Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Оҙатып ҡалды күк Урал…
Оҙатып ҡалды күк Урал… Иҫләйем, Венер ағай, ике тиҫтә йылды артҡа һалып, иҫләйем…
Ул саҡта балалар баҡсаһына саҡ йөрөй башлаған инем. Атам-әсәм Һеҙҙең һәм тормош иптәшегеҙ менән бер-берегеҙгә йөрөшөп, туғандарса аралашып, осҡон сәсеп йөрөгән ғәжәйеп саҡтар. Атайым менән ултырып, бер-берегеҙҙең шиғырын уҡыуҙар, йырлашыуҙар, гармун тартып бейеүҙәр. Бөтәһе лә күҙ алдымда.



Ә бергә булғанда иң яратҡан шөғө­лө­гөҙҙө – мин, сабый, менән шаярып көрә­шеүҙәрҙе, беҙҙең «бокс»ты — әле булһа һағынам. Әйтерһең, һеҙ ҙә биш йәшлек бала инегеҙ ул саҡта… Ә бит Һеҙ ысынлап та ғүмер буйына эскерһеҙ күңелле булып ҡала алдығыҙ.
Минең шиғырҙарыма, мәҡәләләремә лә дәртләндереүсе­ләрҙең береһе Һеҙ ине­геҙ. «Аманат»та ижадым шишмәһенә юл асыусы ла булдығыҙ. Редакцияла Һеҙҙең кеүек һәр бер кешене, айырыуса йәш авторҙы йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алыу­сы башҡаларҙы осратҡаным булманы. Ҡосаҡлап алып, өҫтә­легеҙ алдына ултырта инегеҙ ҙә: «Ҡайҙа, Алмас, ниндәй шиғри күстәнәстәр алып килдең әле? Һиңә прозала ла һынарға кәрәк үҙеңде, булдыра алырһың, тормошто, тирә-яҡ мөхитте күҙәт, шунда ул әҙәби табыштар. Тик яҙыуҙан туҡтама», – тип күңелде ҡанатландырып ебәрә инегеҙ.
Ҡайҙа һуң Һеҙҙең кеүектәр?! Ҡайҙа һеҙҙең быуынға тиңлә­шерлек йәштәр? Совет журналистикаһы мәктәбен үт­кән, һүҙ һәм кеше ҡәҙерен белгән, кеселәргә кесе, ололарға оло була алғандар һирә­гәйгәндән-һирәгәйә, Венер ағай. Үкенес, әммә ни өсөндөр шулайыраҡ: кешеләр йомола бара, ҡырыҫлана, тормош ауырлыҡ­тарынан ҡурҡып, әллә ҡайҙарға ҡасырға тырыша, дуҫлыҡҡа, мөхәббәтенә, хатта Иленә хыянат итә... Үҙенә лә етмәҫ күңел йылыһын ҡайҙа инде башҡаларға өлә­шеү! Һеҙ һуң нисек дөрләттегеҙ йөрәгегеҙ утын?! Ниндәй рухи көс табып, ошо йылы­ғыҙҙы, нурығыҙ­ҙы, мөхәббәтегеҙҙе мең­дәр­сә балаға, йәштәргә, ҡәләм­дәштәргә таратып йә­шәне­геҙ. Эх, ваҡытында һора­мағанбыҙ ҙа ваҡы­тында әйтергә тейешле һүҙҙәрҙе еткерә алмағанбыҙ бит, Венер ағай. Ишетһәгеҙ ине, һуңлап булһа ла, әйткән рәхмәтемде. Ишетһәгеҙ ине…
Ә тағы ла иҫләйһегеҙме… Бер саҡ ялан­да табын йәйеп ултырғанда, Һеҙ тор­ҙоғоҙ ҙа мине бер ҡал­ҡыу­лыҡҡа баҫты­рып: «Йырла әле беҙҙең йы­ры­быҙҙы, улым», – тип һоранығыҙ. Эйе, беҙҙең йырыбыҙ ине ул. Биш йәшлек мин тырыша-тырыша:
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алдан бара
Шайморатов генерал, –
тип йырлай инем. Әле Һеҙҙең хәтерегеҙгә бағышлап, уны көйләп алдым, Венер ағай. Гүйә, Һеҙ ваҡытлыса ғына, ғәҙеллек, изгелек өсөн алышҡа юлланғанһығыҙ, ә Уралҡай Һеҙҙе оҙатып, көтөп ҡалды. Башҡаһына ышанғы килмәй.


Автор: Алмас ШАММАСОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә