Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тыуған төйәгенең солтаны
Тыуған төйәгенең солтаны Һәр ауыл, район халҡының күҙ терәп торған, ышаныс бағлаған кешеләре була. “Архангелдә ундайҙарҙың береһе кем?” тиһәгеҙ, яуап бирәбеҙ: Рим Солтанов! Бәләкәйҙән ныҡышмаллығы, илһөйәрлеге менән айырылып торған Тәүәкәс ауылы егете райондаштарын ел-ямғырҙан ҡурсалап тора кеүек.


– Миңә туғыҙ йәш булғанда, ғаиләбеҙ Салауат ҡалаһына күсте, – тип хәтерләй Рим Миңләхмәт улы. – Уҡыуҙар бөткән көндөң иртәгәһенә поезда Ҡарлыманға килеп төшәм дә, йөк машинаһына ултырып, Архангел яғына юлланам. Төшкә ҡәҙәр Тәүәкәстә була инем! Тыуған еремде шул ҡәҙәр яратам, унан бер аҙым да ситкә китәһем юҡ.
Гүзәл менән Рим Солтановтар бер нисә йыл элек халыҡ мәнфәғәтендә хәләл продукция магазины төҙөргә ҡарар иткән. Йүнәлеш тулыраҡ булһын өсөн, күпләп мал – һарыҡ, һыйыр, йылҡы – аҫрай башлағандар.
– Фермабыҙ Муллаҡай ауылында урынлашҡан, – ти Рим Миңләхмәт улы. – Әлегә район үҙәгендә ит һатылған киоскыбыҙ бар. Махсус магазинды төҙөп бөткәс, унда эшкә ныҡлы тотонорға иҫәп. Бинаның бер яғында ит ризыҡтары һатылһа, икенсе бүлмәһендә мосолман кейеме, ҡатын-ҡыҙ өсөн биҙәнеү әйберҙәре тәҡдим ителәсәк. Ә түрҙәге мөйөштө намаҙ уҡыу урыны итергә уйлайым. Төрлө яҡтан килгән кешенең мәсеткә барып етә алмай, ғибәҙәт ҡылырға ер тапмай йөрөүенә йыш шаһит булғанлыҡтан, ошондай ҡарарға килдек.
Бөгөн халыҡ хәләл продукцияға мохтаж, итте күмәртәләп алғандар күп. Ҡала магазиндары бит хәҙер туҡлыҡһыҙ аҙыҡ-түлек менән тулы. Күргәнем бар: меңәр һум түләп, кәрзин тултырып, беҙҙең халыҡҡа бөтөнләй хас булмаған сит продукция алалар. Улары телгә әллә эләгә, әллә юҡ. Үҙебеҙҙең ит магазинын асыу ниәте ошо кире күренештәрҙе кәметеү маҡсатынан да тыуҙы.
Малды тереләй килеш тә тотонабыҙ. Айырыуса һарыҡ яҡшы үтә. Мәҫәлән, быйыл көҙ 130 баш ҡуй алып киттеләр. Ваҡ мал башлыса Ҡорбан байрамы алдынан күпләп һатылды. Элекке кеүек ҡабул итеү пункттары булмағанлыҡтан, һарыҡ йөнөн халыҡҡа таратабыҙ.
Әйткәндәй, Солтановтар бер нисә йыл элек Муллаҡай ауылында иман йорто төҙөткән. Халыҡ уларға ҙур рәхмәтле, мәсеттең тупһаһын һыуындырмай. Рим Миңләхмәт улы әйтеүенсә, быйылғы Ҡорбан байрамында иман йортона йөҙҙән ашыу кеше йыйылған, ун ғаилә ҡорбан салдырған. Йома намаҙҙары аҙна һайын үткәрелә.
– Аллаға шөкөр, халыҡ әкренләп булһа ла иманға ҡайта, – ти Рим Солтанов. – Районда сәләмәт рухҡа, шулай уҡ спортҡа ынтылыш көслө. Был йәһәттән хакимиәт башлығы Александр Комзаловтың хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ. Уның башланғысы менән, мәҫәлән, быйыл яҙҙан көҙгә ҡәҙәр футбол буйынса чемпионат уҙғарылды. Ауыл биләмәләре, ойошмалар тиҫтәнән ашыу командаға тупланып, ҙур ярыш ойошторолдо. Сарала хакимиәт башлығының үҙенең дә ихлас ҡатнашыуы, Еҙем командаһы өсөн уйнауы бәйгенең әһәмиәтен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Өҫтәүенә Александр Анатольевичтың тәҡдиме менән район үҙәгендә хоккей ҡабы асылды. Тимәк, Архангел халҡы ҡыш та спорттан айырылмаясаҡ.
Рим Солтанов – район Советы депутаты ла. Халыҡтан килгән бер мөрәжәғәтте лә яуапһыҙ ҡалдырмай, намыҫлы хеҙмәт итә ул.
– “Приуральела волейбол майҙансығы төҙөтәм” тигән вәғәҙәм генә йөрәгемде өйкәп тора. Был эште лә тиҙҙән атҡарырбыҙ, – ти депутат.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә