәм, уны уртала ҡалдырып, сөгөлдөрҙән шарҙар әүәләйбеҙ. Шарҙарҙың уртаһына башҡа төрлө сәтлә­үекте, күрәгә, йөҙөм, зәйтүн емешен генә һалырға ла мөмкин. Шарҙарҙы йәшел тәмләткес үлән­дәр, ҡаймаҡ менән шыршы уйынсығына оҡшатып биҙәйбеҙ.
Ошолай уҡ кишерҙән ҡыҙғылт һары шарҙар эшләргә мөмкин, ә йәшел төҫтө тәмләткес үләндәр ярҙамында биреп була.

Ҡыҙҙырылған ҡаҙ
Ҡаҙ, картуф,
1 лимон, 1 баш һарымһаҡ, тоҙ, ҡыҙыл борос,
4-5 әскелтем алма,
100 г кипкән өрөк,
100 г ҡара емеш.

Ҡаҙҙы кистән майонезға ҡыр­ғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ, ҡыҙыл борос, тоҙ менән ыуып ҡуябыҙ. Бешерер алдынан эсенә лимон һутына буталған 4 – 5 әскелтем алма, 100 грамм ти­рәһе кипкән өрөк, шул сама ҡара емеш һалабыҙ. Ҡаҙҙың эсен теккәс, 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуйырға кәрәк. Ул ике сәғәт бешә. Бешеп етергә бер сәғәт самаһы ваҡыт ҡалғас, эргәһенә картуф һалына. Табынға ҡаҙҙы матур һауытҡа һалып, өҫтөн йәшелсә менән биҙәгәндә, ул тағы ла хуш еҫлерәк буласаҡ. Әлбиттә, табынға һурпа бирергә була. Әгәр уны дүрт-биш төр иттән бешерһәң, тәмлерәк килеп сыға.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә