Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете быуыныңды беләһеңме?
Ете быуыныңды беләһеңме? Башҡортҡа үҙ тарихыңды (йәғни шәжәрәңде), һәр йондоҙҙоң атамаһын һәм бөйөк хандар хаҡындағы риүәйәттәрҙе белеү мотлаҡ, тип яҙған арҙаҡлы мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев. Йылдар үтеү менән кешенең донъяға ҡарашы ла үҙгәрә, ошо өс ғәмәлдең ҡайһы береһе әһәмиәтен юғалтыуы ла ихтимал. Ләкин үҙеңдең сығышыңды, ата-бабала­рыңдың кем икәнлеген белеү бер ҡасан да мөһимлеген юғалтмай. Башҡорт кәм тигәндә ете быуыны хаҡында хәбәрҙар булырға тейеш, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Илдә төрлө үҙгәрештәр барғанда, “глобалләштереү” тигән күренеш әүҙемләшкәндә үҙ тамырыңды юғалтмау бигерәк тә көнүҙәк.

Билдәле булыуынса, Пермь кра­йының күпселек өлөшөндә аҫаба башҡорттар йәшәй. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса унда 32 730 милләт­тә­шебеҙ көн күрә. Яңыраҡ Барҙа районындағы гәйнә башҡорттары ойошторған шәжәрә байрамында ҡатнашыу насип булды.
Барҙа элек-электән саф башҡорт районы тип иҫәпләнә. Шуға ла нәҡ унда шәжәрәләрен барлауҙары — шатлыҡлы күренеш. Был байрамда Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Башҡарма комитеты ағза­һы Данир Ғәйнуллиндың, рес­­пуб­лика Мәғариф министр­лығы вәкиле Әл­фиә Ишбаеваның, тарихсы-ға­лим­дар Зөлфәр Ғәтиәтул­лин менән Рәфил Аҫылғужиндың, Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Фәнисә Аҡсу­рина­ның, шулай уҡ Артур Туҡ­тағолов етәкселе­ген­дәге “Да­лан” эстрада төркөмөнөң ҡатнашыуы сараға йәм өҫтәне.
Ете быуыныңды беләһеңме?Шәжәрә байрамы Барҙала үткә­релһә лә, ул бер ра­йон менән генә сикләнеп ҡалманы. Чернушка ҡала­һынан, Уса, Көйәҙе, Пермь, Уинск райондарынан да милләттәш­тәре­беҙ килгәйне. Күргәҙмәгә ҡуйылған шә­жә­рәләр араһынан бигерәк тә Әдүтовтар менән Сәйҙәшевтәрҙеке бай мәғлүмәтле, дәлилле булыуы менән ҡиммәтле.
– Нәҫел ебемде барлап, шуны белдем: минең ҡан­бабам башҡорт кантоны башлығы булған, – тине эшҡыуар Исрафил Әдүтов.
Пермь районының Баш-Ҡолтай ауылы старостаһы Фаил Сәйҙәшев тә был сараға етди әҙерләнгән.
– Ата-бабаларыбыҙ һөйләүенсә, башҡорттар бында ХIII быуат тирә­һендә килеп төйәкләнгән, – тип башланы һүҙен аҡһаҡал. – Шуға ла үҙебеҙҙе аҫаба халыҡ тип әйтергә хаҡлыбыҙ. Ысынлап та, беҙ — баш­ҡорт, әммә төрлө сәбәп арҡаһында татарса һөйләшәбеҙ. ХIХ быуат осоронда Ҡолтайға йәнәш Урыҫ-Ҡолтай ауылы булған. Уларҙы бута­маҫ өсөн беҙҙең төйәкте Башҡорт Ҡол­тайы тип атағандар. Уның хә­ҙерге исеме ҡыҫ­ҡартып, Баш-Ҡол­тай тип алынған.
