Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һалдатты ер көсө тарта
Һалдатты ер көсө тарта Йәшәйештә ҡырҡа боролоштар була. Шул мәлдә кеше аптырап ҡала, йәнәһе, уңырмынмы-туңырмынмы? Ә бына Балаҡатай районы уңғаны Әмир Ситдиҡовтың тормош девизы шулай яңғырай: “Нимә генә булһа ла, бөтәһе лә яҡшыға”.
Фермер “Лимузин тоҡомло һыйыр малын үрсетеү һәм һимертеү буйынса ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү” программаһын һайлаған. Бер миллион биш йөҙ мең һум күләмендә грант отоп, егерме баш һыйыр малы һәм бер үгеҙ һатып алырға ниәт иткән, ҡалған аҡсаһын ҙур төҙөлөшкә йүнәлтмәксе. Районда иң ҙур крәҫтиән (фермер) хужалығы эште киң йәйелдермәксе.
– Ошо көндәрҙә малдарҙы алып ҡайтабыҙ, уларҙың һәр береһе алтынға торошло, – тип башланы һүҙен Әмир Ситдиҡов. – Нисек кенә булмаһын, ауыл ерендә малһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Әйткәндәй, йылҡы һанын ҡырҡҡа еткерҙем. Йөк аты – хужалыҡта иң кәрәклеһе.
Әмир Хәбир улының киләсәктә иттән һөткә күсергә иҫәбе юҡ түгел. Ялан ҡаплап тибендә йөрөгән бейәләрҙе күргәс, унан ҡымыҙ бешеү-бешмәүҙәре тураһында һораштым. Танышым был йүнәлеште лә өйрәнгән, ләкин уның килемгә ҡарағанда сығымы күберәк икән. Шуларҙың барыһын да иҫәпкә алып, ҡымыҙсылыҡҡа тотонмай тора. Фермерҙың 800 гектар тирәһе һөрөнтө ере бар, киләһе йылдарҙа уны меңгә еткермәксе.
– Беҙҙә йән башына 11 гектар пай ере тура килә, – ти ул. – Минең ҡарамаҡтағы баҫыу-көтөүлектәрҙең барыһы ла — пай ерҙәре. Ауылдаштарым өлөшөн миңә ышанып тапшырған икән, әлбиттә, өмөттө аҡларға тейешмен. Күп итеп иген сәсәм.
Әмир Ситдиҡов, үҫемлекселек һәм малсылыҡтан тыш, урмансылыҡ менән дә шөғөлләнә. Ҡышҡы һил осорҙо файҙаға үткәрә. Һәр йыл һайын ди­ләнкә алып, Айҙаҡай, Ҡарлыхан һәм эргә-тирәләге ауыл халҡын утындан өҙмәй.
Һалдатты ер көсө тартаБарыһына нисек өлгөрәлер — аптырарһың. Баҡтиһәң, бер нисә йыл контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәттә йөрөү теүәллеккә, тәртипкә, һаҡсыл­лыҡҡа өйрәткән. Һалдаттан нисек итеп фермер булып киткәнме? Шулай бер йылды тыуған төйәгенә ялға ҡайтҡанда ауылдан ҡот юғалыуына, ерҙәрҙең ташландыҡҡа әйләнә барыуына әсенә. Һәммәһен дә күреп-күҙәтеп йөрөй, көндәр ҙә һанаулы ғына ҡалып бара. Ҡыҫҡаһы, кире юлға йөрәкһенеп сыға. Силәбе өлкәһендәге Сыбаркүл гарнизонына килеп, контрактын өҙә лә туп-тура Айҙаҡайына юллана...
Фермер бер нисә ауылдашына эш урыны булдырған. Тимерхан Шархиев, Нуриман Ғиззәтуллин, Дамир Миң­лебаев, Рәдиф менән Ринат Зекир­йәновтарҙың һәр береһенә ыша­ныр- ­лыҡ. Йәштәрҙән Айҙар Шархиев, Альфред Ситдиҡов әрменән һуң шунда уҡ “ҡорос ат”тарҙы ауыҙлыҡлаған.
Әмир Хәбир улы билдәләүенсә, иң бәкәлгә һуҡҡаны – етештергән тауарҙы тейешенсә һата алмау. Ошо мәсьәлә берәй нисек юлға һалынһа, фер­мерҙарҙың күбеһе киләсәген асыҡ күҙаллаясаҡ, йәшәүе лә еңеләйәсәк, ти.
Әмир Хәбир улы Дыуан аграр техникумын тамамлаған, ләкин бының менән генә сикләнмәҫкә уйлай — юғары уҡыу йортона инергә теләге ҙур. Кәләше Гөлшат менән Адис исемле ул үҫтерә. Тимәк, эште дауам итерлек кешеһе бар.



Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ Район: Балаҡатай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә