Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ?17.12.2014
Бәләкәй генә ауылда йәшәһәк тә, беҙҙә тетрәндергес, уйға һалырлыҡ ваҡиғалар булып тора.
Көн кискә һарҡып, эңер төшөр алдынан әбейем менән көтөү ҡаршыларға урамға сыҡтыҡ. Күп тә үтмәне, ҡаршы тауҙан – Түмәләстән – һарыҡ-кәзә килеп тә төштө. Мин малды ишек алдына ҡыуып индерҙем, әбейем эскәмйәлә ултырып торам тип ҡалды. Малды урынлаштырып сығыуыма ул, әйтеүе буйынса, бик тетрәндергес хәлгә тарыған.
– Түбән остан өс-дүрт йәшлек малай самокатта килеп сыҡты ла, ҡапыл боролоп, минең янға килде. “Инәй, бына, атайым утын һатып, миңә вәләсәпит алып бирҙе”, – тип ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй, шатланып һөйләне ул. Бәхетенең сикһеҙ икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора, – тип бәйән итте әбейем.
Ошонан теүәл бер тәүлек алда кис НТВ каналында “С жиру бесятся?” тапшырыуын ҡарарға тура килде. Унда Рәсәй, донъя кимәлендә танылыу яулаған сәхнә йондоҙҙарының концерт ҡуйып, ил гиҙгәндә күпме, нисек аҡса туҙҙырыуы хаҡында һүҙ бара ине. Тәүлегенә 30 мең һумлыҡ ҡунаҡхана бүлмәләре, алтын ялатылған ванна, санузелдар, рауза таждары һибелгән түшәк-иҙәндәр...
Шатлығынан ауыҙы ҡолағына еткән сабыйҙы осратҡан кистә телевизорҙы тоҡандырыр алдынан байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ауылдағы эш урындары бармаҡ менән генә һанарлыҡ: бер уҡытыусы, фельдшер, мәктәп йыйыштырыусы, ике газ операторы, бер һатыусы һәм клуб мөдире. Бер нисә кеше – күрше ауылдағы фермала, бәғзеләр Себер тарафтарында эшләй.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, ошондай һорау тыуа: беҙ ҡайҙа барабыҙ? Илдәге хәл былай дауам итһә, ҡайҙа барып төртөлөрбөҙ?! Берәү балаһына велосипед бүләк итер өсөн түләп ағас яҙҙырта, ҡырҡып алып ҡайта, яра, һата. Бының өсөн кәмендә биш-алты көн ваҡыт кәрәк. Ә Пугачева, Киркоров кеүектәр бер кистә 30-ар мең һум аҡса туҙҙыра, был аҡсаға 10 велосипед алып була... Уйланырға урын бар.