Ауыл халҡы үҙенең тарихын белә. Заманында төйәгебеҙҙә өс һәйкәл ҡуйҙыҡ. 1965 йылда — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаш­ҡандарға, 1985 йылда дуҫым Әнәс Мырҙаҡаев менән яуҙан иҫән ҡайтмаған яҡташ­тарыбыҙҙың исемен мәңгеләштерҙек. 1992 йылда ауылыбыҙҙың дүрт быуатлыҡ юбилейын билдәләр алдынан ҙур һәй­кәл урынлаштырҙыҡ.
Ете быуыныңды беләһеңме?Ҡуян ауылында мәҙәни тормош йылдам ғына бара. Унда милли байрамдар йыш үткәрелә. Беҙҙә иһә 12 йыл мәҙәниәт йорто юҡ. Шулай булғас, бер ниндәй сара ла үткәрә алмайбыҙ...
Был сарала төбәктә шәжәрәне өйрәнеү мәсьәләһе буйынса “түңә­рәк өҫтәл” дә ойошторолдо.
– Мәктәп программаһы буйынса Вавилон, Мысыр тарихын өйрәнә­беҙ, ә үҙ тарихыбыҙҙы белеп етмәй­беҙ, — тине сығышында Данир Ғәй­нуллин. – Ошо ерҙә элек-электән гәйнә башҡорттары йәшә­гән. Шәжә­рә­ләрен тейешле кимәлдә белмәү арҡаһында, хәҙер күптәр үҙенең килеп сығышын да әйтә алмай. Милләт­тәштәребеҙҙең тамыры ҡоромаһын өсөн ошондай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк.
Рәсәйҙә батша заманында бил­дәлелек яулаған рудасы Исмәғил Тасимов, сәйәсмән һәм рудасы Ишбулат Туҡтамышев ерендә бөгөн барған милли күренештәр әллә ни шатлыҡлы түгел.
Шәхсән үҙем был төбәккә өсөнсө тапҡыр килдем. 1812 йылғы Ватан һуғышындағы еңеүгә 200 йыл тулыу айҡанлы Пермь ҡалаһында “Төньяҡ амурҙары” мәҙәни-мәғлүмәти ак­ция­һында ҡатнашырға тура килгәй­не, ун­да милли мәсьәләләр ха­ҡын­да ла һүҙ сыҡты. Рәсәй Фән­дәр академияһы ҡарама­ғын­дағы Тарих һәм археология институ­тының ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы Александр Черных былай тигәйне: “Һуңғы утыҙ йылда Пермь крайында баш­ҡорттар кәме­гәндән-кәмей: 1989 йылда – 52 мең, 2002 йылда – 40 мең, ә инде һуңғы мәғлүмәттәр буйынса 32 мең ти­рәһе булыуы асыҡланды. Аҫаба халыҡтың аҙа­йыуына бер нисә сәбәп бар. Баш­ҡорт һәм татар халҡы тығыҙ мәҙәни-рухи бәйләнештә йәшәй. Бына Барҙа районын электән башҡорттар төйәк иткәнен яҡ­шы беләбеҙ. Тик ниңәлер һуңғы йылдарҙа унда башҡорт­тарҙың иҫәбе кәмей, ә татарҙар арта. Элек паспортта һәр граждандың милләте күрһәтелә ине, хәҙер уны алып ташланылар – был да үҙен кире яҡтан һиҙҙертә. Пермь һәм Барҙа райондарында элек-электән гәйнә башҡорттары йәшәһә, хә­ҙер тө­бәктә татарса ғына уҡы­талар. Шуғалыр ҙа ун­дағы баш­ҡорттарҙың 92 проценты татар телен туған теле тип иҫәпләй. Иҫ китерлек күренеш: кеше үҙе – бер халыҡ вәкиле, ә туған теле тип башҡа телде атай. Әлбиттә, бик ҡатмарлы хәл. Пермь крайында “башҡорт-татар” милләте барлыҡҡа килгән тип тә шаярталар хәҙер”.
Ә бит уҙған быуатта милли хәл башҡасараҡ булған. Архив мәғлү­мәттәренә таянып шуны әйтергә була: 1925 йылда Барҙа район баш­ҡарма комитеты рәйесе Ғатауллин халыҡ депутаттары съезында төбәктәге милләттәр иҫәбе буйынса сығыш яһай. Ул ваҡытта районда 42 946 кеше иҫәпләнә. Шул иҫәптән урыҫтар – 9740 (22,7%), баш­ҡорттар – 32151 (74,37%), татарҙар – 603 (1,4%), типтәрҙәр – 445 (1,03%).
