Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөрәктәргә уйылған йылдар
Йөрәктәргә уйылған йылдар Халҡыбыҙҙы һаман тетрәткән өс ваҡиға — 1812 йылғы Ватан, Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштары — тарихыбыҙға ҡара хәрефтәр менән яҙылған. Күпме йылдар уҙһа ла, уларҙың шаңдауы әле лә яңғырай, гүйә ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек, берҙәмлек, намыҫ кеүек төшөнсәләр менән ҡаныбыҙға һеңгән. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә уҙған реконструкция ла бер аҙ баҫыла барған хистәрҙе тағы ҡуҙғытты: пушка тауыштары, аттар кешнәүе, сатлама һыуыҡ яу яланын хәтерләтте, үткәндәргә алып ҡайтты. Тантанала Рәсәй Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Зөһрә Исмәғилева, Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Данил Азаматов, мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова, Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Илдар Бикбаев, Башҡортостан Хәрби комиссариатының бүлек начальнигы Рәмил Баһауетдинов һәм, әлбиттә, район етәкселәре ҡатнашты.

Республика фестивале Еңеү паркын­дағы һәйкәлгә сәскә һалыуҙан башланды. Артабан ҡунаҡтар хәрби комиссариаттың Хәрби дан музейында булды. Өфө ҡалаһынан килгән рәссам-реконструктор Илдар Ғатауллин шанлы йылдарҙағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының өҫ кейемдәре, уларҙың тегелеше, үҙен­сәлеге, биҙәлеше тураһында һөйлә­не. Костюм кейгән ҡыҙҙар ҡурай моңона бейеп тә күрһәтте.
“Өфө йәйәүле полкы” хәрби-тарихи клубы ағзаларының ҡышҡы кейеме, һалдаттарҙың сафҡа теҙелеүе, һөжүмгә әҙерлеге тураһында бәйән итеүе лә мауыҡ­тырғыс булды. Һуңынан Илдар Зә­бир улы һуғыш йылдарындағы һалдат­тарҙың кейемдәренән, шул осорҙа мөһим булған кәрәк-яраҡтан һәм ҡоралдарҙан торған күргәҙмәләргә күсте, һәр әйбергә туҡталып, ентекле итеп һөйләне.
— Һуғыш йылдарында һалдаттың баш һәм өҫ кейеме ҙур әһәмиәткә эйә булған, бигерәк тә төймәләре. Ялтырап торған һиҙәптәре буйынса улар бер-береһен күреп, таный алған. Был мәғлүмәттәрҙе белеү бик мөһим һәм ҡыҙыҡ, — тине ул.
Рәссам-реконструктор күргәҙмәне ойоштороуҙа әүҙем ярҙам иткәне өсөн мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың һәм район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың ҡултамғалары ҡуйылған Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Мәҙәниәт һарайында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана тәҡдим иткән күргәҙмә лә үҙенсәлекле булды. Унда ҡунаҡтарҙы “1-се Башҡорт атлы полкы “Любизар” һәм “Өфө йәйәүле полкы” хәрби-тарихи клубтары ағзалары ҡаршы алды. Улар үҙҙәренең фотостендтары менән таныштырҙы, ҡайҙа һәм ниндәй сараларҙа ҡатнашыуҙары тураһында, клуб эше хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Күргәҙмәне урап сыҡҡандан һуң, “Любизар” клубы командиры Илдар Шәйәхмәтовтың ҡурайҙа уйнауы, йыр-бейеү күңелдәргә дәрт өҫтәне. Район хакимиәте башлығы сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡаны өсөн республиканың Милли китапханаһына рәхмәт хаты тапшырҙы.
Артабан ҡунаҡтар данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылына юл тотто. Бында улар арҙаҡлы яҡташыбыҙға арналған күргәҙмә-экспозиция менән танышты.
Тантанала сығыш яһап, Фәнзил Сыңғыҙов:
— Тыныс тормош хаҡына һуғыш яланында баш һалған яугирҙәребеҙ иҫтә­легенә арнап һуғыш реконструкцияһын тәҡдим итәбеҙ. 3D-маппинг техно­логияһын ҡулланып төҙөлгән музей ҙа — уларҙың данын мәңгеләштереүгә бер аҙым. Бындай музейҙы беҙҙең район республикала беренсе булып аса, — тине.
Һүҙҙе дауам итеп, Зөһрә Рәх­мәтуллина:
— Һеҙҙең ауыл — утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ данлыҡлы Шайморатов генералдың тыуған төйәге. Бик матур, йорттары төҙөкләндерелгән, “афарин” тип әйтергә генә ҡала. Тарихын онотмаған халыҡ мәңге йәшәр, – тине.
— Ҡырмыҫҡалы ерендә бөгөн тантана: 3D форматындағы музей асыла. Был юҡҡа түгел, сөнки ул – 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры генерал-майор Шайморатовтың тыуған ере. Әлеге ваҡытта беҙ оло ваҡиға алдында торабыҙ: Совет халҡының Бөйөк Еңеүенә 70 йыл тула. Ҡырмыҫҡалылар иһә төрлө сара ойоштороуҙа һәр ваҡыт алда килә, — тине Данил Азаматов.
— 112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһының даны киң таралған. Миңлеғәле Шайморатов кеүек шәхес кенә быға өлгәшә алыр ине. Шайморатов ауылында уның туғандары, күреп белеүселәр йәшәй. Ҡырмыҫҡалы халҡына ошо хәтерҙе киләсәк быуынға еткергәне өсөн рәхмәт әйткем килә. Проект беренсе түгел һәм һуңғыһы булмаһын тигән теләктә ҡалам, — тине Валентина Латипова һәм район хакимиәте башлығына башҡорт телендә яҙылған һалдаттар антын тапшырҙы.
Музейҙы асыу тантанаһында таҫманы киҫкәс, ҡунаҡтар Миңлеғәле Шаймора­тов­тың тормошона арналған документаль фильм ҡараны. Осрашыу һуңында район хакимиәте башлығы “Дисплей-Арт”, “Интерактив сәнғәт” (Ҡазан ҡалаһы) йәмғиәттәренә, Башҡортостандың Милли музейына күргәҙмә ойоштороуға өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт хаттары тап­шырҙы.
Йөрәктәргә уйылған йылдарФестивалдең кульминация мәле — “Башҡорт кавдивизияһы. 1944” хәрби-тарихи реконструкцияһы. Висла йылғаһы яры буйындағы алыш Ҡырмыҫҡалы ауылы быуаһы эргәһендә тергеҙелде – 70 йыл элек булған 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрбиҙәренең фашистар менән алышы күрһәтелде.
Һуғыш йылдары ҡышындағы кеүек, көн бик һыуыҡ ине. Әйтерһең, тәбиғәт тә ул дәһшәтле йылдарҙы күрһәтергә булыш­лыҡ итте. Ҡатнашыусылар, ысын яугирҙәрсә, сатлама һыуыҡҡа би­решмәне. Алыш ҡыҙҙы... Дошман һуңғы көсөн йыйып алға ташланды. Беҙҙең ғәскәр юғалтыуҙарҙы кәметеү өсөн сигенергә мәжбүр булды. Уларҙы еңелеүҙән кавалерия ҡотҡарҙы. Төп иғтибар, әлбиттә, атлыларҙа. Ҡурҡыу белмәҫ һыбайлыларҙың ҙур көс икәне аңлашыла. Әйткәндәй, Икенсе донъя һуғышын моторҙар һуғышы тиһәләр ҙә, аттар ҙа мөһим булған. Малҡайҙарҙы транспорт сараһы итеп ҡулланғандар, бигерәк тә артиллерияла. Улар бөтә мәхшәр барышында, бер утлы позициянан икенсеһенә күскәндә, ҡоралдарҙы ташый. Аттар автомобиль үтә алмаған юлһыҙ ерҙәрҙән дә сыға...
Хәрбиҙәр шул ваҡыттағы шинель, аҡ халат, каска, бүрек кейгән ине. Әлбиттә, бында килеүселәргә пулемет, пушка, вин­тов­каларҙан атҡан тауыштарҙы ишетер­гә, немецтарҙың мотоциклдарын күрергә лә мөмкинлек булды. Ялан кухняһында бешкән һалдат бутҡаһынан ауыҙ итеү, ауыл мәҙәниәт усаҡтары һәүәҫкәр­ҙәре­нең шанлы йылдарҙағы йырҙарҙы баш­ҡарыуы ла ул көндәрҙе тойорға бу­лыш­лыҡ итте.
Күпме ҡайғы, ғазаптар килтергән Бөйөк Ватан һуғышының утлы йылдарына сәйәхәт ҡылды халыҡ. Алыштарҙы барыһы ла мауығып ҡараны. Бигерәк тә һуғыш уйнарға яратҡан малайҙарҙың күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу күренде.
Реконструкция йәш быуынды ба­тырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһөндә тәрбиәләүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерәсәк, сөнки күргән-ишеткәндәр хәтергә нығыраҡ һеңә. Ошондай саралар тарихты белергә өйрәтә, уны тулыраҡ аңларға булышлыҡ итә, улар — ысын дәрес.
Шулай итеп, был көндө тарихҡа бағып, еңеү нисек яуланғанын һәр кем йөрәге аша тойҙо. Дары еҫе танауҙарҙы өттө... Ысын мәғәнәһендә һуғыш кәүҙәлән­дерелде. Реконструкцияла Рәсәйҙең төрлө ҡалаларындағы хәрби-тарихи клубтарҙан йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты.


Автор: Азат ҠОҘАҠАЕВ. Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә