2014 йылдың октябренән күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәре дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауға иғәнә түләргә тейеш (Рәсәй Торлаҡ кодексының 169-сы статьяһындағы 3-сө өлөш һәм 2013 йылдың 28 июнендәге 694-се Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһындағы 3-сө өлөш)Йорттоң ҡасан төҙөкләндерелеүе хаҡында ҡайҙан белергә?
Республика капиталь ремонт программаһы менән Төбәк операторының сайтында танышырға мөмкин. Программа йыл һайын яңыртыла.
Алынған квитанцияла мәғлүмәттәрҙең хаталы булыуы асыҡланһа, нимә эшләргә?
Мәғлүмәттәр дөрөҫ булмаһа, (347) 279-55-66 “ҡыҙыу элемтә” телефонына шылтыратып йәки
[email protected] электрон адресына был турала хәбәр итергә кәрәк.
Бер йорттан йыйылған аҡса ҙурыраҡ мохтажлыҡ кисергән икенсе йортто төҙөкләндереүгә тотонола аламы?
Күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәренән йыйылған аҡса бер муниципаль берәмек биләмәһендә урынлашҡан икенсе йортто төҙөкләндереүгә кире ҡайтармалы нигеҙҙә генә тотонола ала. Икенсе муниципаль берәмектәге йортто ремонтлауға был аҡсаны файҙаланырға рөхсәт ителмәй.
Түләү документында күрһәтелгән торлаҡ майҙанына ниңә балкон һәм лоджия индерелгән?
Милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡтарҙа фатирҙың дөйөм майҙанына балкон, лоджия, веранда һәм террасаларҙың майҙаны 2006 йылдан ғына индерелмәй башланы. Мәғлүмәттәрҙе аныҡлау өсөн Төбәк операторына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ике ай эсендә түләү документында күрһәтелгән фатирҙың дөйөм майҙаны тураһындағы мәғлүмәткә төҙәтмә индереләсәк һәм, хаҡ ҡайтанан иҫәпләнеп, милексегә ҡайтарыласаҡ.
Йорт авария хәлендә тип танылған осраҡта капиталь ремонтҡа иғәнә түләнергә тейешме?
Авария хәлендә һәм һүтелергә тейеш тип танылған күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ хужалары капиталь төҙөкләндереүгә иғәнә түләү бурысынан бушатыла.
Башҡортостан Республикаһының Төбәк операторы – күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәткә капиталь ремонтты ваҡытында үткәреүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән ойошма. Коммерцияға ҡарамай, йәғни эшенең маҡсаты табыш алыу түгел. Республика ҡаҙнаһы аҡсаһы иҫәбенә финанслана һәм халыҡтан килгән аҡсаны үҙ файҙаһына тотоноуға хоҡуҡһыҙ.
Төбәк операторына төрлө кимәлдәге туғыҙ контроль-иҫәп, финанс һәм күҙәтеү органы контроллек итә.
Төбәк операторы тарафынан йөкләмәләрен үтәүгә Башҡортостан Республикаһы субсидиар яуаплылыҡҡа эйә.
Республика капиталь ремонт программаһы Башҡортостан Хөкүмәтенең 2013 йылдың 27 декабрендәге 634-се ҡарары менән раҫланды. Ул 30 йылға иҫәпләнә һәм йыл һайын ҡулайлаштырылырға тейеш. Йылына 1,5 мең самаһы йорт төҙөкләндереләсәк тип күҙаллана.
Былтыр декабрҙә республика Хөкүмәте күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәре ай һайын түләргә тейешле мотлаҡ минималь иғәнә күләмен раҫланы. 2014 йылға был күрһәткес алты ҡатлыға тиклем йорттарҙағы бер квадрат метр өсөн – 5 һум 20 тин, алты ҡаттан юғарыраҡ йорттарҙағы бер квадрат метр өсөн 5 һум 80 тин тәшкил итә. Иғәнәләр быйыл октябрҙән түләнергә тейеш.