Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ысын азаматтар вариҫы һин...”
“Ысын азаматтар вариҫы һин...” Башҡорт дәүләт университетында профессор, тарих фәндәре докторы Рим Янғужин­дың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған “түңәрәк өҫтәл” уҙға­рылды. Унда шәхестең хеҙмәт­тәштәре, уҡыусылары, сту­дент­тар ҡатнашты.

Рим Зәйнәғәбит улы 1968 йылда БДУ-ның тарих факультетында эш башлай ҙа ғүмеренең һуңғы көндәренә ҡәҙәр башҡорт халҡының тарихын, хужалыҡ тәртибен, этник ҡоролошон өйрәнеү менән шөғөлләнә. Ул – 300-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы, этнографик экспедициялар ойошторған, уҡыу йортонда Башҡортостан Республикаһы тарихы кафедраһына нигеҙ һалған уҡытыусы, фән эшмәкәре.
Бөгөн БДУ-ның йөҙөк ҡашы булып торған Этнография музейын булдырыуҙа ла Рим Янғужиндың өлөшө ҙур. Боронғо башҡорт халҡының малсылыҡ, һунарсылыҡ, ҡортсолоҡ, игенселек менән нисек шөғөлләнгәне, ниндәй кейем, һауыт-һаба, биҙәүестәр ҡулланғаны хаҡында бәйән иткән һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы экспонаттар тупланған музей 2008 йылдан Рим Зәйнәғәбит улының исемен йөрөтә. 2011 йылда Өфө ҡала­һында арҙаҡлы тарихсы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылған.
“Түңәрәк өҫтәл”дә сығыш яһаған һәр кем Рим Янғужинды бик тырыш, киң күңелле, юғары әхлаҡлы уҡытыусы, хеҙмәттәш булараҡ иҫкә алды, уның һоҡланғыс тормош юлы, халыҡ алдында күрһәткән изге эштәре хаҡында һөйләне, бергә уҡыған яҡын дуҫы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов үҙ сығышын Рим Зәйнәғәбит улы иҫтәлегенә арнап яҙған түбәндәге шиғыры менән тамамланы.



Ер бәхете өсөн тыуғанһың
Бөтөн юлдар Римгә илтә, тиеп,
Юлдар, тиеп, һиндә туҡтала,
Килдек кәйеф юҡта,
шәп саҡта ла,
Аҡса барҙа, аҡса юҡта ла.

Сөнки һинән бер саҡ
буш китмәнек,
Сығарҙың һин һуңғы тинеңде.
Тинең генәме һуң, тайып барһаҡ,
Таянырға ҡуйҙың иңеңде.

Һинең кәңәш, һинең ярты һүҙең
Эйелгәндә башты турайтты.
Килгән ҡайғыларҙы кесерәйтеп,
Кесе шатлыҡты ла ҙурайтты.
Һин ярҙамсыл, һин әҙерһең
һәр саҡ
Тартып сығарырға батҡанды.
Аяғүрә баҫтырғаның булды
Инде тормаҫмын, тип ятҡанды.

Шәжәрәңде ҡарап,
тамырыңды
Мин быуаттар аша күрәмен.
Ысын азаматтар вариҫы һин,
Яҡын осо Ҡаһым түрәнең.

Рухың, ҡаның менән, уйың менән
Бөтөн ырыуҙарға туғанһың.
Һин ерҙәге хаҡ
тормошто раҫлау,
Ер бәхете өсөн тыуғанһың,
Бөтөн ырыуҙарға туғанһың.


Автор: Г. ҒӘЙЗУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә