Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Атай” тип өндәшә алманым
“Башҡортостан” гәзите хеҙмәт­кәрҙәренә, уны алдырыу­сыларға, ғәҙеллекте яҡлап мәҡәлә яҙыу­сы­ларға ҙур рәхмәт. Беҙ 55 йыл дауамында алдырып, яратып уҡыйбыҙ был баҫманы.

Һуғыш балалары булараҡ, эшкә иртә егелдек. Йәштәштәребеҙ ҙә һирәгәйә бара, иҫәндәренә именлек насип булһын, тип теләйем. Миңә яҡын кешемә “атай” тип өндәшеү форсаты теймәне, сөнки ул һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Әсәйем атайымды һәр кис йылы мейестә аш әҙерләп көтөр ине.
Бәләкәй саҡта иптәштәрем атайҙары­нан килгән хаттарҙы ҡәҙерләп һаҡлаған, ә мин өйҙәге ике хатты йәшереп уйнарға алып сыҡҡанмын. Уны миңә оло апайҙар уҡығандан “Әле мин һеҙгә окоптан хат яҙам, өҫтән ямғыр кеүек пуля яуа, ҡайтыу хәлдәрен белмәйем, Ғәзимә ҡыҙымдың бәхетенән генә иҫән ҡалмаһам...” тигән һүҙҙәр хәтерҙә уйылып ҡалған. Атайымдан башҡа хәбәр булманы. Уның ҡайҙа ер­ләнгәне лә билдәһеҙ.
Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡандар ҡәҙер-хөрмәттә йәшәне, тол ҡалған ҡатындарға төрлө ташлама булдырылды, фатир бирелде. Ә беҙгә, ҡорбандарҙың балалары­на, ниңә бындай ярҙам ҡаралмаған икән? Ауыр эшкә егелгәндәрҙең пенсияһын артты­рһындар ине.
Беҙҙең әсәйҙәр бигерәк түҙемле булған, улар күргәнде бер кемгә лә теләмәҫ инем – урман да ҡырҡтылар, юл да һалдылар, кәйлә менән таш та ярҙылар, тоҡлап йөк тә ташынылар, сабаталары өҙөлөп китә ине бахырҙарҙың. Ҡышты нисек сыҡҡан­дарҙыр, әммә ҡар ирей башлау менән се­регән картуф йыйып, аслыҡ тойғоһон баҫтылар.
Бер көн баҫыуға яҡын ергә өс ҡыҙ ҡуҙғалаҡ ашарға барғанбыҙ. Эргәлә Фәри­ха, Орҡоя апайҙар ялан аяҡ көйөнсә атҡа тимер тырма егеп, ер тырмата ине. Бер саҡ аттарын туҡтатып, беҙҙең янға йүгереп килеп, усыбыҙға йыйылған ҡуҙ­ғалаҡтан ауыҙ иттеләр. “Эй, арыу булып ҡалды, иртәгә тағы ла килегеҙ”, – тигән булып, беҙҙе һөйөп-яратып ебәрҙеләр. Үлән ашап ҡына нисек арыу булһын инде?! Ул ялан аяҡ апайҙар күптән был донъяла юҡ.
Күршеләребеҙ картуф сәсә: ат һаба­ны­на алты ҡатын егелгән, етенсегә – таяҡҡа таянып йөрөгән һуҡыр әбей... Был күре­неш­те йөрәк аша үткәрмәү мөмкин түгел.
Әсәйем колхозда һыйыр һауа, хеҙмәт көнө айҡанлы ике бот иген күтәреп ҡайтып инмәһенме?! Өләсәйем китте шатланып, иген ҡарарға тип күршеләребеҙ йыйылды, үҙҙәре: “Эй, һәйбәт иген бит”, – тип маҡ­тайҙар. Ысынында иһә ул – алабута, өстән бер өлөшө арыш булып сыҡты.
Мал аҙығы булмағас, ферма һыйыр­ҙарын көтөүгә иртә алып сығалар. Әсәйем­дең бер һауын һыйыры шунда ҡарға батып үлгән, көтөүсе күрмәгән. Шул үлгән малды кешеләр үҙ-ара таратып алып бөткән, әсәйем абайламай ҡалған, һуңынан “иң матур һыйырым” тип оҙаҡ иланы.
Ауыл ҡатындары Түрһәгәҙе йылғаһы­ның Ҡыҙыл яр тигән урынында быуа быуғанда ике малайҙың һыбай сабып килгәнен күрәләр. Ә улар иһә: “Һуғыш туҡтаған! Һуғыш туҡтаған!” – тип бар көстәренә ҡысҡыра икән. Тыуған яғыма ҡайтҡанда шул ярҙы күргән һайын илайым, теге малайҙар килеп сығыр төҫлө тойола.




Автор: Г. ШӘМСЕТДИНОВА. Район: Ауырғазы районы, Талбазы ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә