Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өмәләрҙә йырҙар матур, өмәләрҙә табын түңәрәк!
Өмәләрҙә йырҙар матур,  өмәләрҙә табын түңәрәк! Ғаиләнең, туғандарҙың иҫ киткес матур байрамы булараҡ ҡабул ителде Шишмә районының Бүләкбаш ауылындағы ҡаҙ һәм күркә өмәләре. Заман иҫке йолалар нигеҙендә яңыларын да алып килә. Шуға күрә күмәк ҡатын-ҡыҙ йыйылған сарала ҡаҙ мамығы менән бергә күркәнеке лә осоп йөрөүе һис ғәжәпләндермәне.

Муллыҡ билгеһе булған сараны ойоштороусылар – Светлана һәм Әлфир Әминевтәр. Улар үҙҙәренең шәхси хужалығында 30 ҡаҙ, 40 күркә, 60 бройлер, йомортҡаһы өсөн 10 тауыҡ аҫрай. Икеһе лә бөгөн хаҡлы ялда, шуға күрә донъяның ҡыуаныслы мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәү улар өсөн кинәнес кенә.
– Ҡаҙҙы йыл да алабыҙ, ә бына күркәне өсөнсө йыл ҡарайбыҙ. Яҙҙан икенсе тоҡомдо алырбыҙ тип торабыҙ. – тине Светлана апай. – Бик ҡыҙыҡ ул ҡош-ҡорт аҫрауы. Ҡаҙҙарҙың холҡо бер төрлө, күркәләрҙеке – үҙенә башҡа. Эйе, мәшәҡәте лә бар, мәҫәлән, бер айына тиклем тик үҙҙәренең махсус ҡатнаш аҙығын ашатырға кәрәк, аҙаҡ инде төрлөһөн хәстәрләйһең. Районыбыҙҙың “Шиңгәккүл” станцияһында инкубатор бар, себештәрҙе шунан алабыҙ. Ҡатнаш аҙыҡ та һаталар.
Күркәләрҙең холҡо ҡыҙыу икәнен бала саҡтан күптәребеҙ белә, әммә ҡаҙҙарҙы ла баҫтырып йөрөткәндәрен белмәй инем. Улай ғына ла түгел, ҡыҙыҡһыныусан был ҡоштар, ҡайҙа кер йыуһаң, шунда килә, машина ишеге асыҡ ҡалһа, эсенә инә, ҡойма баштарына менеп ҡунырға ла ярата! “Ялан-ҡырҙарҙы ҡыҙырып йөрөп ҡайталар, әммә үҙ биләмәһенән ситкә китмәйҙәр”, – тип көлә Әлфир ағай. Хужа шулай уҡ, мәҫәлән, ун ҡаҙ йәки күркәне ашатыу өсөн бер тоҡ ҡатнаш аҙыҡ китеүен, уның хаҡы бер мең һум тороуын да әйтеп китте. Бройлерҙарға әҙерәк – уларҙың 20-һенә шул сама ризыҡ кәрәк. Ваҡытында витамин эсереп алыу ҙа мөһим икән, сөнки ҡош-ҡорттоң төрлө сиргә дусар булыуы ихтимал.
Ауыл ерендә йәшәгән һау-сәләмәт кеше баҙарҙан, кешенән ит һатып алмай инде. Әминевтәрҙең ҡоштары ла үҙҙәренән тыш балаларына, туғандарына “осоп” тора. Уларҙың ике улы ла юғары уҡыу йортон тамамлап, үҙ ғаиләләре менән йәшәй.
Бүләкбаш ҙур түгел – 60-лап йорт. Байрамға ауылдың иң уңған ҡатындары йыйылып, йырлай-йырлай ҡаҙ йолҡто, күркә таҙаланы. Һәр эштең үҙ рәте бар. Бында ла барыһы ла йолаһына тура килтереп башҡарылды. Күмәкләп ҡоштарҙы йылғаға сайҡатырға алып төшөү үҙе ни тора! Был эш йылғаның көсө ризыҡҡа күсһен, тере һыу менән һуғарылһын тигән маҡсат менән дә башҡарыла торғандыр. Ҡаҙ-күркәләр йолҡоноп бөтөүгә байрамда ҡатнашҡан халыҡ табынға йыйыла. Көй-моңдар, һәр ваҡыттағыса, – мәжлес түрендә. Гармунсы Рәшит ағай Богданов менән ҡатыны Фаилә апай элекке йырҙар менән табынды йәмләне.
Ауылдың иң өлкән кешеләренең береһе 84 йәшлек Миңлеғаян әбей Ғиләжетдинова доғаларын уҡыны һәм үтә ярҙамсыл, кешелекле Әминевтәр ғаиләһе хаҡында:
– Шишмәгә йә Өфөгә барырға булһалар, һәр кем Әлфиргә мөрәжәғәт итә. Ә шәфҡәт туташы булып эшләгән Светланаға укол һалдырырға, ҡан баҫымын үлсәтергә, бер йылы һүҙ ишетергә килә инде ауыл халҡы, – тине.
Эйе, ысынлап та, бик изге күңелле булып сыҡты яңы таныштарыбыҙ. Улар Любовь Суворова исемле 78 йәшлек ҡатынды ҡарай. Ике балаһы ла ситтә апайҙың, ул бында үҙенә ихтирам, яҡшы мөнәсәбәт тапҡан. Үҙҙәре менән бергә ҡунаҡҡа ла алып йөрөй уны хужалар.
Ял көнөндә милли йолабыҙ рухына ҡойоноп ҡайттыҡ Шишмә тарафтарынан. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау, тергеҙеү беҙҙе асылыбыҙға ҡайтарғандай итә. Күңелдә үҙенән-үҙе шиғыр юлдары тыуа:
Ап-аҡ ҡар ергә яуғандай,
Аҡ мамыҡ оса өйҙә.
Күңелдәр китә нескәреп
Ҡыҙҙар көйләгән көйҙән.
Һағышҡа һала йырҙары,
Йырҙары көн балҡыта.
Бәрәкәт миҙгеле, тиҙәр
Ҡаҙ өмәһен халыҡта.
Йолаларға күскән миҙгел,
Миҙгелгә күскән һағыш.
Киткән ҡаҙҙарҙың ҡанатын
Ап-аҡ ҡарҙарҙан табыш...
Табалмаһаҡ, әйләнеп баҡ
Осҡан миҙгелдәреңә!
“Ҡаҙ ҡанаты” тип йырлайҙар
Ул беҙҙең илдә генә.
Йырға күскән ҡаҙҙар зары,
Өмәләр ғәме ҡанда.
Ҡар түгел, ҡаҙҙың мамығы
Ерҙе аҡлыҡҡа манған.



Автор: Лариса АБДУЛЛИНА Район: Шишмә районы, Бүләкбаш ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә