Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кәйефтәре гел күтәренке
Кәйефтәре гел күтәренке Крупская исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы — районда иң табышлы эшләгән хужалыҡтарҙың береһе. Был турала Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм етештереү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә лә, һабантуй байрамында ла айырым билдәләнде. “500 ферма” федераль программаһына ингәс, кооперативтың эшмәкәрлеге уғата шәбәйгән. Хәйер, һүҙҙе хужалыҡ рәйесе урынбаҫары Вәсил БӘҘРЕТДИНОВҠА бирәйек.
– Һөтсөлөк тураһында һүҙ йөрөткәндә шуны әйтергә була: продукцияны эшкәртеү әлегә юлға һалынмаған. Уның ҡарауы, “Өфөмолагропром” асыҡ акцио­нерҙар йәмғиәтенән үҙҙәре ки­леп һөттө ала, иҫәп-хисап тиҙ арала башҡарыла. Дүрт меңдән ашыу баш малдың биштән бер өлөшө һауын һыйыры булыуы күпте һөйләй. Артабан һөттән килгән табыш тағы ла артыр тип көтөлә, сөнки быҙаулау осоро яҡынлаша.
Ә бына итте һатыу мәшәҡәт тыуҙыра. Яҡында һаман да ит комбинатының төҙөлмәүе бә­кәл­гә һуға. Өфө алыҫ, сара­һыҙҙан Пермь крайындағы Ҡуяҙы ит комбинатына алып барып һатырға мәжбүрбеҙ.
Кәйефтәре гел күтәренкеШуға шатланабыҙ: “500 ферма” программаһына инеү аҙым һайын тиерлек осраған ҡыйынлыҡтарҙан ҡотҡарҙы, эште күпкә еңеләйтте. Ҡашҡаҡ фермаһына һөт һыуытҡыс урынлаштырҙыҡ, өр-яңы һауын аппараттары алынды, өс силос соҡоро ҡаҙылды. Гәрәбәш фермаһы ла яңыртылды – быҙау һарайын бөгөн танырлыҡ та түгел. Ғөмүмән, федераль программала ҡатнашыу ауыл хужалығы тармағына яңы һулыш өрҙө.
Хужалыҡтың идараһы Шул­ған ауылында урынлашҡан, бынан тыш Ҡашҡаҡ һәм Гәрәбәш ауылдары уңғандары — барлығы 250 тирәһе эшсән иҫәпләнә.
Хужалыҡ рәйесе Фаил Нурғәлиевтең маҡсаты – халыҡ, бигерәк тә йәштәр ауылдан ситкә китмәһен, ә тыуған ерендә тир түкһен. Әйткәндәй, Фаил Нурый улы үҙ янына алға ҡарап эш итеүселәрҙе йыйған. Мәҫәлән, баш зоотехник Радмир Рәхимйәновтың тормош позицияһы — эшһөйәрҙәрҙе дәртләндереү, уларға мөмкин тиклем теҙгенде йышыраҡ тоттороу, — тине ул.
Егеттәрҙең кәйефе күтәренке сағына тура килдек тип уйла­ғайныҡ. Вәсил Фәтихйән улы, бында хеҙмәткә түләү ваҡы­тында башҡарылғас, барыһы ла һәр саҡ шәп кәйефтә йөрөй, тимәһенме! Үҙҙәре лә быны йөпләне. Хужалыҡ менән та­ныш­ҡанда малсыларҙың, меха­низаторҙарҙың, һауынсы­ларҙың өҫ кейеменең таҙалы­ғына иғтибар иттек, етеш йәшә­гәндәре шунда уҡ күҙгә салына. Кем әйтмешләй, май сүлмәге тышынан билдәле.
...Малсы Илсур Сафин төш­тән һуңға эш күләмен белеште лә өйөнә ҡайтып китте, Руслан Дәүләтшин да ауылға ҡарай атланы. Вәсил Бәҙретдинов улар­ҙың һәр береһенә тулыһынса ышана. Моғайын, бер-береңде ярты һүҙҙән аңлағанда ғына барыһы ла уң килеп торалыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә