Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ул да урмансы булды
Орҡоя менән Әйүп Ғәббәсовтарға заманында белем алырға тура килмәй. Йәшләй генә Инйәр леспромхозында ағас ҡырҡыу, Белорет металлургия комбинатында күмер әҙерләү эшенә егелә Әйүп Хызыр улы.

1941 йылдың июнендә гитлерсылар илебеҙгә баҫып ингәс, ул йәш­ләй генә фронтҡа оҙатыла. Тыуған иле өсөн үҙен аямай көрәшә, биргән антына тоғро ҡала, тик дошманға ҡаршы ҡаты алыштарҙың береһендә рядовой Ғәббәсов 29 йәшендә ба­тыр­ҙарса һәләк була. Ҡатыны Орҡоя биш йәшлек улы Мәсәғүт менән яңғыҙы ҡала, уны аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмай.
Мәсәғүт, Манышты ауылындағы башланғыс мәктәпте яҡшы билдә­ләргә тамамлап, уҡыуын Инйәрҙә дауам итә, ләкин әсәһенең ауырыуы, ятаҡ булмауы сәбәпле, белем алыу­ҙы туҡтатырға мәжбүр була. Йүнле кейем, ашарға аҙыҡ юҡ, етмәһә, көн һайын ун километр араны йәйәү үтеү ҙә еңел түгел.
Үҫә төшкәс, малай атаһы кеүек Инйәр леспромхозына эшкә урынлаша, ағас, күмер, һал ағыҙыу менән шөғөлләнә. Йылдар үтеп тора, лес­промхозға электр, бензин бысҡы­лары алына, тап Мәсәғүт Әйүп улы беренсе булып яңы техниканы үҙ­ләштерә, бригадаһында ҡуллана башлай. Ағас ташыу өсөн ҡеүәтле техника алынғас, ул махсус курста уҡып, тракторсы булып сыға. Ты­рыш­лығын, намыҫлы хеҙмәтен кү­реп, етәкселәр уны шоферҙар кур­сына ла ебәрә. Мәсәғүт бында ла һынатмай, һөнәргә эйә булып, тыу­ған ауылына ҡайта. Күпмелер ваҡыттан һуң ул партия сафына алына, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡат­наша, леспромхоздың, район һәм өлкә комитеттарының ағзаһы була.
Бөгөн Мәсәғүт Әйүп улы элекке Инйәр ҡасаба Советы депутаты, хеҙмәт ветераны булараҡ йәштәргә, айырыуса урмансыларға кәңәштәре менән ярҙам итә. Тормош иптәше Нәфисә Мөхитдин ҡыҙы менән ҡорған матур ғаиләһендә ике ҡыҙ, дүрт ул тәрбиәләп үҫтергән, уҡытып сығарған. Тик Нәфисә апайҙың яҡты донъя менән хушлашыуына ике йыл тирәһе ваҡыт уҙҙы.
Мәсәғүт Әйүп улы яңғыҙы тормош көтә, йәш сағының хәтирәһе итеп ҡапҡаһы эсендә машина, трактор­ҙарын һаҡлай. Оҙаҡламай был һоҡланғыс, оло ихтирамға лайыҡ ағайҙың тыуған көнө. Ошо уңайҙан уға оҙон ғүмер, шатлыҡ, сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр теләйем!




Автор: Нурулла МИҺРАНОВ. Район: Белорет районы, Манышты ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә