“Атай” тип өндәшә алманым17.12.2014
“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәренә, уны алдырыусыларға, ғәҙеллекте яҡлап мәҡәлә яҙыусыларға ҙур рәхмәт. Беҙ 55 йыл дауамында алдырып, яратып уҡыйбыҙ был баҫманы.
Һуғыш балалары булараҡ, эшкә иртә егелдек. Йәштәштәребеҙ ҙә һирәгәйә бара, иҫәндәренә именлек насип булһын, тип теләйем. Миңә яҡын кешемә “атай” тип өндәшеү форсаты теймәне, сөнки ул һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Әсәйем атайымды һәр кис йылы мейестә аш әҙерләп көтөр ине.
Бәләкәй саҡта иптәштәрем атайҙарынан килгән хаттарҙы ҡәҙерләп һаҡлаған, ә мин өйҙәге ике хатты йәшереп уйнарға алып сыҡҡанмын. Уны миңә оло апайҙар уҡығандан “Әле мин һеҙгә окоптан хат яҙам, өҫтән ямғыр кеүек пуля яуа, ҡайтыу хәлдәрен белмәйем, Ғәзимә ҡыҙымдың бәхетенән генә иҫән ҡалмаһам...” тигән һүҙҙәр хәтерҙә уйылып ҡалған. Атайымдан башҡа хәбәр булманы. Уның ҡайҙа ерләнгәне лә билдәһеҙ.
Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡандар ҡәҙер-хөрмәттә йәшәне, тол ҡалған ҡатындарға төрлө ташлама булдырылды, фатир бирелде. Ә беҙгә, ҡорбандарҙың балаларына, ниңә бындай ярҙам ҡаралмаған икән? Ауыр эшкә егелгәндәрҙең пенсияһын арттырһындар ине.
Беҙҙең әсәйҙәр бигерәк түҙемле булған, улар күргәнде бер кемгә лә теләмәҫ инем – урман да ҡырҡтылар, юл да һалдылар, кәйлә менән таш та ярҙылар, тоҡлап йөк тә ташынылар, сабаталары өҙөлөп китә ине бахырҙарҙың. Ҡышты нисек сыҡҡандарҙыр, әммә ҡар ирей башлау менән серегән картуф йыйып, аслыҡ тойғоһон баҫтылар.
Бер көн баҫыуға яҡын ергә өс ҡыҙ ҡуҙғалаҡ ашарға барғанбыҙ. Эргәлә Фәриха, Орҡоя апайҙар ялан аяҡ көйөнсә атҡа тимер тырма егеп, ер тырмата ине. Бер саҡ аттарын туҡтатып, беҙҙең янға йүгереп килеп, усыбыҙға йыйылған ҡуҙғалаҡтан ауыҙ иттеләр. “Эй, арыу булып ҡалды, иртәгә тағы ла килегеҙ”, – тигән булып, беҙҙе һөйөп-яратып ебәрҙеләр. Үлән ашап ҡына нисек арыу булһын инде?! Ул ялан аяҡ апайҙар күптән был донъяла юҡ.
Күршеләребеҙ картуф сәсә: ат һабанына алты ҡатын егелгән, етенсегә – таяҡҡа таянып йөрөгән һуҡыр әбей... Был күренеште йөрәк аша үткәрмәү мөмкин түгел.
Әсәйем колхозда һыйыр һауа, хеҙмәт көнө айҡанлы ике бот иген күтәреп ҡайтып инмәһенме?! Өләсәйем китте шатланып, иген ҡарарға тип күршеләребеҙ йыйылды, үҙҙәре: “Эй, һәйбәт иген бит”, – тип маҡтайҙар. Ысынында иһә ул – алабута, өстән бер өлөшө арыш булып сыҡты.
Мал аҙығы булмағас, ферма һыйырҙарын көтөүгә иртә алып сығалар. Әсәйемдең бер һауын һыйыры шунда ҡарға батып үлгән, көтөүсе күрмәгән. Шул үлгән малды кешеләр үҙ-ара таратып алып бөткән, әсәйем абайламай ҡалған, һуңынан “иң матур һыйырым” тип оҙаҡ иланы.
Ауыл ҡатындары Түрһәгәҙе йылғаһының Ҡыҙыл яр тигән урынында быуа быуғанда ике малайҙың һыбай сабып килгәнен күрәләр. Ә улар иһә: “Һуғыш туҡтаған! Һуғыш туҡтаған!” – тип бар көстәренә ҡысҡыра икән. Тыуған яғыма ҡайтҡанда шул ярҙы күргән һайын илайым, теге малайҙар килеп сығыр төҫлө тойола.