Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡуй йылынан ниҙәр көтөргә?
Ҡуй йылынан  ниҙәр көтөргә? Ғаилә ҡорорға ашығығыҙ!
Астрологтарҙың күҙаллауынса, йыл тыныс, йомарт, яҡшы бул­маҡсы. Бигерәк тә финанс хәлен яҡшыртырға теләү­селәргә ҙур мөмкинлектәр вәғәҙәләй. Бил­дәле булыуынса, ҡуй — ҡур­ҡағыраҡ хайуан, әммә шул уҡ ва­ҡытта үҙһүҙле һәм ны­ҡыш. Шуға ла Яңы йыл бә­хет-шатлыҡтар менән генә иҫтә ҡалһын тиһәгеҙ, дыуа­мал­лыҡҡа, алабарман­лыҡ­ҡа юл ҡуймағыҙ.
Йылдың стихияһы — ағас. Яҙ, таң, йәшәү сығанағы һәм зиһен билдәһе. Тимәк, Ҡуй йы­лы ғаилә ҡорорға, бала табырға теләүселәргә бик тә уңышлы бул­маҡсы.

Йылды нисек ҡаршыларға?

Ҡуй — тыныс холоҡло мал. Ул кеше­нең күп итеп йыйылғанын, сағыу күңел асыуҙарҙы үҙһенмәй. 2015 йылды ғаилә­геҙ йә булмаһа иң яҡын дуҫтарығыҙ ме­нән тыныс шарттарҙа ҡаршылау кәңәш ителә. Табынығыҙҙы төрлө күңел асыу саралары менән төрләндереп ебәрергә ҡарар итһәгеҙ, ни булһа ла, ул йылдың талисманына оҡшаһын. Иң мөһиме — тан­тана ваҡытында янығыҙҙа булмаған дуҫтарығыҙҙы һәм туғандарығыҙҙы ҡот­лар­ға онотмағыҙ!

Өйҙө нисек биҙәргә?

Ҡуй йылынан  ниҙәр көтөргә?Ҡуй таҙалыҡты һәм тәртипте ярата. Яңы йыл алдынан, 31 декабрҙә өйөгөҙҙө тулыһынса йыйыштырығыҙ. Ҡуй туҙанды өнәмәй. Хатта аулаҡ мөйөш-һәйеште лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ. Аш-һыу һәм йыуыныу бүлмәләрендә сантехниканы ла онотмағыҙ, сөнки электән килгән ырым буйынса, байлыҡ һәм именлек крандан аҡҡан һыу менән бергә китә. Төҙәткәнен төҙәтеп йә булмаһа яңыһына алыштырып ҡуйыу ҙа ҡамасауламаҫ.
Юғарыла әйтеүебеҙсә, йылдың төп стихияһы — ағас. Шуға күрә өйҙө биҙә­гәндә ағас сувенирҙарға ҙур иғтибар би­рергә кәрәк. Был ваза, ағас мискә, һүрәт төшөрөлгән ҡалаҡтар булыуы ихтимал. Һауыт-һабала ҡуй һү­рәте төшөрөлһә, тағы ла яҡшыраҡ. Ишектән кергән ергә бәләкәс кенә ҡуй һыны менән ҡыңғырауҙар элеп ҡуйырға мөмкин — Яңы йыл хужаһына хөрмәт билдәһе был.
Йортоғоҙҙо күк төҫтәге таҫмалар, шар­ҙар менән биҙәһәгеҙ ҙә артыҡ булмаҫ. Ҡыҫҡаһы, өйөгөҙҙө биҙәүгә ни тиклем ижади ҡарайһығыҙ икән, шул тиклем яҡшыраҡ. Әммә саманы ла онотоп ебәрмәгеҙ. Иң мөһиме — матур һәм уңайлы булһын.

Өҫтәл йәме — йәшелсә


Яңы йыл өҫтәлен биҙәгәндә ағас һауыт-һаба ҡулланыу кәңәш ителә. Ҡағыҙ ашъяулыҡтар тураһында ла онотоп торо­ғоҙ, уларҙы аҡ туҡыманан тегелгәненә алыштырығыҙ. Ҡуйҙың күңеле булһын өсөн өҫтәлгә күберәк йәшелсәнән аҙыҡ-түлек әҙерләргә кәрәк. Ғөмүмән, Яңы йыл табынында вегетариан ризыҡтар өҫтөн­лөк итһен — күберәк салаттар, йәшелсә, емеш-еләк ҡуйығыҙ, тәм-том, сәтләүектәр тураһында ла онотмағыҙ. Өҫтәлегеҙҙә һөт ризыҡтары ла булһын. Тик мотлаҡ ҡуй итенән ризыҡ әҙерләй күрмәгеҙ — Яңы йыл хужаһын үпкәләтерһегеҙ. Ҡалға­нын үҙ теләгегеҙ буйынса бешерегеҙ һәм биҙәгеҙ. Тик шуныһына иғтибар итегеҙ: ҡуй спиртлы эсемлек эскәндәрҙе яратмай, уның еҫен дә үҙһенмәй. Был — айыҡ байрам үткәреү өсөн шәп сәбәп. Бик булмаһа, шампан шарабы менән бокал күтәрергә мөмкин. Өҫтәлгә еҫле үләндәр, сыр һәм ҡымыҙ ултыр­тырға кәңәш ителә. Ҡытайҙар йылдың символы ағас икәнен дә онотмаҫҡа са­ҡыра, өҫтәлгә шаҡмаҡ формалағы шоколадлы кәнфиттәр ҡуя. Уны бәләкәй генә йорт, ҡыуыш һымаҡ итеп өйөгөҙ. Ҡытай­ҙар иҫәпләүенсә, табынды төнгө 12-нән бер нисә сәғәткә алдараҡ әҙерләп бөтөргә кәрәк. Аҙаҡ инде ҡулға бысаҡ алырға ярамай, сөнки, ҡытайҙарҙың ышаныуы буйынса, ул яңылыш ҡына бәхетте “ҡырҡа”.

Нимә кейергә?

Ҡуй йылынан  ниҙәр көтөргә?Яңы йылды ҡаршылау “ҡағиҙәләрен” барлағанда, өҫ кейеме темаһын урап үтһәк, яҙыҡ булыр. Сөнки ни генә тимә, “Яңы йыл төнөндә нимә кейергә?” тигән һорау күптәрҙе борсой.
Ҡуй йылын үҙенсәлекле ке­йем­дә ҡаршыларға кәрәк. Ҡытай ас­тро­логияһында был стихияға йә­шел төҫ тура килә. Шулай уҡ кейем һайлағанда күк, һары төҫтәрҙән дә баш тартмағыҙ, улар ҙа киләһе йыл хужабикәһе күңеленә хуш киләсәк. Биҙә­үестәр үҙенсәлекле һәм сағыу булһын: кулон, сәс ҡыҫтырғыс, мәрйендәр, туфли һайлағанда ошоға иғтибар итегеҙ.

Ниндәй бүләк яҡшыраҡ?

Яңы йыл байрамын бөтәһе лә, айы­рыу­са балалар ярата. Улар тәүге ҡар ятыу менән бүләк көтә башлай. Иң ҡы­ҙығы шунда: балаларға бүләк мәсьәләһен хәл итеү еңел, сөнки улар Ҡыш бабайға теләктәрен хат аша еткерә. Ә бына ту­ғандар, яҡындар һәм коллегалар өсөн йәтеш кенә бүләк табам тиһәң, баш ҡатырып алырға тура килер. Әлбиттә, әгәр кеҫә яғы ҡалын булһа, бик яҡшы­ларын алырға мөмкин. Шулай ҙа һайыраҡ кеҫә менән дә һәр кемдең күңеленә ятҡан әйбер табыуы ауыр түгел. 2015 йылға артыҡ ҡиммәтле бүләктәр алырға кәңәш ителмәй. Иң мөһиме – күңел һалырға һәм кешенең үҙенсәлегенә ҡарап һайларға кәрәк.
Яратҡан кешегеҙгә футболка, брелок, интерактив уйынсыҡтар, компьютер өсөн кәрәк-яраҡ алырға була. Хужабикәгә та­бын, аш-һыу бүлмәһе өсөн файҙалы нә­мә­ләр бүләк итергә мөмкин. Колле­га­ла­рығыҙҙы ҡуй һынландырылған сувенирҙар йәки башҡа ваҡ-төйәк ҡыуандырыр. Әгәр ҡу­наҡҡа барһағыҙ, емеш-еләк, тәмлекәстәр менән матур итеп төрөлгән кәрзин әҙер­ләгеҙ.
Беҙҙеңсә, “Башҡортостан“ гәзи­те һәр ғаиләгә иң шәп Яңы йыл бүләге буласаҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә