Ул да урмансы булды17.12.2014
Орҡоя менән Әйүп Ғәббәсовтарға заманында белем алырға тура килмәй. Йәшләй генә Инйәр леспромхозында ағас ҡырҡыу, Белорет металлургия комбинатында күмер әҙерләү эшенә егелә Әйүп Хызыр улы.
1941 йылдың июнендә гитлерсылар илебеҙгә баҫып ингәс, ул йәшләй генә фронтҡа оҙатыла. Тыуған иле өсөн үҙен аямай көрәшә, биргән антына тоғро ҡала, тик дошманға ҡаршы ҡаты алыштарҙың береһендә рядовой Ғәббәсов 29 йәшендә батырҙарса һәләк була. Ҡатыны Орҡоя биш йәшлек улы Мәсәғүт менән яңғыҙы ҡала, уны аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмай.
Мәсәғүт, Манышты ауылындағы башланғыс мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, уҡыуын Инйәрҙә дауам итә, ләкин әсәһенең ауырыуы, ятаҡ булмауы сәбәпле, белем алыуҙы туҡтатырға мәжбүр була. Йүнле кейем, ашарға аҙыҡ юҡ, етмәһә, көн һайын ун километр араны йәйәү үтеү ҙә еңел түгел.
Үҫә төшкәс, малай атаһы кеүек Инйәр леспромхозына эшкә урынлаша, ағас, күмер, һал ағыҙыу менән шөғөлләнә. Йылдар үтеп тора, леспромхозға электр, бензин бысҡылары алына, тап Мәсәғүт Әйүп улы беренсе булып яңы техниканы үҙләштерә, бригадаһында ҡуллана башлай. Ағас ташыу өсөн ҡеүәтле техника алынғас, ул махсус курста уҡып, тракторсы булып сыға. Тырышлығын, намыҫлы хеҙмәтен күреп, етәкселәр уны шоферҙар курсына ла ебәрә. Мәсәғүт бында ла һынатмай, һөнәргә эйә булып, тыуған ауылына ҡайта. Күпмелер ваҡыттан һуң ул партия сафына алына, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, леспромхоздың, район һәм өлкә комитеттарының ағзаһы була.
Бөгөн Мәсәғүт Әйүп улы элекке Инйәр ҡасаба Советы депутаты, хеҙмәт ветераны булараҡ йәштәргә, айырыуса урмансыларға кәңәштәре менән ярҙам итә. Тормош иптәше Нәфисә Мөхитдин ҡыҙы менән ҡорған матур ғаиләһендә ике ҡыҙ, дүрт ул тәрбиәләп үҫтергән, уҡытып сығарған. Тик Нәфисә апайҙың яҡты донъя менән хушлашыуына ике йыл тирәһе ваҡыт уҙҙы.
Мәсәғүт Әйүп улы яңғыҙы тормош көтә, йәш сағының хәтирәһе итеп ҡапҡаһы эсендә машина, тракторҙарын һаҡлай. Оҙаҡламай был һоҡланғыс, оло ихтирамға лайыҡ ағайҙың тыуған көнө. Ошо уңайҙан уға оҙон ғүмер, шатлыҡ, сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр теләйем!