Иҫләйем, Венер ағай, ике тиҫтә йылды артҡа һалып, иҫләйем…
Ул саҡта балалар баҡсаһына саҡ йөрөй башлаған инем. Атам-әсәм Һеҙҙең һәм тормош иптәшегеҙ менән бер-берегеҙгә йөрөшөп, туғандарса аралашып, осҡон сәсеп йөрөгән ғәжәйеп саҡтар. Атайым менән ултырып, бер-берегеҙҙең шиғырын уҡыуҙар, йырлашыуҙар, гармун тартып бейеүҙәр. Бөтәһе лә күҙ алдымда.Ә бергә булғанда иң яратҡан шөғөлөгөҙҙө – мин, сабый, менән шаярып көрәшеүҙәрҙе, беҙҙең «бокс»ты — әле булһа һағынам. Әйтерһең, һеҙ ҙә биш йәшлек бала инегеҙ ул саҡта… Ә бит Һеҙ ысынлап та ғүмер буйына эскерһеҙ күңелле булып ҡала алдығыҙ.
Минең шиғырҙарыма, мәҡәләләремә лә дәртләндереүселәрҙең береһе Һеҙ инегеҙ. «Аманат»та ижадым шишмәһенә юл асыусы ла булдығыҙ. Редакцияла Һеҙҙең кеүек һәр бер кешене, айырыуса йәш авторҙы йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алыусы башҡаларҙы осратҡаным булманы. Ҡосаҡлап алып, өҫтәлегеҙ алдына ултырта инегеҙ ҙә: «Ҡайҙа, Алмас, ниндәй шиғри күстәнәстәр алып килдең әле? Һиңә прозала ла һынарға кәрәк үҙеңде, булдыра алырһың, тормошто, тирә-яҡ мөхитте күҙәт, шунда ул әҙәби табыштар. Тик яҙыуҙан туҡтама», – тип күңелде ҡанатландырып ебәрә инегеҙ.
Ҡайҙа һуң Һеҙҙең кеүектәр?! Ҡайҙа һеҙҙең быуынға тиңләшерлек йәштәр? Совет журналистикаһы мәктәбен үткән, һүҙ һәм кеше ҡәҙерен белгән, кеселәргә кесе, ололарға оло була алғандар һирәгәйгәндән-һирәгәйә, Венер ағай. Үкенес, әммә ни өсөндөр шулайыраҡ: кешеләр йомола бара, ҡырыҫлана, тормош ауырлыҡтарынан ҡурҡып, әллә ҡайҙарға ҡасырға тырыша, дуҫлыҡҡа, мөхәббәтенә, хатта Иленә хыянат итә... Үҙенә лә етмәҫ күңел йылыһын ҡайҙа инде башҡаларға өләшеү! Һеҙ һуң нисек дөрләттегеҙ йөрәгегеҙ утын?! Ниндәй рухи көс табып, ошо йылығыҙҙы, нурығыҙҙы, мөхәббәтегеҙҙе меңдәрсә балаға, йәштәргә, ҡәләмдәштәргә таратып йәшәнегеҙ. Эх, ваҡытында һорамағанбыҙ ҙа ваҡытында әйтергә тейешле һүҙҙәрҙе еткерә алмағанбыҙ бит, Венер ағай. Ишетһәгеҙ ине, һуңлап булһа ла, әйткән рәхмәтемде. Ишетһәгеҙ ине…
Ә тағы ла иҫләйһегеҙме… Бер саҡ яланда табын йәйеп ултырғанда, Һеҙ торҙоғоҙ ҙа мине бер ҡалҡыулыҡҡа баҫтырып: «Йырла әле беҙҙең йырыбыҙҙы, улым», – тип һоранығыҙ. Эйе, беҙҙең йырыбыҙ ине ул. Биш йәшлек мин тырыша-тырыша:
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алдан бара
Шайморатов генерал, –
тип йырлай инем. Әле Һеҙҙең хәтерегеҙгә бағышлап, уны көйләп алдым, Венер ағай. Гүйә, Һеҙ ваҡытлыса ғына, ғәҙеллек, изгелек өсөн алышҡа юлланғанһығыҙ, ә Уралҡай Һеҙҙе оҙатып, көтөп ҡалды. Башҡаһына ышанғы килмәй.