Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күп милләтле ерҙең бәрәкәтендә
Күп милләтле  ерҙең бәрәкәтендә Урал тауҙары башланып, ялан менән урман “осрашҡан” ергә тамыр йәйгән архангелдәр. Тәбиғәттең төрлөлөгө халыҡҡа бихисап кәсеп менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә. Мал үрсетеү өсөн бесәнлек мул, игенлектәр киң, көсөңдө умартасылыҡта һынап ҡарайым тиһәң, йүкәлек, сәскәле болондар уңыш вәғәҙә итә, ағас эшен йәйелдерергә уйлайһың икән, урман “өҫтөңә ауып” тора... Был уңайлыҡтар тейешенсә файҙаланыламы? Халыҡтың тормош кимәле ҡәнәғәтләнерлекме? Ауылдарға йәштәр ҡайтамы? Мәктәптәрҙең хәле нисек? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Архангел районы хакимиәте башлығы Александр КОМЗАЛОВҡа мөрәжәғәт иттек.


– Билдәле булыуынса, һеҙҙең төбәк һуңғы йылдарҙа иҡтисади йәһәттән күҙгә күренеп алға бара. Ниндәй йүнәлештәр буйынса ҡаҙаныштарҙы айырып билдәләрһегеҙ, Александр Анатольевич?
– Иҡтисади үҫеш, әлбиттә, тәү сиратта ил, республика етәкселеге тарафынан ауылға иғтибар артыуына бәйле. Кешегә күберәк үҙ көсөнә таянып йәшәү, һәләттәрен шәхси мәнфәғәтендә файҙаланыу мөмкинлеген биреү дөйөм йәмғиәт эшенә ыңғай йоғонто яһай. Беҙҙә бизнес асып, аҡса табам, һәйбәт йәшәйем тигәндәргә юл һәр саҡ асыҡ. Архангелдә әле эшҡыуарлыҡ йәйелдереү өсөн 40-тан ашыу инвестиция майҙаны бар. Уларҙың байтағында төрлө проект тор­мошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Мегастройсервис” йәмғиәте Приуралье ауылы эргәһендә йылына 120 миллион дана кирбес етештереү ҡеүәтендәге төҙөлөш керамикаһы комбинаты төҙөүҙе планлаштыра. Ул 2016 йылда әҙер булырға тейеш. Әле төҙөлөш өсөн 12 гектар ер ҡуртымға алынған, карьерҙар өсөн ике биләмәне рәсмиләштереү эше бара.
Күп милләтле  ерҙең бәрәкәтендә“Ғаилә капиталы. Башҡортостан” йәмғиәте Яңы Устиновка ауылында ауыл хужалығы комплексы төҙөргә ниәтләй. Унда йылына 24 мең тонна һөт һәм 1 100 тонна ит етештереп эшкәртеләсәк. Инвестиция күләме – 450 миллион һум. Был комплекс та 2016 йылға әҙер булырға тейеш. Әле проект эшләнә, 50 гектар майҙан рәсмиләштерелә.
Күптән түгел районда “Юпитер” яҡтыртҡыстар йыйыу цехы сафҡа инде. Предприятиеның инвесторы – Кореянан Ким Джи Хонг. Ул цехты асыу тантанаһында ла ҡатнашты, төҙөлөштә ярҙам иткәне өсөн урындағы халыҡҡа рәхмәт әйтеп, киләсәктә лә берҙәм эшләргә ышаныс белдерҙе.
Тағы ла шуларҙы билдәләп үтергә мөм­кин: Березовка яғында йүнсел Арарат Мкртчян кафе төҙөнө, шәхси эшҡыуар Руслан Мусин икмәкхана асасаҡ, Виктор Загай­нов Ҡыҙыл Еҙем ауылының көн­­байышында юл эргәһе комплексы төҙөү өсөн ҡуртымға ер участкаһы алды, Архангелдең үҙендә Рәфил Бикбулатов кафе-ресторан асырға йыйына һәм баш­ҡалар. Исеме аталған проекттарҙан ра­йондың тупланма ҡаҙнаһына йыл һайын 10 миллион 450 мең һум аҡса килеп торасаҡ, 300-гә яҡын кеше эш урыны табасаҡ.
Архангел тәбиғәт ҡомартҡыларына бай, беҙҙә дәүләт заказниктары байтаҡ. Әле Аҫҡын боҙ мәмерйәһе, Абҙандағы шарлауыҡ янындағы туристик биләмәләрҙе төҙөкләндереү, уларҙың тәғәйенләнешен киңәйтеү йәһәтенән ныҡлы эш бара.
– Белеүебеҙсә, район­дың ауыл хужалығы тармағында эшҡыуарлыҡ айырыуса йылдам үҫешә.
– Быға крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтарын үҫтереүгә булышлыҡ иткән республика программалары ҙур йоғонто яһай. Уларға ярашлы, районда һуңғы өс йылда тиҫтәнән ашыу хужалыҡ, өҫтәүенә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы буйынса 40-ҡа яҡын йүнсел ярҙам алды.
Ғөмүмән, биш йыл элек кенә бизнеста сауҙа өҫтөнлөк итә ине, хәҙер башҡа тармаҡтар ныҡлы үҫеш алды. Районда эшкә яраҡлы ун мең кешенең 234-е бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Уларға һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ.
Былтыр “Үҙәк” МТС-ының Ҡыҙыл Еҙем фермаһы малсылыҡты һәм һөт етеш­тереүҙе арттырыу йәһәтенән респуб­ликаның маҡсатлы программаһы буйынса яңыртылды. Быйыл иһә “Инйәр” йәм­ғиәтенең Абҙан фермаһын ошо уҡ программа буйынса төҙөкләндереү бара.
– Иҡтисади ҡеүәте арта барған районда тыуым хәле нисек?
– Быйылғы туғыҙ ай мәғлүмәттәренә ҡарағанда, районда 228 бала тыуған, был былтырғы ошо ваҡыттағы менән сағыштырғанда 36-ға күберәк тигән һүҙ. Демографик хәлдең яҡшырыуы тәү сиратта мәғариф учреждениеларына ихтыяжды арт­тыра. Был йә­һәттән әле беҙҙә 14 мәктәпкәсә белем уч­реждениеһы эш­ләй. Былтыр Приураль­еның элекке башланғыс мәктәбе балалар баҡсаһы итеп үҙгәртелде, Абҙан, Благовещенка, Аҙау белем усаҡтарында кес­кәйҙәр өсөн төркөм­дәр булдырылды. Бынан тыш, район үҙәгендә 140-ҡа яҡын урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлә. Дөйөм алғанда, мәктәпкәсә белем усаҡтарында 950-гә яҡын сабый тәрбиәләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сират та байтаҡ ҡына. Уны бөтөрөү маҡсатында төрлө сара күрелә. Мәҫәлән, Архангел, Тирәкле, М. Горький, Тәүәкәс мәктәптәрендә баланы ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡалдырып тороу мөмкинлеге биргән төркөмдәр эшләй.
Көнүҙәк мәсьәләләр яҡын арала хәл ителер, тип ышанам. 2013/14 уҡыу йылында мәктәпкәсә белем биреү тармағын яңыртыу маҡ­са­тында федераль ҡаҙнанан бүленгән 3 миллион 490 мең һум өҫтәмә 80 урын булдырыуға йүнәлтелде.
Районда ете төп, 11 урта мәктәп, бер башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы бар. Уларҙа 2 200-гә яҡын бала уҡый һәм тәрбиәләнә. Ҡулайлаштырыуға бәйле былтыр өс урта мәктәп төп дөйөм белем биреү учреждениеһы итеп үҙгәртелде, өсәүһе ябылыуға дусар булды. 2013/14 уҡыу йылында, “Уңайлы мөхит” республика программаһына ярашлы, Рәсәй һәм район ҡаҙналарынан бүленгән аҡса Архангелдәге 2-се мәктәптә инклюзив белем биреү өсөн шарттар булдырыуға тотонолдо. Бынан тыш, уҡыу кабинеттарын, лабора­торияларҙы йыһазландырыуға айырым финанс ярҙамы алынды.
Әлбиттә, райондың мәғариф тарма­ғында хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бихисап. Мәҫәлән, Айытмәмбәт ауылында 80 урынға иҫәпләнгән мәктәп-балалар баҡсаһы төҙөргә кәрәк. Орловка, Приуралье, Валентиновка, Казанкалағы кескәйҙәр учреждениеларына капиталь ремонт (дөйөм суммаһы – 8,5 миллион һум) талап ителә. Бынан тыш, белем биреү ойошмаларында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, йәшендән һаҡлау, видеокүҙәтеү һәм башҡа ҡорамалдар алыу, дүрт мәктәпкә һыу үткәреү кеүек бурыстар тора.
Районда 195 педагог эшләй. Былтыр мәғариф учреждениеларына өс йәш белгес килде.
– Ғөмүмән, районда йәштәр төпләнеп ҡаламы?
– Һуңғы йылдарҙа был йәһәттән зарланаһы түгел. Тыуған яғына ҡайтып төпләнеп, үҙ эшен асҡандар күбәйҙе. Аҙаҡҡы ике йылда 25 йәш ғаиләгә торлаҡ алыуға һәм төҙөүгә сертификат бирелде. Ошондай социаль әһәмиәтле программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Шуныһы айырыуса һөйөнөслө: йәштәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, ә берҙәмлеккә, әүҙем тормош алып барырға ынтыла. Күптәре сәләмәт йәшәү яҡлы, спорт менән шөғөлләнә. Ошондай ынтылышҡа бәйле район үҙәгендә “Юбилей” стадионы асылды.
– Мәҙәниәт йылында мәҙәни тормош та гөрләп торалыр?
– Архангел ере таланттарға бик бай. Беҙҙә халыҡ ижадының төрлө жанрҙары буйынса 137 үҙешмәкәр коллектив эшләй, уларҙа 1 500-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Ете ижади төркөм “үҙешмәкәр халыҡ коллективы” тигән исем йөрөтә. Беҙҙә район мәҙәниәт һарайы, 26 ауыл клубы, үҙәк китапхана системаһы, Максим Горький ауылында латыш тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй.
Ҡаҙаныштар байтаҡ. Быйыл, мәҫәлән, район мәҙәниәт һарайының халыҡ академия хоры ансамбле Стәрлебаш районында үткән мөнәжәт башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурс-фестиваленән III урынды алып ҡайтты. Андрей Ширяев исемле уҡыу­сыбыҙ, йәш музыкант, Испанияла С.В. Рахманиновтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара бәйгелә II дәрәжә диплом менән бүләкләнде, шулай уҡ Өфөлә уҙғарылған Рәсәй кимәлендәге ярышта лауреат булды.
Архангел халҡы элек-электән ихтирам-хөрмәт хакимлыҡ иткән мөхиттә бер-береһенең йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнеп, берләшеп йәшәй. Мәҙәниәт йылы үҙ-ара татыулыҡты тағы ла көсәйтеп ебәрҙе. Күп милләтле район халҡы байрамдарҙа, тамашаларҙа ихлас ҡатнашты.
Матди хәлгә килгәндә, былтыр Орловка мәҙәниәт йортоноң “Мозаика” биҙәү-ғәмәли ижад клубы Башҡортостан Президенты грантын яуланы. Һөҙөмтәлә унда оҫталыҡ кластары, республика семинарҙары уҙғарыу мөмкинлеге асылды, төрлө станоктар алынды. Балалар сәнғәт мәктәбе менән Ҡыҫынды клубы иһә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының грантын яуланы. Улар ҙа тейешле кимәлдә йыһазландырылды. “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы хеҙмәткәре” тип танылған балалар сәнғәт мәктәбе директоры Ирина Пинягинаға, китапханасы Любовь Горшенинаға шул уҡ ведомствоның гранты тапшырылды.
Мәҙәниәт йылы күркәм, фәһемле, үҙенсәлекле саралары менән иҫтә ҡалды. Мәҫәлән, театр, бейеү, китапхана төндәре уҙҙы, “Иртәнге йондоҙ” конкурсы, театр аҙналығы үткәрелде. “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” штандартын ҡабул итеү ваҡиғаһы айырыуса иҫтә ҡалды. Ул мәлдә Владислав Мортазиндың орган концерты, күргәҙмәләр, Абҙан ауылында фольклор байрамы, Ҡыҫындыла йәштәр өсөн конкурс һәм башҡа бихисап сара ойошторолдо.
Бына шулай, заман ауырлыҡтарына бирешмәй, төбәгенең киләсәген ҡайғыртып, йолаларына, ғөрөф-ғәҙәтенә тоғро ҡалып, тыуған еренең, тамырҙарының ҡәҙерен белеп йәшәй күп милләтле Архангел халҡы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанға көньяҡ һауа фронты килде

Башҡортостанға көньяҡ һауа фронты килде 10.03.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанға көньяҡ һауа фронты килде...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостан Башлығы һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындары һәм әсәләренең мөрәжәғәттәрен ҡарарға ҡушты

Башҡортостан Башлығы һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындары һәм әсәләренең мөрәжәғәттәрен ҡарарға ҡушты 10.03.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындары һәм әсәләренең мөрәжәғәттәрен ҡарарға...

Тотош уҡырға 23

Башҡортостан Башлығы һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындары һәм әсәләренең мөрәжәғәттәрен ҡарарға ҡушты

Башҡортостан Башлығы һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындары һәм әсәләренең мөрәжәғәттәрен ҡарарға ҡушты 10.03.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындары һәм әсәләренең мөрәжәғәттәрен ҡарарға...

Тотош уҡырға 31

Светлана Мостафина республиканың фән буйынса дәүләт комитеты етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Светлана Мостафина республиканың фән буйынса дәүләт комитеты етәксеһе итеп тәғәйенләнде 10.03.2025 // Йәмғиәт

Светлана Мостафина республиканың фән буйынса дәүләт комитеты етәксеһе итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 25

Республикала һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле 75 автобус рейсы туҡтатылды

Республикала һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле 75 автобус рейсы туҡтатылды 10.03.2025 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле 75 автобус рейсы туҡтатылды...

Тотош уҡырға 28

Һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәләре көндәре билдәле булды

Һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәләре көндәре билдәле булды 10.03.2025 // Йәмғиәт

Һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәләре көндәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 28

Өфөлә Надежда Гарбуз бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Өфөлә Надежда Гарбуз бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй 07.03.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Надежда Гарбуз бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй...

Тотош уҡырға 35

Ҡырмыҫҡалы районында Өфө – Ырымбур трассаһына илткән күперҙе ремонтлайҙар

Ҡырмыҫҡалы районында Өфө – Ырымбур трассаһына илткән күперҙе ремонтлайҙар 07.03.2025 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында Өфө – Ырымбур трассаһына илткән күперҙе ремонтлайҙар...

Тотош уҡырға 33

Росреестр эскроу иҫәбен файҙаланып төҙөлгән йортто нисек теркәү хаҡында хәбәр итте

Росреестр эскроу иҫәбен файҙаланып төҙөлгән йортто нисек теркәү хаҡында хәбәр итте 07.03.2025 // Йәмғиәт

Росреестр эскроу иҫәбен файҙаланып төҙөлгән йортто нисек теркәү хаҡында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 44

Башҡортостанда һирәк осраған исемдәр исемлеге яңыртылды

Башҡортостанда һирәк осраған исемдәр исемлеге яңыртылды 07.03.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һирәк осраған исемдәр исемлеге яңыртылды...

Тотош уҡырға 41

Башҡортостанда страховка пенсияһының уртаса күләме билдәле булды

Башҡортостанда страховка пенсияһының уртаса күләме билдәле булды 07.03.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда страховка пенсияһының уртаса күләме билдәле булды...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһының байрам рейдтары тураһында иҫкәртәләр

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһының байрам рейдтары тураһында иҫкәртәләр 06.03.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһының байрам рейдтары тураһында иҫкәртәләр...

Тотош уҡырға 33