Крупская исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы — районда иң табышлы эшләгән хужалыҡтарҙың береһе. Был турала Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм етештереү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә лә, һабантуй байрамында ла айырым билдәләнде. “500 ферма” федераль программаһына ингәс, кооперативтың эшмәкәрлеге уғата шәбәйгән. Хәйер, һүҙҙе хужалыҡ рәйесе урынбаҫары Вәсил БӘҘРЕТДИНОВҠА бирәйек.– Һөтсөлөк тураһында һүҙ йөрөткәндә шуны әйтергә була: продукцияны эшкәртеү әлегә юлға һалынмаған. Уның ҡарауы, “Өфөмолагропром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән үҙҙәре килеп һөттө ала, иҫәп-хисап тиҙ арала башҡарыла. Дүрт меңдән ашыу баш малдың биштән бер өлөшө һауын һыйыры булыуы күпте һөйләй. Артабан һөттән килгән табыш тағы ла артыр тип көтөлә, сөнки быҙаулау осоро яҡынлаша.
Ә бына итте һатыу мәшәҡәт тыуҙыра. Яҡында һаман да ит комбинатының төҙөлмәүе бәкәлгә һуға. Өфө алыҫ, сараһыҙҙан Пермь крайындағы Ҡуяҙы ит комбинатына алып барып һатырға мәжбүрбеҙ.
Шуға шатланабыҙ: “500 ферма” программаһына инеү аҙым һайын тиерлек осраған ҡыйынлыҡтарҙан ҡотҡарҙы, эште күпкә еңеләйтте. Ҡашҡаҡ фермаһына һөт һыуытҡыс урынлаштырҙыҡ, өр-яңы һауын аппараттары алынды, өс силос соҡоро ҡаҙылды. Гәрәбәш фермаһы ла яңыртылды – быҙау һарайын бөгөн танырлыҡ та түгел. Ғөмүмән, федераль программала ҡатнашыу ауыл хужалығы тармағына яңы һулыш өрҙө.
Хужалыҡтың идараһы Шулған ауылында урынлашҡан, бынан тыш Ҡашҡаҡ һәм Гәрәбәш ауылдары уңғандары — барлығы 250 тирәһе эшсән иҫәпләнә.
Хужалыҡ рәйесе Фаил Нурғәлиевтең маҡсаты – халыҡ, бигерәк тә йәштәр ауылдан ситкә китмәһен, ә тыуған ерендә тир түкһен. Әйткәндәй, Фаил Нурый улы үҙ янына алға ҡарап эш итеүселәрҙе йыйған. Мәҫәлән, баш зоотехник Радмир Рәхимйәновтың тормош позицияһы — эшһөйәрҙәрҙе дәртләндереү, уларға мөмкин тиклем теҙгенде йышыраҡ тоттороу, — тине ул.
Егеттәрҙең кәйефе күтәренке сағына тура килдек тип уйлағайныҡ. Вәсил Фәтихйән улы, бында хеҙмәткә түләү ваҡытында башҡарылғас, барыһы ла һәр саҡ шәп кәйефтә йөрөй, тимәһенме! Үҙҙәре лә быны йөпләне. Хужалыҡ менән танышҡанда малсыларҙың, механизаторҙарҙың, һауынсыларҙың өҫ кейеменең таҙалығына иғтибар иттек, етеш йәшәгәндәре шунда уҡ күҙгә салына. Кем әйтмешләй, май сүлмәге тышынан билдәле.
...Малсы Илсур Сафин төштән һуңға эш күләмен белеште лә өйөнә ҡайтып китте, Руслан Дәүләтшин да ауылға ҡарай атланы. Вәсил Бәҙретдинов уларҙың һәр береһенә тулыһынса ышана. Моғайын, бер-береңде ярты һүҙҙән аңлағанда ғына барыһы ла уң килеп торалыр.