Күмертауҙар йылдамыраҡ13.12.2014
Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ аҙналығында “Йыл эшҡыуары-2014” бәйгеһендә еңеүселәргә наградалар тапшырылды.
Быйыл ойоштороу комитетына 12 номинация буйынса 78 ғариза тапшырылған. Ҡатнашырға теләк белдергәндәрҙең күбеһе – Күмертауҙан. Бәйгене Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, республиканың Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, “Рәсәй таянысы” Башҡортостан төбәк бүлексәһе, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды ойошторҙо.
Һөҙөмтәләргә ярашлы, Өфө ҡалаһындағы “Макспром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең башҡарма директоры Илдар Хужин — “Етештереү өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, баш ҡалабыҙҙан шәхси эшҡыуар Павел Зелев — “IT технологиялар өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, Туймазынан “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илнур Шакиров “Экологик йүнселлек өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары” тип танылды. Шаран районынан крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Рәмилә Сәмиғуллина “Иң яҡшы крәҫтиән (фермер) хужалығы” номинацияһында еңеп сыҡты. Өфөнән “Цифроград” компаниялар төркөмө етәксеһе Азат Иҫәнғолов — “Күмәртәләп һәм берәмләп сауҙа итеү өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, Бәләбәй районының Приют ҡасабаһындағы “Витязь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Виктор Никулин — “Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, Күмертауҙан “Акрополь” йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсин — “Төҙөлөш өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, Әбйәлил районынан шәхси эшҡыуар Айрат Әминев — “Хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, Октябрьский ҡалаһынан “Бағымсы +” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Анатолий Кузнецов — “Медицина һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары”, Нуриман районынан “Павловка паркы” туристик тау саңғыһы үҙәген ойоштороусы Раил Ғәзизов “Туризм өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары” тип билдәләнде. Өфө ҡалаһынан “Уңыш академияһы” үҙәгенең генераль директоры Гүзәл Горбунова “Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтергән өсөн”, ә Күмертауҙан Эшҡыуарҙар союзы рәйесе Елена Ульянкина иһә “Эшҡыуарлыҡ берләшмәһе мәнфәғәттәрен яҡлауҙағы хеҙмәте өсөн” номинацияһында еңеүгә өлгәште.