Йыл һайын 9 декабрҙә Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Был байрамдың тарихы үткән быуаттарға барып тоташа. Батшабикә Екатерина II ил менән идара иткән ваҡытта – 1769 йылда – Изге Георгий ордены булдыра. Ул йылдарҙа был наградаға ҡыйыу, илһөйәр яугирҙәр лайыҡ була. Изге Георгий орденының дүрт дәрәжәһе раҫланған. Билдәле булыуынса, уның бөтә дәрәжәһенә лә дүрт кеше лайыҡ булған, улар араһында бөйөк полководецтар М. Кутузов һәм М. Барклай-де-Толли бар. Ә Екатерина II үҙен орден булдырған өсөн бүләкләгән. 1917 йылға тиклем Рәсәйҙә Изге Георгий иҫтәлегенә Георгий кавалерҙары байрамы билдәләнгән. Октябрь революцияһынан һуң байрам да, орден кеүек үк, ғәмәлдән сыҡҡан.
Геройҙар көнөн тергеҙеү – батыр ата-бабалар иҫтәлеген хөрмәт итеү генә түгел, шулай уҡ хәҙерге Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Геройҙары, Изге Георгий һәм Дан ордендарының тулы кавалерҙарын данлау ҙа. Был байрам Рәсәй граждандарын ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, хәрби-тарихи һәм мәҙәни йолаларҙың күсәгилешлелеген тәьмин итеү, рухи ҡиммәттәрҙе нығытыу, илебеҙҙең героик үткәне тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлау тәңгәлендә лә бик әһәмиәтле.
Башҡортостан энциклопедияһында Советтар Союзы Геройы һәм Рәсәй Геройы исемен алған — 305, Дан ордендарының тулы кавалеры булған 37 кешенең исеме бирелгән. Улар йә республика биләмәһендә тыуған, йә унда йәшәп киткән, йә демобилизацияланғандан һуң килеп төпләнгән.
Илдар ХӘЙРЕТДИНОВ:– Бындай көн кәрәк. Ул — патриотик тәрбиәнең нигеҙе. Илде һәр ваҡыт яратырға, уға хеҙмәт итергә кәрәк.
Илһам ЗАКИРОВ:– Диңгеҙ хеҙмәте бик ауыр, хәүефле. Мәҫәлән, 1-се ранг капитаны Сурков, диңгеҙ төбө аппараттарын һынап, геройлыҡ күрһәтте. Беҙҙең ауыр хеҙмәт Хөкүмәт, командирҙар тарафынан баһаланырға тейеш. Башҡортостан илгә 40 меңдән ашыу моряк биргән, шуларҙың 35-е — адмирал. Мәҫәлән, адмирал Маслов, вице-адмирал Сержанин. Яҡташтар һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итә. Улар герой булмаһа ла, эштәре батырлыҡҡа тиң.
Ләйсән ИСЛАМОВА:– Рәсәйгә ҡушылғас, ниндәй генә һуғыштар булмаһын, башҡорттар һәр ваҡыт ҡатнашҡан, ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Уларға ҡарап, башлыҡтар ғына түгел, дошмандары ла һоҡланған, ҡурҡҡан.
Әлфиә СӘФӘРОВА: – Кешеләр үлә, уларҙың исемдәре, эштәре ҡала. Һуңғы йылдарҙа хәрбиҙәргә ҡарата битарафлыҡ көслө булды. Көндәлек тормошта ла башҡалар ғүмерен ҡотҡарып, Герой тигән исемгә лайыҡ булған кешеләр күп. Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, бергә йәшәйек, Башҡортостаныбыҙҙы данлайыҡ. Батырҙарҙы онотмайыҡ.
Резеда ТИМЕРХАНОВА:– Беҙҙең нәҫелдә ир-егеттәрҙең барыһы ла Ватан һағында торған. Әлбиттә, беҙ уларҙың барыһын да 9 Майҙа иҫкә алабыҙ һәм зыяратҡа барып, ҡәберҙәрен рәткә килтерәбеҙ. Ә был көн үҫеп килгән быуын өсөн кәрәк тип уйлайым. Мәктәптәрҙә ватансылыҡ дәрестәре үткәреү, атай-олатайҙарҙың батырлыҡтары тураһында һөйләү мотлаҡ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.