Шуға ла Пермь крайы баш­ҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәровтың Башҡортостан яғынан иғтибарҙың әллә ни ҙур булмауына зарланыуы урынлы.
— Һәр халыҡ үҙ тарихын белергә тейеш. Балала­рыбыҙ Татарстанда баҫылған китаптарҙы уҡығанда, ыңғай үҙгәрештәрҙе көтөү мөмкин түгел. Барҙа районында башҡорт гимназияһын асыу — күптәнге телә­гебеҙ, әммә ул һаман хыялда ғына ҡала, — тине.
Күп ваҡыт үтһә лә, әлеге мәсьәлә әһәмиәтен юғалт­май. Был йәһәттән Татарстандан өлгө алырға кәрәк: татар телендәге китаптар менән даими тәьмин итәләр, сәнғәт әһел­дәре лә Барҙа еренә йыш килә.
Тағы ла бер мөһим мәсьәләне асыҡлау кәрәк: Бар­ҙалағы гәйнә башҡорттары үҙенсәлекле телдә һөйләшә — татарса ла түгел, әҙәби башҡорт теленән дә алыҫлашҡан. “Ҡыйылдап сөйләшеү”, “бирең”, “килең”, “үлтермәң”, “сеҙ” кеүек һүҙҙәрҙе ҡулланалар. Был хаҡта заманында билдәле диалектолог Нәжибә Мәҡсүтова ла сығыш яһаған.
“Гәйнә ырыуы халҡы баш­ҡорт­мо икән тигән һорау элек ҡуйыла ине. Уларҙың аҫаба булыуы-булмауы ла асыҡлыҡ индереүҙе һорай. Эйе, гәйнәләр — саф башҡорт. Легендаларға ҡарағанда, улар ХII быуатта Зәй һәм Шишмә йылғаһы буйҙарынан килеп төйәк­ләнгән.
ХIХ быуат аҙағында Строганов һәм Шаховтың нәҫелен дауам итеүселәр шул ерҙәге ике дәүләт заводын ҡулға төшөрөргә уйлай. “Еҙ иретеү заводтары ата-баба­ларыбыҙ ерендә рөхсәтһеҙ төҙөл­гән, шуның өсөн уны беҙгә бирергә һәм зыян килтергән өсөн аҡса түләргә тейешһегеҙ”, — тигән булалар. Рәсәй Хөкүмәте аптырашта ҡала. Сараһыҙҙан гәйнә баш­ҡорттарына ярҙам һо­рап мөрә­жәғәт итәләр. Ә гәй­нәләр дәғүәселәрҙең өҫтәленә дөйөм документ­ты шап иттереп һала. “Заводтар аҫаба еребеҙҙә төҙөл­дө, быға ризалығыбыҙҙы ла бир­гәнбеҙ. Ә һеҙҙең ул мөлкәткә ынтылырға хаҡығыҙ юҡ”, — ти беҙҙекеләр. Аҙаҡ Александр III гәй­нә башҡортта­рының аҫабалы­ғы хаҡында Указ сығара”, – тигәйне тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Нәзир Ҡолбахтин.
Бөгөн милли китаптарға ла ҡыт­л­ыҡ кисерә мил­ләттәштәребеҙ, шул уҡ ваҡытта Ҡазанда сыҡҡан яңы баҫмалар ул яҡҡа ваҡытында ебәрелеп тора.
Мин һәр халыҡтың үҙ тамырын, үҙ телен белеүе яҡлымын. Пермдә үткән һабантуй, ысынлап та, башҡа милләттәр алдында татар менән башҡорттоң дуҫлығын күрһәтте. Ут күршебеҙҙән, ҡәрҙәш татар дуҫтарҙан өлгө алһаҡ ине.


Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ. Район: Пермь крайы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә