Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күмертауҙар йылдамыраҡ
Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ аҙналығында “Йыл эшҡыуары-2014” бәйгеһендә еңеүселәргә наградалар тапшырылды.

Быйыл ойоштороу комитетына 12 номинация буйынса 78 ғариза тапшырыл­ған. Ҡатнашырға теләк белдергәндәрҙең күбеһе – Күмертауҙан. Бәйгене Башҡор­тостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, республиканың Эшҡы­уарлыҡ ойошмалары ассоциация­һы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, “Рәсәй таянысы” Башҡортостан төбәк бүлексәһе, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе, бәләкәй эшҡыуар­лыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды ойошторҙо.
Һөҙөмтәләргә ярашлы, Өфө ҡалаһын­дағы “Макспром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең башҡарма директоры Илдар Хужин — “Етештереү өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, баш ҡалабыҙҙан шәхси эшҡыуар Павел Зелев — “IT технологиялар өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, Туймазынан “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илнур Шакиров “Экологик йүнсел­лек өлкәһендә йылдың иң яҡшы эш­­ҡы­уары” тип танылды. Шаран районынан крәҫтиән (фермер) хужалығы баш­лығы Рәмилә Сәмиғуллина “Иң яҡшы крәҫтиән (фермер) хужалығы” номина­ция­һында еңеп сыҡты. Өфөнән “Цифроград” компаниялар төркөмө етәксеһе Азат Иҫәнғолов — “Күмәртәләп һәм берәмләп сауҙа итеү өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, Бәләбәй районының Приют ҡасабаһындағы “Витязь” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Виктор Никулин — “Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, Күмертауҙан “Акрополь” йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсин — “Төҙөлөш өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, Әбйәлил районынан шәхси эшҡыуар Айрат Әминев — “Хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, Октябрьский ҡалаһынан “Бағымсы +” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәте директоры Анатолий Кузнецов — “Медицина һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, Нуриман районынан “Павловка паркы” туристик тау саңғыһы үҙәген ойоштороу­сы Раил Ғәзизов “Туризм өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары” тип билдәләнде. Өфө ҡалаһынан “Уңыш академияһы” үҙәгенең генераль директоры Гүзәл Горбунова “Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтергән өсөн”, ә Күмертауҙан Эшҡыуарҙар союзы рә­йесе Елена Ульянкина иһә “Эшҡыуарлыҡ берләшмәһе мәнфәғәт­тәрен яҡлауҙағы хеҙмәте өсөн” номинацияһында еңеүгә өлгәште.


Автор: Р. ИБРАҺИМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә