Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күп фатирлы йортто капиталь ремонтлау
2014 йылдың октябренән күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәре дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауға иғәнә түләргә тейеш (Рәсәй Торлаҡ кодексының 169-сы статьяһындағы 3-сө өлөш һәм 2013 йылдың 28 июнендәге 694-се Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһындағы 3-сө өлөш)
Йорттоң ҡасан төҙөкләндерелеүе хаҡында ҡайҙан белергә?
Республика капиталь ремонт программаһы менән Төбәк операторының сайтында танышырға мөмкин. Программа йыл һайын яңыртыла.

Алынған квитанцияла мәғлүмәттәрҙең хаталы булыуы асыҡланһа, нимә эшләргә?
Мәғлүмәттәр дөрөҫ булмаһа, (347) 279-55-66 “ҡыҙыу элемтә” телефонына шылтыратып йәки kapremont@brsc.ru электрон адресына был турала хәбәр итергә кәрәк.

Бер йорттан йыйылған аҡса ҙурыраҡ мохтаж­лыҡ кисергән икенсе йортто төҙөкләндереүгә тотонола аламы?
Күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәренән йыйылған аҡса бер муниципаль берәмек биләмәһен­дә урынлашҡан икенсе йортто төҙөкләндереүгә кире ҡайтармалы нигеҙҙә генә тотонола ала. Икенсе муниципаль берәмектәге йортто ремонтлауға был аҡсаны файҙаланырға рөхсәт ителмәй.

Түләү документында күрһәтелгән торлаҡ майҙанына ниңә балкон һәм лоджия индерелгән?
Милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡтарҙа фатирҙың дөйөм майҙанына балкон, лоджия, веранда һәм террасаларҙың майҙаны 2006 йылдан ғына индерелмәй башланы. Мәғлүмәттәрҙе аныҡлау өсөн Төбәк операторына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ике ай эсендә түләү документында күрһәтелгән фатирҙың дөйөм майҙаны тураһындағы мәғлүмәткә төҙәтмә индереләсәк һәм, хаҡ ҡайтанан иҫәпләнеп, милексегә ҡайтарыласаҡ.

Йорт авария хәлендә тип танылған осраҡта капиталь ремонтҡа иғәнә түләнергә тейешме?
Авария хәлендә һәм һүтелергә тейеш тип танылған күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ хужалары капиталь төҙөкләндереүгә иғәнә түләү бурысынан бушатыла.

Башҡортостан Республикаһының Төбәк операторы – күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәткә капиталь ремонтты ваҡытында үткәреүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эшмәкәр­лек менән шөғөлләнгән ойошма. Ком­мерцияға ҡарамай, йәғни эшенең маҡ­саты табыш алыу түгел. Республика ҡаҙнаһы аҡсаһы иҫәбенә финанс­лана һәм халыҡтан килгән аҡсаны үҙ файҙаһына тотоноуға хоҡуҡһыҙ.
Төбәк операторына төрлө кимәл­дәге туғыҙ контроль-иҫәп, финанс һәм күҙәтеү органы контроллек итә.
Төбәк операторы тарафынан йөклә­мәләрен үтәүгә Башҡорт­остан Респуб­лика­һы субсидиар яуаплылыҡҡа эйә.
Республика капиталь ремонт программаһы Башҡортостан Хөкүмә­тенең 2013 йылдың 27 декабрендәге 634-се ҡарары менән раҫланды. Ул 30 йылға иҫәпләнә һәм йыл һайын ҡулайлаштырылырға тейеш. Йылына 1,5 мең самаһы йорт төҙөклән­дерелә­сәк тип күҙаллана.
Былтыр декабрҙә республика Хөкүмәте күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәре ай һайын түләргә тейешле мотлаҡ минималь иғәнә кү­лә­мен раҫланы. 2014 йылға был күрһәт­кес алты ҡатлыға тиклем йорттарҙағы бер квадрат метр өсөн – 5 һум 20 тин, алты ҡаттан юғарыраҡ йорттарҙағы бер квадрат метр өсөн 5 һум 80 тин тәшкил итә. Иғәнәләр быйыл октябрҙән түләнергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә