Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр кемдең зауығына ярашлы
Һәр кемдең зауығына ярашлы Ҡасандыр жалюзиға ихтыяж бик ҙур ине, магазинға килтереү менән тауарҙың үҙенсәлекле был төрөн кешеләр талаша-талаша һатып алды, алыпһатарҙар заказ буйынса уны саҡ ташып өлгөрттө. Ләкин хәтһеҙ ваҡыт үтеүгә, күптәр тәҙрәләренә яңынан ҡорған элә башланы. ­­

­­­— Халыҡ рәхәткә сыҡты, йәшәүҙең ҡәҙерен белә, – тип һөйләй “Ишбирҙина” шәхси предприятиеһы директоры Фәймә Ишбирҙина. – Элеккенән айырмалы, хәҙер йортто иркен итеп һалыу ғәҙәткә инде, үҙ сиратында тәҙрәне ҙур итеп уялар. Оло карапҡа тәрән йылға кәрәк тигәндәй, бүлмәнең киңлегенән дә оҙонораҡ ҡорған алырға тейеш булаһың.
Эшҡыуарҙың цехы Иҫәнғолдоң үҙәгендә урынлашыуы менән отошло. Төрлө йомош буйынса район үҙәгенә юлланғандар бер юлы бында ла һуғылып китә. Әйткәндәй, халыҡҡа төрлө хеҙмәт күрһәткән бинаның бәләкәй генә бер бүлмәһе – уларҙың эш урыны. Фәймә Ғәбдрәхим ҡыҙы ғүмер буйы ошонда эшләгән: кейем-һалым, аяҡ кейеме теккән, йөн иләгән, бәйләм бәйләгән... Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, донъялар үҙгәргәс, шәхси эшен асҡан.
– Эшҡыуарлыҡҡа тотонғанға хәтлем, күңелдә яратҡан шөғөл булдырып, үҙеңә үҙең хужа булһаң ине тигән теләк тыуғайны, — ти ул.
Фәймә Ишбирҙина бер нисә яҡташын эш урыны менән тәьмин иткән. Мәҫәлән, кейем бесеүсе Фәниә Тимашева өсөн ҡатмарлы әйбер юҡ. Ә тегенсе Гүзәл Лукьянова заказды бер ҡасан да һуңлатмай, иң мөһиме — уға мөрәжәғәт итеүселәр ҡәнәғәт ҡалһын.
Һәр кемдең зауығына ярашлыЙүнсел Фәймә ханым һөйләүенсә, ҙур ауылдарҙа ғүмер иткәндәрҙең зауығы бер төрлө: улар ҡатлы-ҡатлы ҡорған тектерә, ә башҡалар бәләкәсерәкте үҙ итә. Цех хеҙмәткәрҙәре урынға барып ҡарап та тәҙрәгә ҡорған тегә, һуңынан үҙҙәре үк элеп китә.
Уңған эшҡыуар киләсәккә ниәт-хыялдары менән дә уртаҡ­лашты. Эшмәкәрлеген киңәйтеү тураһында уйлана ул, ни тиһәң дә, йылдан-йыл заказ күбәйә, әлеге бүлмә лә тарлығын нығыраҡ һиҙҙертә. Унан инде тағы ла бер нисә кешене эшкә алмаҡсы.



Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ Район: Ейәнсура районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә