Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алдашыу һәм күҙ буяуҙан арынайыҡ
Республика йортоноң бығаса бындай ҙа күп һанлы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре “армия”һын, моғайын да, күргәне лә, ҡаршылағаны ла булмағандыр. Район хакимиәте башлыҡтары, һаулыҡ һаҡлау ойошмалары етәкселәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәне республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың үҙе алып барыуы ла мәсьәләнең етдилегенә ишараланы. Халыҡ үлемен кәметеү һәм медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыу буйынса көнүҙәк бурыстарҙы билдәләгән кәңәшмәлә тәнҡит һүҙҙәренең йыш яңғырауы ғәжәп тойолманы, хәл, ысынлап та, саң ҡағырлыҡ ҡырҡыу шул.


“Һеҙҙең өсөн миңә оят!”

— Ҡала һәм райондарҙа халыҡты эш хаҡы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре һәм тарифтар артыуынан бигерәк ҡолас еткеһеҙ ресурстар йүнәлтелгән һаулыҡ һаҡлау проблемалары ныҡ борсой, — тип белдерҙе республика башлығы. — Беҙҙең дауаханалар һәм поликлиникалар, врачтар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре бөгөн кешеләрҙең, уларҙың яҡындарының сәләмәтлеген тулыһынса тәьмин итә алмай.

Ысынлап та, тармаҡҡа һалынған финанс күләме таң ҡалдырырлыҡ — республика бюджетының 30 процентынан ашыу. Былтыр һаулыҡ һаҡлауға 45 миллиард һум тотонолһа, быйыл — 54 миллиард һум. Бюджеттағы һәр өсөнсө һум тап ошо өлкәгә йүнәлтелә тигән һүҙ.
Президенттың белдереүенсә, быйыл һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса халыҡтан 805 хат килгән, 400-ө контролгә алынған. “Тимәк, мөрәжәттәр нигеҙле тигән һүҙ. 27-һе коллектив исеменән яҙылып, өс меңдән ашыу ҡултамға ҡуйылған. Медицина учреждениеларының эш сифатына, сираттарға, табиптарҙың тупаҫлығына, ришүәтселеккә дәғүәләр бик күп. Ни өсөн беҙҙең түләүһеҙ медицина түләүлегә әүерелде?” — Президенттың һорауы тәрән тынлыҡҡа сумған залда хөкөм ҡарарындай яңғыраны. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Үлем кимәле, ғүмер оҙайлығы буйынса Рәсәй Федерацияһында республиканың 49-сы урында килеүе мәсхәрәле күренеш. Яңыраҡ Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодецтың беҙҙәге яңы клиника, дауахана, медицина учреждениелары менән танышҡандан һуң: “Ни өсөн һеҙҙә уртаса ғүмер оҙайлығы 69,6 йыл ғына? Ни өсөн иҡтисади яҡтан ҡеүәтле, әҙерлекле кадрҙары булған республика башҡаларҙан артта ҡала?” — тип һорауы бик урынлы, сәмгә тейерлек.

“Баш врачтарға кабинеттарынан сығырға ваҡыт”

Йыл һайын юлдарҙа, янғындарҙа, йылға-күлдәрҙә, производствола бик күп кешене юғалтабыҙ. Суицид һөҙөмтәһендә 1200-1300 кеше яҡты донъянан китә. Залда ултырған һәр етәксенең ошо хәлде анализлап, эште үҙ төбәгенән башлауын талап итте республика башлығы. Үлем кимәле буйынса “лидер” һаналған Балтас, Борай, Йәрмәкәй, Тәтешле, Саҡмағош райондары етәкселәренә төбәп әйтелгән: “Ни өсөн һеҙ үҙегеҙҙең халҡығыҙҙы һаҡламайһығыҙ?” — тигән һорау, һис һүҙһеҙ, башҡа бик күптәргә лә ҡағыла.
Эшкә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем осраҡтарының артыуы үтә борсоулы хәл. 1990 йылда үлем коэффициенты республика буйынса 441 булһа, былтыр ул 647-гә тиклем күтәрелгән. Рөстәм Зәки улы уртаса республика күрһәткесен ике тапҡырға арттырған Баймаҡ, Белорет, Әбйәлил, Нуриман, Балтас, Салауат, Әлшәй, Күгәрсен райондары етәкселәре эшмәкәрлегенә дәғүә белдерҙе. “Дөйөм үлем коффициенты буйынса беҙ Рәсәйҙә 32-се урында. Был беҙҙең һеҙҙең менән эшмәкәрлегебеҙҙең йәки эшмәкәр булмауыбыҙҙың күрһәткесе. Оят!” — тине Президент.
Киләһе йыл илдә Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш йылы тип иғлан ителде. Сирҙәрҙе иҫкәртеү, диспансерлаштырыу менән шөғөлләнә башлағас, халыҡтың ни өсөндөр “ауырымай” башлауы республика етәксеһен аптырашта ҡалдырған. Баҡһаң, өлкәндәргә диспансерлаштырыу үткәргәндә сир осраҡтары Белорет районында — ни бары 0,5, Көйөргәҙе районында — дүрт, Ауырғазы районында 7 процент ҡына тәшкил иткән. Үлем кимәле буйынса “лидер”ҙар рәтендә барған Белоретта ла хәлдең ҡағыҙҙа шулай шыма, шәп булыуына нисек ышанмаҡ кәрәк? Был “яҡшы” күрһәткестәрҙе Президент “алдашыу”, “күҙ буяу” тип атарға мәжбүр булды.
Дөрөҫлөктө сағылдырған статистиканы, йәнһеҙ һандарҙы хатта матур, яңғырауыҡлы һүҙҙәр ҙә еңә алмай. Үткән быуаттың икенсе яртыһы башында йылына 30-40 мең кеше вафат булһа, хәҙер йыл да 53-55 кешене ерләйбеҙ. Өҫтәүенә сабыйҙар үлеме юғары булған райондар статистиканы артҡа һөйрәй.
Президент баш врачтарға кабинеттарынан сығырға ваҡыт еткәненә, үҙ биләмәләреңдә генә эшләмәйенсә, кешеләр менән осрашырға, ауылдарға сығырға, иҫкәртеү эше менән шөғөлләнергә кәрәклегенә баҫым яһаны.

“Һеҙҙең иңдә — дүрт миллиондан ашыу кеше ғүмере”

Шулай итеп, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре Президенттың һәм Хөкүмәттең айырым контроленә алынды. Бурыс ҙур — киләһе ике йылда уртаса ғүмер оҙайлығын 70 йәштән арттырыу, үлем кимәлен кәметеү мөһим. Ил Президентының 2020 йылға уртаса ғүмер оҙайлығын 74 йәшкә еткереү бурысын иҫәпкә алғанда, әлеге күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өҫтөндә бик ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәклеге көн кеүек асыҡ.
Республика башлығының: “Иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эштә булыу “күп эшләү” тигәнде аңлатмай. Был — ғәҙәти эш көнө. Һеҙ бит — баш врачтар, хакимиәт башлыҡтары, үҙ биләмәгеҙҙәге һаулыҡ һаҡлау күрһәткестәре өсөн яуап бирергә бурыслыһығыҙ”, — тип белдереүе лә тармаҡ етәкселәре эшмәкәрлегенең өр-яңы баҫҡысҡа күтәрелергә тейешлегенә ишара. Кемдеңдер эш күрһәткестәре насар икән, уны башҡалар алмаштырасаҡ. Республика һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороуҙа лайыҡлы урын алһын, ялыуҙар кәмеһен өсөн алдашыуҙарға ҡоролмаған, ысын мәғәнәһендә намыҫлы эш кәрәк. Февралдә йыл йомғаҡтарына арнап үткәреләсәк кәңәшмәнең күптәр өсөн оло имтихан булыуы ла бар.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21