Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Онотолмаҫ дуҫлыҡ
Онотолмаҫ дуҫлыҡ 1958 йылдың август айы. Юғары уҡыу йорттарында имтихандар мәле. Ошо осор яҙмыш мине Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡытыусылыҡҡа уҡырға килгән Мансур Хоҙайғолов менән осраштырҙы. Беҙ дөйөм ятаҡта имтихандарға әҙерләнәбеҙ. Бушаған арала, хәл-әхүәл һорашабыҙ, хатта көрәшеп, көс һынашып алабыҙ. Мансур Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы егете булып сыҡты. Алсаҡ йөҙө, изге күңеле, тулҡынланып торған бөҙрә сәстәре, һоҡланғыс холҡо бик оҡшаны. Минең һымаҡ армияла хеҙмәт иткән, педагогик эште татып ҡараған, тормошто аңлаған йәш кеше менән әлегәсә үткән юлыбыҙ бер ишерәк булып сыҡты. Бәлки, шуғалыр ҙа һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәҫ ине.

­Ейәнсура районының Ба­йыш, Сәғит ауылдарында Бөр­йән йәки Һырт яҡ кеше­ләре йонсоу, фәҡир йәшәй икән тигән һүҙ таралғайны. Өҫтәүенә кешеләр менән бик аралашып бармайҙар, тип ҡуялар ине. Мансур, Бөрйән­дең башҡа егеттәре менән осрашыу был уйҙыр­маларҙы елгә осороп ебәр­гәндәй бул­ды. Ваҡыт үтеүгә, бөр­йән­дәрҙең уңған, уҡырға үтә тырыш, кешелекле һәм ярҙамсыл булғанда­рына һоҡлан­дым. Улар һәр эштә башлап йөрөүсе һәм оҫта ойоштороусы булды. Мәҫә­лән, Исмәғил Ғәбитов физика һәм математика факультетында комсомол секретары булып эшләне, уның ойоштороу һәләтенә һоҡланма­ған студент ҡалма­ғандыр. Күптәр: “Үҙе яҡшы уҡый, һәр эшкә ваҡыт таба, нисек өлгөрә икән?” – тип аптырай ине. Рә­сүлдең ҡулынан шахмат таҡтаһы төш­мәне, ә Роберт Баязитов ҡаштарын һикертеп, тыпырлатып бейеүе менән алдырҙы.
Мансур Хоҙайғолов ошо Бөрйән егет­тәренең уңған, мөләйем бер вә­киле булды. Ул тырышлығы, тура һүҙ­лелеге, тоғролоғо менән айырылып торҙо. Беҙгә, ауыл балаларына, урыҫ теленән диктант яҙыу еңел булманы. Бер ваҡыт Мансур уҡытыусыға: “Әгәр ошо яҙманан үтеп китһәм, һүҙ бирәм – урыҫ әҙәбиәтенән имтиханды “биш­ле”гә тапшырам”, – тигәйне. Имтихандан сығып, ҡағыҙын ҡараһаҡ, ысынлап та, унда “отлично” баһаһы тора ине. Уҡырға ингәс тә беҙ ҡул ҡаушырып ултырманыҡ – һәр кистә урыҫ теленән диктант яҙып, үҙебеҙҙең грамоталы­лыҡты күтәрә торғайныҡ. Әйткәндәй, институтты тамамлағанда Мансур, өҫ­тәмә рәүештә имтихандар тапшырып, филологҡа ҡушып тарих уҡы­тыу­сыһы тигән һөнәр ҙә алып сыҡты.
Шулай итеп, институтта башланған дуҫлыҡ ғүмеребеҙ буйына дауам итте, нығынды. Мансур Мазһар улы Стәрле­тамаҡ педагогия институтынан һуң ауыл хужалығы институтын, Сверд­ловски­ҙа Юғары партия мәктә­бен тамамланы. Уға аспирантурала ҡалырға тәҡдим итәләр. Әммә ауыл балаһын ер тарта, тиҙерәк районға ҡайтып эшләгеһе килә.
КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты Мансур Хоҙайғоловты Ейәнсура райкомына кадрҙар бүлеге мөдире итеп ебәрә. Райкомдың беренсе секретары Рәшит Мәхмүтов, бай тәжрибә туплаған II группа һуғыш инвалиды, райкомдың икенсе секретары Зәбир Ғүмәров, өсөнсө секретары Нәғим Бикбаев һәм башҡалар менән уртаҡ тел табып, аңлап эшләү бәхете тейә. Колхоз идараһы рәйестәре – абруйлы Сә­лимйән Дәүләтшин, Бәҙри Йомалин практик яҡтан ныҡлы таяныс була. Эшен дә улар менән кәңәшләшеп баш­ҡара. Мансур Хоҙайғолов Ейәнсура ра­йоны хеҙмәтсәндәре араһында үҙенең эшсәнлеге, кешелеклеге менән абруй ҡаҙана, ҙур ихтирамға лайыҡ була.
Унда байтаҡ эшләгәс, ул үҙенең тыу­ған районы Бөрйәнгә ҡайтып, район Советы башҡарма комитеты рәйесе, райкомдың беренсе секретары вазифаларын башҡарҙы, халыҡ араһында яҡлау тапты. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ниндәй генә вазифа башҡарһа ла, ул үҙ идеяһына, намыҫына мәңге тоғро ҡал­ды. Бәлки, тура һүҙлелеге менән кем­гәлер оҡшап та етмәгәндер, әммә ялағайлана белмәне. Идеяһына һәм идеалына хыянат итеүҙән алыҫ торҙо.
Партия тарҡалғас, кочегар булып эшләүе лә ошо тоғролоҡ арҡаһында бул­ды. Әлбиттә, юғарыла, партия етәк­селегендә, ҡайһы бер ике йөҙлө кеше­ләрҙең булыуын ул күҙ алдына ла кил­термәне. Тағы шуға аптырайым: өс дип­ломлы аҡыл эйәһен кочегар итеп эшләтергә кемдең башына килде икән? Ғәмһеҙлекме, яуызлыҡмы был? Ундай кешеләрҙе яҡларға бер кемдең дә башына килмәгән, күрәһең. Йәл, бәлки, нервылар ҡаҡшауы, ауыр физик эш уны шулай ауыр сиргә юлыҡ­тыр­ға­н­дыр.
Мансур Хоҙайғолов шәхси тормошонда ла үҙен бик аҡыллы тотто. Бө­гөн­гөләй хәтеремдә, ҡатыным Фәнисә һәм Бөрйән дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Фәниә һәм Ман­сурҙың Октябрьский ҡалаһында үткән туйында төп ҡунаҡ бу­лып ултыр­ғай­ныҡ. Мө­хәб­бәт емеше булып өс балалары тыу­ҙы. Фәниә әлеге көн­дә төп­сөктәре Азамат менән йәшәй.
Атаһы Мазһар ағай Мансур институтта уҡы­ғанда уҡ донъя ҡуй­ғайны. Әсәһе алты бала менән тороп ҡалды. Иң олоһо Мансур ине. Шу­ға күрә ҡусты-һеңлеләрен ҡарау, белем һәм тәр­биә биреү уның елкә­һенә төштө. Улар Ман­сурҙы бик яҡын күр­ҙе, һәр һүҙен тыңлап, уға мәңге рәхмәтле бу­лып ҡалдылар.
Бөрйәнгә барһа, кешеләр уның тә­би­ғәтенә һоҡланып ҡайта. Ә бит ундағы йәшәү шарттары халыҡ өсөн еңелдән түгел. Хатта мал йөрөрлөк көтөүлек­тәре лә юҡ бит. Иртән тороп Ағиҙел йылғаһына күҙ һалһаң, ғәжәпләнеп ҡуяһың. Һыйыр малдары үлән уртлау өсөн йылғаның икенсе ярына йөҙөп сыға, ә быҙауҙарҙы кәмәгә тейәп та­шыйҙар. Кисен – ошондай уҡ күренеш, тик был юлы ауыл яғына табан. Хужалар малдарының иҫән-һау ҡайтыуына ла шикләнә, сөнки айыу-бүре тейә. Мансур зарлана ине: “Кәртүк” (бөр­йәнсә) сәсергә лә урын юҡ”.
Ә шулай ҙа Бөрйәндең тәбиғәтенә һоҡланмау мөмкин түгел. Халҡының дуҫ-туған булып йәшәүенә, ярҙамсыл һәм кешелекле булыуына ошо гүзәл тәбиғәт йоғонто яһамай ҡалмағандыр, моғайын. Меңәр йылдар буйы йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап, бөгөнгө көнгәсә еткергән, донъяла танылыу тапҡан Шүлгән мәмерйәһе – башҡорт халҡы өсөн үҙе оло ғорурлыҡ. Тамырҙарын эре таштарға батырып, тыуған тупраҡтан йәшәү сығанағы алып үҫкән мәшһүр ҡарағайҙар, тарихи урын­дар, халыҡ йырҙарының һәм ҡо­байырҙарының шиңмәҫ шишмәләре бөр­йәндәрҙе йыр-моң менән һыйлаған, йомарт хазина менән тәьмин иткән. Бәлки, шуларҙың йоғонтоһолор, ул яҡ йырсыларының тауышы, моңо халыҡ­сан булыуы менән айырылып тора. Мәҫәлән, мин Ғилман Сәфәрғәлиндең йырлағанын сәғәттәр буйы тыңлап ултыра торғайным.
Мансур Хоҙайғолов та ошо гүзәл тәбиғәт ҡосағында, уның матурлығына һоҡланып йәшәне. Шуныһы үкенесле: был матурлыҡты бик иртә ҡалдырып китте. 1994 йылдың сентябрендә Иҫке Собханғолда 60 йәшлек юбилейын билдәләгәндә, уның менән бик ҙур пландар ҡорғайныҡ, йышыраҡ осра­шыр­ға вәғәҙә бирешкәйнек. Тик улар тормошҡа ашманы. Дуҫым ҡаты сиргә дусар булып, Өфөнөң 6-сы дауахана­һына эләкте. Ҡатыным менән миңә әйткән һүҙҙәре күңелемдә уйылып ҡал­ған: “Мин бит көслө ихтыярлы, тимер холоҡло кеше, был сирҙе мотлаҡ еңеп сығасаҡмын. Һеҙҙең менән Бөрйән буй­лап йөрөр көндәребеҙ алда әле”. Әммә ҡәһәрле сир шундай кешене лә аяманы, еңеп ҡуйҙы.
Ошо арала Мансур Хоҙайғоловтың 80 йәшен билдәләгән булыр инек. Шулай ҙа беҙҙең эскерһеҙ дуҫлыҡ оно­толмаҫ, мәңгелек булып йөрәгемдә урын алды. Тормош уның һөйөклө ҡа­тыны Фәниәлә, балаларында дауам итә.
Мансурҙың яҡты йөҙө, тулҡын­ланып торған бөҙрә сәстәре – минең күҙ алдымда, моңло тауышы менән башҡар­ған башҡорт халыҡ йыры “Һары ла сәс” һаман булһа ҡолағымда сыңлай.

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21