“Буш вәғәҙәләр бирә алмайым”17.12.2014
“Буш вәғәҙәләр бирә алмайым” Был юлы әңгәмәбеҙ Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аграр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Римма ҮТӘШЕВА менән.

— Римма Әмир ҡыҙы, һуңғы осорҙа һеҙ етәкселек иткән комитет ниндәй закон проекттары өҫтөндә эшләй? Халыҡты борсо­ған, хәүеф­ләндергән мәсьәләләр­ҙең ҡайһылары айырыуса көн­үҙәк һәм закон нигеҙендә кисекмәҫтән көйләүҙе талап итә?
— Комитет алдына ҡуйыл­ған бу­рыс ғәйәт ҙур. Һәр мәсьә­лә халыҡтың йәшә­йе­шенә туранан-тура ҡағыла. Миҫалға тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бәй­леһен атар инем. Һөҙөмтәлә Ур­ман кодексы ҡабул ителде. Әйт­кән­дәй, закондар базаһы байтаҡ яңы­­лары менән дә тулыланды. Ғө­мү­мән, республика парламенты Рәсәй­ҙең Дәүләт Думаһына тәҡдим­дәр ебәрә, проекттарға төҙәтмәләр инде­рә, төбәк закондарын федераль ҡануниәткә яраҡлаш­ты­рыу өҫтөндә эшләй. Урман кодексынан тыш, һыу стра­те­гияһы эшләнде, ауыл хужа­лығы буйынса закон проектында байтаҡ ҡына үҙгәреш булды.
Һуңғы осорҙа “Ҡырағай хай­уан­дар­ҙы яҡлау тураһында”ғы эшебеҙҙе Дәүләт Думаһына ебәрҙек. Әлегә ҡәҙәр ҡыр йәнлектәренә ҡағылған мәсьә­ләлә аңлатыу алып барыу, иҫ­кәртеү менән генә сикләнә инек. Тиҙҙән ул закон ниге­ҙендә көйләнә­сәк. Мәҫәлән, хужалары эт-бесәйенә чип ҡуйҙыртырға тейеш буласаҡ. Урамға сығарып ебәрелгән осраҡта, ошо чип буйынса уларҙың эйәһе табылып, штраф һалынасаҡ. Юғиһә әле бер кем дә үҙендә яуаплылыҡ тоймай.
Берәҙәк хайуандарға бәйле мәсьә­ләне хәл итеү өсөн муниципаль берә­мектәргә вәкәләт бирелергә тейеш. Беҙҙә, ғәҙәт­тә, эт-бесәйгә ҡағы­лышлы сетерекле хәл тыуһа, Көн­байыш илдәре менән сағыштырырға яраталар. Йәнәһе, уларҙа бө­төн­ләй икенсе ҡараш, ҡыра­ғайҙарса ҡы­ланыу юҡ. Сит илдәрҙә барлыҡ талаптар ҙа иҫәпкә алынған закон бар, ул мотлаҡ үтәлә. Сағыштырырға күнекһәк тә, паркт­а йәки сквер­ҙа этен йөрөткән кешенең ҡулына һоҫҡо менән тоҡсай тотоп тиҙәк йыйғанын күргәнегеҙ бармы һуң? Әлбиттә, юҡ. Киләсәктә бындай урындарҙа полиция посы ла булырға тейеш.
Ергә бәйле мәсьәләләрҙең көн­үҙәк­леге былай ҙа яҡшы аң­лашыла. “Башҡортостан Рес­публикаһында ауыл ху­жа­лығы тәғәйенлә­нешендәге ерҙәр­ҙең уңдырышлылығын тәьмин итеү тураһында”ғы закон проекты тәҡдим ителде. Был документ уң­дырышлы ерҙәрҙе дәүләт кимәлендә көйләү мөмкинлеген бирәсәк. Яңы­лыҡ тәү сиратта ер биләүселәргә ҡа­ғыла. Биләмә эйәһе ауыл хужа­лығы культураларын эшкәртеү буйынса технологик паспорт тул­ты­рырға те­йеш. Һәр ялан-ҡырҙың айырым документын булдырыу ҡарала. Унда иһә ерҙең торошо хаҡында тулы мәғлү­мәт тупланасаҡ. Юғиһә, әйтәйек, фермер, ер майҙанын ала ла ете-һигеҙ йыл буйы эшкәртмәй, ҡый үҫтереп ят­ҡыра. Һөҙөмтәһе шул: ер боҙола. Алғанһың икән — ең һыҙғанып эшлә! Хәҙер бындай хәлгә юл ҡуйҙырмау зарур. Экология буйынса закондарҙа ла үҙгәрештәр көтөлә. Мәҫә­лән, урманды теләһә нисек ҡырҡалар, аяу­һыҙ ҡыралар. Ә ул ағастар урынына икен­се­ләрен кем ултыртырға тейеш һуң? Шуға күрә быны ла көй­ләү мотлаҡ. Тәбиғәт байлыҡ­тарынан кем генә фай­ҙа­ланмай ҙа тәләф­ләмәй?! Күрәһең, уны мәңге бөтмәҫлек тип уйлайҙар һәм әрәм-шәрәм итеүҙән туҡтамайҙар. Миҫал өсөн йылға-күлдәрҙән сығарылған ҡомдо йәки ваҡ ташты ғына алайыҡ. Рөхсәтһеҙ-ниһеҙ ташыйҙар, һалым түләү ҙә юҡ. Был мәсьәлә лә яңынан ҡарала.
Ә бына “Ветеринария тураһын­да”ғы закон әлегә көсөнә инмәй, уны ҡайтанан эшләү өсөн ҡалдырып торолдо. Закон талаптарына ярашлы булһын өсөн әлегә мал һуйыу һәм уның ҡалдыҡтарын эшкәртеү өсөн махсус урындар булдырылмаған. Дөйөм алғанда, бындай закон кәрәк, сөнки ҡалдыҡтар теләһә ҡайҙа ырғытыла, бер ниндәй тәртип юҡ. Ә “сей” закондар ҡабул итергә ярамай, һәр береһе халыҡ мәнфәғәтендә булырға тейеш.
— Һеҙҙең өсөн тауыш биргән һайлаусыларығыҙ йышыраҡ нин­дәй үтенестәр менән килә?
— Һайлаусыларым – алдынғы ҡа­раш­лы, әүҙем һәм һәр мәсьәләнең ваҡытында хәл ите­леүенә ярҙам итеүсе кешеләр. Мин һайланған Ки­ров районына баш ҡала эргәһендәге ауылдар халҡы ла, өфөләр ҙә ҡарай. Ауылдағы һайлаусыларымдың төп үтенесе – эсәр һыу буйынса. Уны иң ауыры тип иҫәпләйем, сөнки мөрә­жәғәт иткәндән һуң көнө-сәғәтендә үтәп була торғандарҙан түгел. Әйт­кәндәй, “Башҡортостан сәскә­ләре” ауылында һыу мәсьәләһе хәл ите­лергә тейеш. Йәнә урамдарҙы, юл­дарҙы яҡтыртыу, автобус йөрөтөү, көнкүрештәге сүп-сарҙы йыйыу буйынса ярҙам итеүҙе үтенәләр. Поликлиника кәрәк, тиҙәр. Уны, аҡса наҡыҫлығына ҡарамай, һәр районда булдырыу зарур. “Үтенесегеҙ буйынса теге йәки был эш мотлаҡ атҡарыласаҡ йәки эшләйәсәкмен” тип шунда уҡ вәғәҙә бирә алмайым, сөнки һәр мәсьәлә тиерлек бюджетҡа бәйле. Һайлаусыларым күп нәмәне аңлап ҡабул итә, түҙә лә белә. Ғөмүмән, халыҡ һәйбәт ул беҙҙә, матур итеп йәшәргә ынтылалар.
— Республикалағы экологик хәлде нисек баһалайһығыҙ?
— Шәхсән ыңғай тип иҫәпләйем. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы ошо күрһәткес буйынса иң яҡшылар иҫәбенә сыҡты. Мөхитебеҙҙе бысратыуға юл ҡуйыл­май башланы. Мәҫәлән, хәҙер йорттар эргәһендә автомобиль йыуыу туҡтатылды, газ яғыулығына күсеү ҙә ыңғай йоғонто яһай, нефть эшкәртеү заводтарында заманса ҡоролмалар артты, тирә-яҡ мөхитте бысратыуға юл ҡуймау өсөн контроль дә көсәйҙе.
— Римма Әмир ҡыҙы, теге йәки был етәксенең депутат мөрәжә­ғәтенә ебәргән яуабы һәр ваҡытта ла ысынбарлыҡҡа тап киләме? Ә, бәлки, сираттағы күҙ буяуҙыр?
— Депутат мөрәжәғәтенә яуаптар килә. Вәғәҙә лә итәләр, ҡасан атҡа­рыласағын да еткерәләр. Ҡағыҙҙа яҙыл­ғанға ғына ышанып ултырмай­быҙ, үҙебеҙ ҙә урынға сығабыҙ, күҙәтеп һәм контролләп торабыҙ. Шуныһы һөйөнөслө: Киров районы хакимиәте менән иңгә-иң терәп эшләйбеҙ.

Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
яҙып алды.


Вернуться назад