Яңы йыл табынына һәр хужабикә иң тәмле һәм үҙенсәлекле аҙыҡ әҙерләргә күнеккән. Бөгөн тик һеҙҙең өсөн генә байрам табынына “тәмле” рецептар тәҡдим итәбеҙ.“Яңы йыл” салатыБешкән 5-6 картуф, 8 йомортҡа (өсәүһе – салатҡа, ҡалғаны биҙәү өсөн), тауыҡтың түш ите, ярты стакан грек сәтләүеге, гранат, майонез, 1 баш һуған, йәшел тәмләткес үләндәр, сөгөлдөр.
1. Ашъяулыҡты дүрткел итеп йәйеп һалабыҙ ҙа өҫтөнә бешкән картуфты ҡырабыҙ, ҡул менән батырып тығыҙлайбыҙ ҙа өҫтөнә майонез һылайбыҙ.
2. Тауыҡ итен ваҡлап турайбыҙ, майонез өҫтәйбеҙ.
3. Артабан аш һеркәһендә тотолған ваҡлап туралған һуған һалына.
4. Ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡаны өҫтәйбеҙ.
5. Ваҡланған грек сәтләүеге, өҫтөнә майонез һылайбыҙ.
6. Гранат емештәре һибеп сығабыҙ.
Артабан ипләп кенә рулет итеп төрәбеҙ, пленка ябып, бер аҙ һыуытҡыста тотабыҙ. Пленкаһынан алып, йөйөн аҫҡа ҡаратып һалабыҙ ҙа йән-яғына майонез һылайбыҙ. Йомортҡаны ағынан айырып ҡырабыҙ, яртыһын сөгөлдөр һутында тотоп алабыҙ. Рулеттың ике яҡ башына ҡырылған йомортҡа ағы, өҫтөнә буялған йомортҡа ағы, ваҡ итеп туралған йәшел тәмләткес үләндәр, ҡырылған йомортҡа һарыһын ҡыялатып һалып биҙәйбеҙ.
“Байрам” салатыЯрты кило тауыҡ түшкәһе, 1-2 ҡыяр, 6 йомортҡа, 200 г корейса әҙерләнгән кишер, 150 гҡаты сыр, майонез.
Салатты ҡатлап эшләйбеҙ.
1. Тәрилкә төбөнә тауыҡ итен ваҡлап турап һалабыҙ һәм майонез һылайбыҙ.
2. Ҡыярҙы һаламлап турайбыҙ, майонез.
3. Дүрт йомортҡаны ҡырып һалабыҙ.
4. Йомортҡа өҫтөнә корейса әҙерләнгән кишер һалабыҙ, майонез.
5. Сырҙы ҡырып һалабыҙ, майонез һылайбыҙ. Ҡалған йомортҡаның һарыһын ваҡ ҡырғыстан ҡырып салатҡа һибәбеҙ ҙә өҫтөн йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәйбеҙ.
“Сәғәт”
салаты5 картуф,
2 кишер,
1 алма,
2 тоҙло ҡыяр,
1 һуған,
консерваланған борсаҡ,
самалап тоҙ, майонез.
Биҙәү өсөн:
6 йомортҡа,
1 ҡыҙыл болгар боросо.
Кишер менән картуфты бешерергә лә әрсеп турарға. Борсаҡ, туралған тоҙло ҡыяр һәм ҡырғыстан үткәрелгән алманы ҡушырға һәм майонез, тоҙ ҡушып, бөтәһен бергә болғарға. Әҙер массаны түңәрәк формалағы тәрән һауытҡа һалып, ҡалаҡ менән тигеҙләргә һәм ҙурыраҡ яҫы тәрилкәгә баштүбән бушатырға. Сәғәттең “корпусы“ әҙер. Уның өҫтөнә икегә бүленгән һәм һарыһы айырылған бешкән йомортҡаларҙың ағын түңәрәкләп теҙергә (түңәрәк яғын өҫкә ҡаратып). Һарыһын ваҡ ҡырғыстан үткәреп, уртаға һибеп сығырға. Ҡыҙыл боростан сәғәт телдәрен киҫеп алырға — минут телен оҙонораҡ, сәғәт телен ҡыҫҡараҡ һәм ҡалыныраҡ ҡырҡырға. Боростоң ҡалғанынан бер төрлө 28 нәҙек оҙонса киҫәк ҡырҡып алырға һәм йомортҡаларҙың өҫтөнә Рим һандары формаһында һалып сығырға. Улар йәбешеп торһон өсөн, башта йомортҡа өҫтөнә самалап майонез һөртөргә мөмкин.
Ғәрәпсә ит700 г һөйәкһеҙ ит,
30 г мал майы,
20 г лимон һуты,
4 г лимон кислотаһы,
йәшел һуған,
төйөлгән ҡара борос, тоҙ.
Итте йоҡа, әммә киң итеп турарға ла, төйгөсләп, 1 – 2 сәғәткә лимон һеркәһе, ваҡлап туралған йәшел тәмләткес, ҡара борос һәм тоҙ ҡушып, ауыр нәмә аҫтына ҡуйып торорға. Бынан һуң уны тәүҙә майһыҙ ғына, һуңынан май ҡушып ҡыҙҙырырға. Өҫтәлгә лимон һуты һибеп, йәшел тәмләткестәр ҡушып бирергә.
Ҡар бабай һәм серле шарҙар
200 г сыр,
2 сөгөлдөр,
4-6 теш һарымһаҡ,
50 г ҡара емеш,
50 г грек сәтләүеге,
50 г миндаль сәтләүеге,
зәйтүн емеше,
200 г ҡаймаҡ (йогурт йә майонез да ярай),
тәменсә тоҙ кәрәк.
Сырҙы, һарымһаҡты ваҡ ҡырғыстан үткәреп, ҡаймаҡ һалып яҡшылап болғатабыҙ. Миндаль сәтләүеген зәйтүн емеше эсенә урынлаштырабыҙ һәм, уны эстә ҡалдырып, сырҙан шарҙар әүәләйбеҙ. Төрлө ҙурлыҡтағы шарҙарҙан ҡар бабай эшләйбеҙ. Башлығын, танауын кишерҙән яһайбыҙ, күҙҙәрен, ауыҙын зәйтүн емешенән эшләргә мөмкин.
Сөгөлдөрҙө бешерәбеҙ, һыуытып таҙартабыҙ. Ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ, иҙелгән йәки ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ һалып яҡшылап болғатабыҙ.
Ҡара емеш эсенә грек сәтләүеге “йәшерәбеҙ” һәм, уны уртала ҡалдырып, сөгөлдөрҙән шарҙар әүәләйбеҙ. Шарҙарҙың уртаһына башҡа төрлө сәтләүекте, күрәгә, йөҙөм, зәйтүн емешен генә һалырға ла мөмкин. Шарҙарҙы йәшел тәмләткес үләндәр, ҡаймаҡ менән шыршы уйынсығына оҡшатып биҙәйбеҙ.
Ошолай уҡ кишерҙән ҡыҙғылт һары шарҙар эшләргә мөмкин, ә йәшел төҫтө тәмләткес үләндәр ярҙамында биреп була.
Ҡыҙҙырылған ҡаҙ
Ҡаҙ, картуф,
1 лимон, 1 баш һарымһаҡ, тоҙ, ҡыҙыл борос,
4-5 әскелтем алма,
100 г кипкән өрөк,
100 г ҡара емеш.
Ҡаҙҙы кистән майонезға ҡырғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ, ҡыҙыл борос, тоҙ менән ыуып ҡуябыҙ. Бешерер алдынан эсенә лимон һутына буталған 4 – 5 әскелтем алма, 100 грамм тирәһе кипкән өрөк, шул сама ҡара емеш һалабыҙ. Ҡаҙҙың эсен теккәс, 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуйырға кәрәк. Ул ике сәғәт бешә. Бешеп етергә бер сәғәт самаһы ваҡыт ҡалғас, эргәһенә картуф һалына. Табынға ҡаҙҙы матур һауытҡа һалып, өҫтөн йәшелсә менән биҙәгәндә, ул тағы ла хуш еҫлерәк буласаҡ. Әлбиттә, табынға һурпа бирергә була. Әгәр уны дүрт-биш төр иттән бешерһәң, тәмлерәк килеп сыға.