Башҡорт дәүләт университетында профессор, тарих фәндәре докторы Рим Янғужиндың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды. Унда шәхестең хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, студенттар ҡатнашты.Рим Зәйнәғәбит улы 1968 йылда БДУ-ның тарих факультетында эш башлай ҙа ғүмеренең һуңғы көндәренә ҡәҙәр башҡорт халҡының тарихын, хужалыҡ тәртибен, этник ҡоролошон өйрәнеү менән шөғөлләнә. Ул – 300-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы, этнографик экспедициялар ойошторған, уҡыу йортонда Башҡортостан Республикаһы тарихы кафедраһына нигеҙ һалған уҡытыусы, фән эшмәкәре.
Бөгөн БДУ-ның йөҙөк ҡашы булып торған Этнография музейын булдырыуҙа ла Рим Янғужиндың өлөшө ҙур. Боронғо башҡорт халҡының малсылыҡ, һунарсылыҡ, ҡортсолоҡ, игенселек менән нисек шөғөлләнгәне, ниндәй кейем, һауыт-һаба, биҙәүестәр ҡулланғаны хаҡында бәйән иткән һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы экспонаттар тупланған музей 2008 йылдан Рим Зәйнәғәбит улының исемен йөрөтә. 2011 йылда Өфө ҡалаһында арҙаҡлы тарихсы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылған.
“Түңәрәк өҫтәл”дә сығыш яһаған һәр кем Рим Янғужинды бик тырыш, киң күңелле, юғары әхлаҡлы уҡытыусы, хеҙмәттәш булараҡ иҫкә алды, уның һоҡланғыс тормош юлы, халыҡ алдында күрһәткән изге эштәре хаҡында һөйләне, бергә уҡыған яҡын дуҫы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов үҙ сығышын Рим Зәйнәғәбит улы иҫтәлегенә арнап яҙған түбәндәге шиғыры менән тамамланы.
Ер бәхете өсөн тыуғанһың
Бөтөн юлдар Римгә илтә, тиеп,
Юлдар, тиеп, һиндә туҡтала,
Килдек кәйеф юҡта,
шәп саҡта ла,
Аҡса барҙа, аҡса юҡта ла.
Сөнки һинән бер саҡ
буш китмәнек,
Сығарҙың һин һуңғы тинеңде.
Тинең генәме һуң, тайып барһаҡ,
Таянырға ҡуйҙың иңеңде.
Һинең кәңәш, һинең ярты һүҙең
Эйелгәндә башты турайтты.
Килгән ҡайғыларҙы кесерәйтеп,
Кесе шатлыҡты ла ҙурайтты.
Һин ярҙамсыл, һин әҙерһең
һәр саҡ
Тартып сығарырға батҡанды.
Аяғүрә баҫтырғаның булды
Инде тормаҫмын, тип ятҡанды.
Шәжәрәңде ҡарап,
тамырыңды
Мин быуаттар аша күрәмен.
Ысын азаматтар вариҫы һин,
Яҡын осо Ҡаһым түрәнең.
Рухың, ҡаның менән, уйың менән
Бөтөн ырыуҙарға туғанһың.
Һин ерҙәге хаҡ
тормошто раҫлау,
Ер бәхете өсөн тыуғанһың,
Бөтөн ырыуҙарға туғанһың.