Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡурҡҡанға ҡуш күренә
2015 йылға федераль ҡаҙна проекты төрлө даирәләрҙә ҡыҙыу бәхәс тыуҙырыуға ҡарамаҫтан, Федерация Советы уны еңел генә үткәреп ебәрҙе. Ләкин донъя энергетика баҙарында нефткә хаҡтарҙың тотороҡло түбәнәйә барыуына күҙ һалғанда, ҡаҙна килеменең яртыһын тәшкил иткән “нефть долларҙары”ның көтөлгән кимәлдән кәм тупланасағы төп документтың үтәлешен шик аҫтына ҡуя. Сәбәбе билдәле: Украина ваҡиғаларына бәйле Европа союзы һәм АҠШ даирәләре тарафынан индерелгән иҡтисади һәм финанс санкциялары туранан-тура ла, ситләтеп тә үҙ эшен атҡара.
Был инде — етди көрсөк, сөнки санкцияларҙың артабан тағы ла йоғонтолорағы индерелеүе ихтимал. Һәр хәлдә белгестәр уларҙың мартҡа саҡлы дауам ителерен фаразлай. Көрсөк эҙемтәләренә ҡаршы власть ниндәй ысулды һайлар: баҙар иҡтисады үҫешкән илдәрҙәгесә аҡса баҫыу станогын эшкә нығыраҡ егеп, дәүләттең эске бурыстарын арттырыу ише “йомшаҡ юл”дымы; әллә күнегелгән алымды иҫенә төшөрөп, уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағыса аҡса массаһын, тимәк, ихтыяждарҙы ҡыҫыу кеүек “ҡаты юл”ға өҫтөнлөк бирерме? Үҙәк банктың кредит ставкаларын быйыл бер нисә тапҡыр күтәреүен иҫәпкә алғанда, “ватанса ысул”дың эшкә ҡушылырына шик ҡалмай. Әммә был — үтә лә оҙайлы һәм былай ҙа күпселеге фәҡирлек сигендә көн күргән граждандарҙың мохтажлығын артабан да көсәйткән юл!


Теҙгенһеҙ хаҡтар –
сәйәси-психологик күренеш


Ҡулланыу тауарҙарының, коммуналь хеҙмәт өсөн һ.б. хаҡтарҙың тәртипһеҙ артыуы йәмәғәт­селектең ғәҙел ризаһыҙлығын тыуҙыра. Ләкин шуныһы иғтибарға лайыҡ: баҙар иҡтисадының тәбиғәтенә ярашлы, хаҡтар күтәрелеү – иҡтисади күренеш һәм, ғәҙәттә, матди етештереүҙең кәмеүе, ихтыяждарҙың, киреһенсә, артыуына бәйләнгән. Дөрөҫ, иҫкәрмәләр ҙә булғылай, мәҫәлән, 2008 йылғы бөтә донъя финанс-иҡтисади көрсөгө, белгестәр фекеренсә, финанс баҙарында ҡағыҙ аҡсаның самаһыҙ күплеге арҡаһында хасил булды. Көнбайыш даирәләре төрлө саралар ҡулланыу, шул иҫәптән аҡса баҫыу станогын тиҙләтеп эшләтеү, тиҫтәләрсә мең граждандың урамдар­ға сығып, көслө дәғүә белдереүе һөҙөмтәһендә лә, уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ярайһы уңышҡа өлгәште.
Илебеҙҙә күҙәтелгән әлеге күңелһеҙ хәлдәрҙең сәбәптәре һис кенә лә эске иҡтисади һәм финанс мәсьәләләренә туранан-тура бәйләнмәгән. Тимәк, уны еңеп сығыу өсөн ғәҙәти алымдарға иҫәп тотоу урынһыҙ. Әммә иғтибарлабыраҡ ҡарағанда, санкциялар сәбәп түгел, ә һылтау ғына, сөнки ҡулланыу тауарҙарына, шул иҫәптән аҙыҡ-түлеккә лә хаҡтарҙы күтәреү өсөн, үрҙә телгә алынғанса, иҡтисади, тимәк, хоҡуҡи нигеҙ юҡ. Бында иң элек психологик фактор эш итә: хаҡтарҙың теҙгендән ысҡыныуын ҡайһы бер граждандарҙың яһалма ҡытлыҡ тыуҙырырға тырышып, финанс хәлен яҡшыртып ҡалыуға ынтылыуы менән генә аңлатырға мөмкин.
Иң ғәжәбе шул: ҡайһы берәүҙәр төрлө имеш-мимеш ижад итеү генә түгел, Хужа Насретдин кеүек, үҙе үк шуға ышанып, сауҙа учреждениелары кәштәләрен “таҙартыр”ға тотона. Тәүҙә ҡарабойҙай, һуңғы көндәрҙә шәкәр ҡомон тоҡлап ташыған­дарҙың тәртибенә башҡаса аңлатма юҡ. Ә бит ярма менән шәкәр ҡомон күпме генә һатып алма, улар — бөтә торған тауар. Шул уҡ ваҡытта имеш-мимеш ҡорбандарының әллә ни күп түгеллеге бер аҙ тынысландыра. Мәҫәлән, 21 ноябрҙә “Левада-үҙәк” үткәргән йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү мәғлүмәттәренә ҡарағанда, респонденттарҙың 71 проценты бындай ығы-зығы менән башын ҡатырмай.

Тынысланығыҙ, әфәнделәр!

Әлбиттә, көсәйә барған көрсөк күренештәренең кәүҙәләнеше күп төрлө. Мәҫәлән, иҡтисади санкцияларҙан илебеҙҙең 40 миллиард, нефткә хаҡтарҙың яһалма ысулдар ҡулланыу сәбәпле төшөрөүенә бәйле — 90-100 миллиард, капиталдың күпләп сит илдәргә (башлыса оффшор зоналарға) сығарылыуы арҡаһында 130 миллиард доллар юғалтыуы ығы-зығы тыуҙырыу өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә нигеҙ бирә кеүек. Бында иң элек, урыҫтар ауырлыҡтарҙы үҙҙәре тыуҙыра ла ҡаһармандарса еңеп сығыуы менән ғорурлана, тигән әйтем эш итә. Барыһы ла – беҙ уларҙы таныйбыҙмы, инҡар итергә тырышабыҙмы – мөһим түгел: санкцияларҙың индерелеүе, нефткә хаҡтарҙың төшөүе һәм капиталдың бығаса күрелмәгән дәрәжәлә сит илдәргә сығарылыуы эске сәбәптәргә, әйтергә яраһа, кәйефтәргә бәйле. Был осраҡта, тышҡы факторҙар йоғонтоһо, тип әйтергә урын күренмәй.
Ысынлап та, үткән эшкә салауат тиһәләр ҙә, санкцияларға юлығыуҙы власть даирәләренең ҙур сәйәси хатаһы тип баһалау өсөн хоҡуҡи нигеҙ бар. Ә бына шуны һылтау итеп, Рәсәй капиталын сит илдәргә сығарырға тотонған ватандаштарыбыҙҙың тәртибе һис кенә лә күҙ йомоп ҡала торған күренеш һаналмай. Сөнки ул — урланған байлыҡ һәм үҙ Ватанына түгел, ә сит илдекенә хеҙмәт итәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмәғәтселектең ошо ҡырағай күренешкә граждандарса мөнәсәбәтен һаман күрһәткәне юҡ әле. Ошо йәһәттән Рәсәйҙә бер айҙан ашыу йәшәп ҡараған Бразилия яҙыусыһы Бернарду Карвальюҙың, рәсәйҙәрҙә ойошоу кеүек ынтылыш юҡ, һәр ҡайһыһы үҙ көнөн үҙе хәстәрләү, үҙ хәлен яҡшыртып ҡалыу тураһында ғына ҡайғырта, тигән һығымтаһы менән килешмәй сара юҡ. Ни генә тимә, ситтән һәр саҡ яҡшыраҡ күренә.
Мохтажлығы көслө граждандарҙы ниндәйҙер килешмәгән ҡылыҡтарҙа ғәйепләү урынһыҙ ҙа кеүек, сөнки капиталистик ҡоролошто, баҙар мөнәсәбәттәрен улар юллап алмаған бит. Ләкин шуны иҫкә төшөрөү урынлы: баҙар иҡтисады – ҡатмарлы күренеш, һәм Рәсәйҙә күҙәтелгәнсә, һәр кемдең үҙе булдыра алғанса байлыҡ артынан ҡыуыуынан ғына тормай. Баҙар иҡтисадының дәүләткә көслө социаль сәйәсәт йөкмәткән яғы ла бар, мәҫәлән, фәҡирлекте булдырмау бурысы. Үкенескә ҡаршы, үҙҙәрен һәр яҡлап та тәьмин иткән власть даирәләре был турала уйланырға ашыҡмай.



Автор: Мәхмүт ХУЖИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә