Был юлы әңгәмәбеҙ Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аграр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Римма ҮТӘШЕВА менән.— Римма Әмир ҡыҙы, һуңғы осорҙа һеҙ етәкселек иткән комитет ниндәй закон проекттары өҫтөндә эшләй? Халыҡты борсоған, хәүефләндергән мәсьәләләрҙең ҡайһылары айырыуса көнүҙәк һәм закон нигеҙендә кисекмәҫтән көйләүҙе талап итә?
— Комитет алдына ҡуйылған бурыс ғәйәт ҙур. Һәр мәсьәлә халыҡтың йәшәйешенә туранан-тура ҡағыла. Миҫалға тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бәйлеһен атар инем. Һөҙөмтәлә Урман кодексы ҡабул ителде. Әйткәндәй, закондар базаһы байтаҡ яңылары менән дә тулыланды. Ғөмүмән, республика парламенты Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына тәҡдимдәр ебәрә, проекттарға төҙәтмәләр индерә, төбәк закондарын федераль ҡануниәткә яраҡлаштырыу өҫтөндә эшләй. Урман кодексынан тыш, һыу стратегияһы эшләнде, ауыл хужалығы буйынса закон проектында байтаҡ ҡына үҙгәреш булды.
Һуңғы осорҙа “Ҡырағай хайуандарҙы яҡлау тураһында”ғы эшебеҙҙе Дәүләт Думаһына ебәрҙек. Әлегә ҡәҙәр ҡыр йәнлектәренә ҡағылған мәсьәләлә аңлатыу алып барыу, иҫкәртеү менән генә сикләнә инек. Тиҙҙән ул закон нигеҙендә көйләнәсәк. Мәҫәлән, хужалары эт-бесәйенә чип ҡуйҙыртырға тейеш буласаҡ. Урамға сығарып ебәрелгән осраҡта, ошо чип буйынса уларҙың эйәһе табылып, штраф һалынасаҡ. Юғиһә әле бер кем дә үҙендә яуаплылыҡ тоймай.
Берәҙәк хайуандарға бәйле мәсьәләне хәл итеү өсөн муниципаль берәмектәргә вәкәләт бирелергә тейеш. Беҙҙә, ғәҙәттә, эт-бесәйгә ҡағылышлы сетерекле хәл тыуһа, Көнбайыш илдәре менән сағыштырырға яраталар. Йәнәһе, уларҙа бөтөнләй икенсе ҡараш, ҡырағайҙарса ҡыланыу юҡ. Сит илдәрҙә барлыҡ талаптар ҙа иҫәпкә алынған закон бар, ул мотлаҡ үтәлә. Сағыштырырға күнекһәк тә, паркта йәки скверҙа этен йөрөткән кешенең ҡулына һоҫҡо менән тоҡсай тотоп тиҙәк йыйғанын күргәнегеҙ бармы һуң? Әлбиттә, юҡ. Киләсәктә бындай урындарҙа полиция посы ла булырға тейеш.
Ергә бәйле мәсьәләләрҙең көнүҙәклеге былай ҙа яҡшы аңлашыла. “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын тәьмин итеү тураһында”ғы закон проекты тәҡдим ителде. Был документ уңдырышлы ерҙәрҙе дәүләт кимәлендә көйләү мөмкинлеген бирәсәк. Яңылыҡ тәү сиратта ер биләүселәргә ҡағыла. Биләмә эйәһе ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү буйынса технологик паспорт тултырырға тейеш. Һәр ялан-ҡырҙың айырым документын булдырыу ҡарала. Унда иһә ерҙең торошо хаҡында тулы мәғлүмәт тупланасаҡ. Юғиһә, әйтәйек, фермер, ер майҙанын ала ла ете-һигеҙ йыл буйы эшкәртмәй, ҡый үҫтереп ятҡыра. Һөҙөмтәһе шул: ер боҙола. Алғанһың икән — ең һыҙғанып эшлә! Хәҙер бындай хәлгә юл ҡуйҙырмау зарур. Экология буйынса закондарҙа ла үҙгәрештәр көтөлә. Мәҫәлән, урманды теләһә нисек ҡырҡалар, аяуһыҙ ҡыралар. Ә ул ағастар урынына икенселәрен кем ултыртырға тейеш һуң? Шуға күрә быны ла көйләү мотлаҡ. Тәбиғәт байлыҡтарынан кем генә файҙаланмай ҙа тәләфләмәй?! Күрәһең, уны мәңге бөтмәҫлек тип уйлайҙар һәм әрәм-шәрәм итеүҙән туҡтамайҙар. Миҫал өсөн йылға-күлдәрҙән сығарылған ҡомдо йәки ваҡ ташты ғына алайыҡ. Рөхсәтһеҙ-ниһеҙ ташыйҙар, һалым түләү ҙә юҡ. Был мәсьәлә лә яңынан ҡарала.
Ә бына “Ветеринария тураһында”ғы закон әлегә көсөнә инмәй, уны ҡайтанан эшләү өсөн ҡалдырып торолдо. Закон талаптарына ярашлы булһын өсөн әлегә мал һуйыу һәм уның ҡалдыҡтарын эшкәртеү өсөн махсус урындар булдырылмаған. Дөйөм алғанда, бындай закон кәрәк, сөнки ҡалдыҡтар теләһә ҡайҙа ырғытыла, бер ниндәй тәртип юҡ. Ә “сей” закондар ҡабул итергә ярамай, һәр береһе халыҡ мәнфәғәтендә булырға тейеш.
— Һеҙҙең өсөн тауыш биргән һайлаусыларығыҙ йышыраҡ ниндәй үтенестәр менән килә?
— Һайлаусыларым – алдынғы ҡарашлы, әүҙем һәм һәр мәсьәләнең ваҡытында хәл ителеүенә ярҙам итеүсе кешеләр. Мин һайланған Киров районына баш ҡала эргәһендәге ауылдар халҡы ла, өфөләр ҙә ҡарай. Ауылдағы һайлаусыларымдың төп үтенесе – эсәр һыу буйынса. Уны иң ауыры тип иҫәпләйем, сөнки мөрәжәғәт иткәндән һуң көнө-сәғәтендә үтәп була торғандарҙан түгел. Әйткәндәй, “Башҡортостан сәскәләре” ауылында һыу мәсьәләһе хәл ителергә тейеш. Йәнә урамдарҙы, юлдарҙы яҡтыртыу, автобус йөрөтөү, көнкүрештәге сүп-сарҙы йыйыу буйынса ярҙам итеүҙе үтенәләр. Поликлиника кәрәк, тиҙәр. Уны, аҡса наҡыҫлығына ҡарамай, һәр районда булдырыу зарур. “Үтенесегеҙ буйынса теге йәки был эш мотлаҡ атҡарыласаҡ йәки эшләйәсәкмен” тип шунда уҡ вәғәҙә бирә алмайым, сөнки һәр мәсьәлә тиерлек бюджетҡа бәйле. Һайлаусыларым күп нәмәне аңлап ҡабул итә, түҙә лә белә. Ғөмүмән, халыҡ һәйбәт ул беҙҙә, матур итеп йәшәргә ынтылалар.
— Республикалағы экологик хәлде нисек баһалайһығыҙ?
— Шәхсән ыңғай тип иҫәпләйем. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы ошо күрһәткес буйынса иң яҡшылар иҫәбенә сыҡты. Мөхитебеҙҙе бысратыуға юл ҡуйылмай башланы. Мәҫәлән, хәҙер йорттар эргәһендә автомобиль йыуыу туҡтатылды, газ яғыулығына күсеү ҙә ыңғай йоғонто яһай, нефть эшкәртеү заводтарында заманса ҡоролмалар артты, тирә-яҡ мөхитте бысратыуға юл ҡуймау өсөн контроль дә көсәйҙе.
— Римма Әмир ҡыҙы, теге йәки был етәксенең депутат мөрәжәғәтенә ебәргән яуабы һәр ваҡытта ла ысынбарлыҡҡа тап киләме? Ә, бәлки, сираттағы күҙ буяуҙыр?
— Депутат мөрәжәғәтенә яуаптар килә. Вәғәҙә лә итәләр, ҡасан атҡарыласағын да еткерәләр. Ҡағыҙҙа яҙылғанға ғына ышанып ултырмайбыҙ, үҙебеҙ ҙә урынға сығабыҙ, күҙәтеп һәм контролләп торабыҙ. Шуныһы һөйөнөслө: Киров районы хакимиәте менән иңгә-иң терәп эшләйбеҙ.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
яҙып алды.