Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Онотмаһын ине Тыуған ил
Йыл һайын 9 декабрҙә Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Был байрамдың тарихы үткән быуаттарға барып тоташа. Батшабикә Екатерина II ил менән идара иткән ваҡытта – 1769 йылда – Изге Георгий ордены булдыра. Ул йылдарҙа был наградаға ҡыйыу, илһөйәр яугирҙәр лайыҡ була.

Изге Георгий орденының дүрт дәрәжәһе раҫланған. Билдәле булыуынса, уның бөтә дәрәжәһенә лә дүрт кеше лайыҡ булған, улар араһында бөйөк полководецтар М. Кутузов һәм М. Барклай-де-Толли бар. Ә Екатерина II үҙен орден булдырған өсөн бүләкләгән. 1917 йылға тиклем Рәсәйҙә Изге Георгий иҫтәлегенә Георгий кавалерҙары байрамы билдәләнгән. Октябрь революцияһынан һуң байрам да, орден кеүек үк, ғәмәлдән сыҡҡан.
Геройҙар көнөн тергеҙеү – батыр ата-бабалар иҫтәлеген хөрмәт итеү генә түгел, шулай уҡ хәҙерге Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Геройҙары, Изге Георгий һәм Дан ордендарының тулы кавалерҙарын данлау ҙа. Был байрам Рәсәй граждандарын ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, хәрби-тарихи һәм мәҙәни йолаларҙың күсәгилешлелеген тәьмин итеү, рухи ҡиммәттәрҙе нығытыу, илебеҙҙең героик үткәне тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлау тәңгәлендә лә бик әһәмиәтле.
Башҡортостан энциклопедияһында Советтар Союзы Геройы һәм Рәсәй Геройы исемен алған — 305, Дан ордендарының тулы кавалеры булған 37 кешенең исеме бирелгән. Улар йә республика биләмәһендә тыуған, йә унда йәшәп киткән, йә демобилизацияланғандан һуң килеп төпләнгән.

Илдар ХӘЙРЕТДИНОВ:
– Бындай көн кәрәк. Ул — патриотик тәрбиәнең нигеҙе. Илде һәр ваҡыт яратырға, уға хеҙмәт итергә кәрәк.

Илһам ЗАКИРОВ:
– Диңгеҙ хеҙмәте бик ауыр, хәүефле. Мәҫәлән, 1-се ранг капитаны Сурков, диңгеҙ төбө аппараттарын һынап, геройлыҡ күрһәтте. Беҙҙең ауыр хеҙмәт Хөкүмәт, командирҙар тарафынан баһаланырға тейеш. Башҡортостан илгә 40 меңдән ашыу моряк биргән, шуларҙың 35-е — адмирал. Мәҫәлән, адмирал Маслов, вице-адмирал Сержанин. Яҡташтар һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итә. Улар герой булмаһа ла, эштәре батырлыҡҡа тиң.

Ләйсән ИСЛАМОВА:
– Рәсәйгә ҡушылғас, ниндәй генә һуғыштар булмаһын, башҡорттар һәр ваҡыт ҡатнашҡан, ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Уларға ҡарап, башлыҡтар ғына түгел, дошмандары ла һоҡланған, ҡурҡҡан.

Әлфиә СӘФӘРОВА:
– Кешеләр үлә, уларҙың исемдәре, эштәре ҡала. Һуңғы йылдарҙа хәрбиҙәргә ҡарата битарафлыҡ көслө булды. Көндәлек тормошта ла башҡалар ғүмерен ҡотҡарып, Герой тигән исемгә лайыҡ булған кешеләр күп. Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, бергә йәшәйек, Башҡортостаныбыҙҙы данлайыҡ. Батырҙарҙы онотмайыҡ.

Резеда ТИМЕРХАНОВА:
– Беҙҙең нәҫелдә ир-егеттәрҙең барыһы ла Ватан һағында торған. Әлбиттә, беҙ уларҙың барыһын да 9 Майҙа иҫкә алабыҙ һәм зыяратҡа барып, ҡәберҙәрен рәткә килтерәбеҙ. Ә был көн үҫеп килгән быуын өсөн кәрәк тип уйлайым. Мәктәптәрҙә ватансылыҡ дәрестәре үткәреү, атай-олатайҙарҙың батырлыҡтары тураһында һөйләү мотлаҡ.

Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә