Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ?
Бәләкәй генә ауылда йәшәһәк тә, беҙҙә тетрәндергес, уйға һалырлыҡ ваҡиғалар булып тора.

Көн кискә һарҡып, эңер төшөр алдынан әбейем менән көтөү ҡаршыларға урамға сыҡтыҡ. Күп тә үтмәне, ҡаршы тауҙан – Түмәләстән – һарыҡ-кәзә килеп тә төштө. Мин малды ишек алдына ҡыуып индерҙем, әбейем эскәмйәлә ултырып торам тип ҡалды. Малды урынлаштырып сығы­уыма ул, әйтеүе буйынса, бик тетрәндергес хәлгә тарыған.
– Түбән остан өс-дүрт йәшлек малай самокатта килеп сыҡты ла, ҡапыл боролоп, минең янға килде. “Инәй, бына, атайым утын һатып, миңә вәләсәпит алып бирҙе”, – тип ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй, шатланып һөйләне ул. Бәхетенең сикһеҙ икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора, – тип бәйән итте әбейем.
Ошонан теүәл бер тәүлек алда кис НТВ каналында “С жиру бесятся?” тапшырыуын ҡарарға тура килде. Унда Рәсәй, донъя кимәлендә танылыу яулаған сәхнә йондоҙ­ҙарының концерт ҡуйып, ил гиҙгәндә күпме, нисек аҡса туҙҙырыуы хаҡында һүҙ бара ине. Тәүлегенә 30 мең һумлыҡ ҡунаҡхана бүлмәләре, алтын ялатылған ванна, санузелдар, рауза таждары һибелгән түшәк-иҙәндәр...
Шатлығынан ауыҙы ҡолағына еткән сабыйҙы осрат­ҡан кистә телевизорҙы тоҡандырыр алдынан байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ауылдағы эш урындары бармаҡ менән генә һанарлыҡ: бер уҡытыусы, фельдшер, мәк­тәп йыйыштырыусы, ике газ операторы, бер һатыусы һәм клуб мөдире. Бер нисә кеше – күрше ауылдағы фермала, бәғзеләр Себер тарафтарында эшләй.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, ошондай һорау тыуа: беҙ ҡайҙа барабыҙ? Илдәге хәл былай дауам итһә, ҡайҙа барып төртөлөрбөҙ?! Берәү балаһына велосипед бүләк итер өсөн түләп ағас яҙҙырта, ҡырҡып алып ҡайта, яра, һата. Бының өсөн кәмендә биш-алты көн ваҡыт кәрәк. Ә Пугачева, Киркоров кеүектәр бер кистә 30-ар мең һум аҡса туҙҙыра, был аҡсаға 10 велосипед алып була... Уйланырға урын бар.





Автор: К. ЯНБАЕВ. Район: Ейәнсура районы, Үрге Бикбирҙе ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә