Һәр ауыл, район халҡының күҙ терәп торған, ышаныс бағлаған кешеләре була. “Архангелдә ундайҙарҙың береһе кем?” тиһәгеҙ, яуап бирәбеҙ: Рим Солтанов! Бәләкәйҙән ныҡышмаллығы, илһөйәрлеге менән айырылып торған Тәүәкәс ауылы егете райондаштарын ел-ямғырҙан ҡурсалап тора кеүек.– Миңә туғыҙ йәш булғанда, ғаиләбеҙ Салауат ҡалаһына күсте, – тип хәтерләй Рим Миңләхмәт улы. – Уҡыуҙар бөткән көндөң иртәгәһенә поезда Ҡарлыманға килеп төшәм дә, йөк машинаһына ултырып, Архангел яғына юлланам. Төшкә ҡәҙәр Тәүәкәстә була инем! Тыуған еремде шул ҡәҙәр яратам, унан бер аҙым да ситкә китәһем юҡ.
Гүзәл менән Рим Солтановтар бер нисә йыл элек халыҡ мәнфәғәтендә хәләл продукция магазины төҙөргә ҡарар иткән. Йүнәлеш тулыраҡ булһын өсөн, күпләп мал – һарыҡ, һыйыр, йылҡы – аҫрай башлағандар.
– Фермабыҙ Муллаҡай ауылында урынлашҡан, – ти Рим Миңләхмәт улы. – Әлегә район үҙәгендә ит һатылған киоскыбыҙ бар. Махсус магазинды төҙөп бөткәс, унда эшкә ныҡлы тотонорға иҫәп. Бинаның бер яғында ит ризыҡтары һатылһа, икенсе бүлмәһендә мосолман кейеме, ҡатын-ҡыҙ өсөн биҙәнеү әйберҙәре тәҡдим ителәсәк. Ә түрҙәге мөйөштө намаҙ уҡыу урыны итергә уйлайым. Төрлө яҡтан килгән кешенең мәсеткә барып етә алмай, ғибәҙәт ҡылырға ер тапмай йөрөүенә йыш шаһит булғанлыҡтан, ошондай ҡарарға килдек.
Бөгөн халыҡ хәләл продукцияға мохтаж, итте күмәртәләп алғандар күп. Ҡала магазиндары бит хәҙер туҡлыҡһыҙ аҙыҡ-түлек менән тулы. Күргәнем бар: меңәр һум түләп, кәрзин тултырып, беҙҙең халыҡҡа бөтөнләй хас булмаған сит продукция алалар. Улары телгә әллә эләгә, әллә юҡ. Үҙебеҙҙең ит магазинын асыу ниәте ошо кире күренештәрҙе кәметеү маҡсатынан да тыуҙы.
Малды тереләй килеш тә тотонабыҙ. Айырыуса һарыҡ яҡшы үтә. Мәҫәлән, быйыл көҙ 130 баш ҡуй алып киттеләр. Ваҡ мал башлыса Ҡорбан байрамы алдынан күпләп һатылды. Элекке кеүек ҡабул итеү пункттары булмағанлыҡтан, һарыҡ йөнөн халыҡҡа таратабыҙ.
Әйткәндәй, Солтановтар бер нисә йыл элек Муллаҡай ауылында иман йорто төҙөткән. Халыҡ уларға ҙур рәхмәтле, мәсеттең тупһаһын һыуындырмай. Рим Миңләхмәт улы әйтеүенсә, быйылғы Ҡорбан байрамында иман йортона йөҙҙән ашыу кеше йыйылған, ун ғаилә ҡорбан салдырған. Йома намаҙҙары аҙна һайын үткәрелә.
– Аллаға шөкөр, халыҡ әкренләп булһа ла иманға ҡайта, – ти Рим Солтанов. – Районда сәләмәт рухҡа, шулай уҡ спортҡа ынтылыш көслө. Был йәһәттән хакимиәт башлығы Александр Комзаловтың хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ. Уның башланғысы менән, мәҫәлән, быйыл яҙҙан көҙгә ҡәҙәр футбол буйынса чемпионат уҙғарылды. Ауыл биләмәләре, ойошмалар тиҫтәнән ашыу командаға тупланып, ҙур ярыш ойошторолдо. Сарала хакимиәт башлығының үҙенең дә ихлас ҡатнашыуы, Еҙем командаһы өсөн уйнауы бәйгенең әһәмиәтен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Өҫтәүенә Александр Анатольевичтың тәҡдиме менән район үҙәгендә хоккей ҡабы асылды. Тимәк, Архангел халҡы ҡыш та спорттан айырылмаясаҡ.
Рим Солтанов – район Советы депутаты ла. Халыҡтан килгән бер мөрәжәғәтте лә яуапһыҙ ҡалдырмай, намыҫлы хеҙмәт итә ул.
– “Приуральела волейбол майҙансығы төҙөтәм” тигән вәғәҙәм генә йөрәгемде өйкәп тора. Был эште лә тиҙҙән атҡарырбыҙ, – ти депутат.