Ҡасандыр жалюзиға ихтыяж бик ҙур ине, магазинға килтереү менән тауарҙың үҙенсәлекле был төрөн кешеләр талаша-талаша һатып алды, алыпһатарҙар заказ буйынса уны саҡ ташып өлгөрттө. Ләкин хәтһеҙ ваҡыт үтеүгә, күптәр тәҙрәләренә яңынан ҡорған элә башланы. — Халыҡ рәхәткә сыҡты, йәшәүҙең ҡәҙерен белә, – тип һөйләй “Ишбирҙина” шәхси предприятиеһы директоры Фәймә Ишбирҙина. – Элеккенән айырмалы, хәҙер йортто иркен итеп һалыу ғәҙәткә инде, үҙ сиратында тәҙрәне ҙур итеп уялар. Оло карапҡа тәрән йылға кәрәк тигәндәй, бүлмәнең киңлегенән дә оҙонораҡ ҡорған алырға тейеш булаһың.
Эшҡыуарҙың цехы Иҫәнғолдоң үҙәгендә урынлашыуы менән отошло. Төрлө йомош буйынса район үҙәгенә юлланғандар бер юлы бында ла һуғылып китә. Әйткәндәй, халыҡҡа төрлө хеҙмәт күрһәткән бинаның бәләкәй генә бер бүлмәһе – уларҙың эш урыны. Фәймә Ғәбдрәхим ҡыҙы ғүмер буйы ошонда эшләгән: кейем-һалым, аяҡ кейеме теккән, йөн иләгән, бәйләм бәйләгән... Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, донъялар үҙгәргәс, шәхси эшен асҡан.
– Эшҡыуарлыҡҡа тотонғанға хәтлем, күңелдә яратҡан шөғөл булдырып, үҙеңә үҙең хужа булһаң ине тигән теләк тыуғайны, — ти ул.
Фәймә Ишбирҙина бер нисә яҡташын эш урыны менән тәьмин иткән. Мәҫәлән, кейем бесеүсе Фәниә Тимашева өсөн ҡатмарлы әйбер юҡ. Ә тегенсе Гүзәл Лукьянова заказды бер ҡасан да һуңлатмай, иң мөһиме — уға мөрәжәғәт итеүселәр ҡәнәғәт ҡалһын.
Йүнсел Фәймә ханым һөйләүенсә, ҙур ауылдарҙа ғүмер иткәндәрҙең зауығы бер төрлө: улар ҡатлы-ҡатлы ҡорған тектерә, ә башҡалар бәләкәсерәкте үҙ итә. Цех хеҙмәткәрҙәре урынға барып ҡарап та тәҙрәгә ҡорған тегә, һуңынан үҙҙәре үк элеп китә.
Уңған эшҡыуар киләсәккә ниәт-хыялдары менән дә уртаҡлашты. Эшмәкәрлеген киңәйтеү тураһында уйлана ул, ни тиһәң дә, йылдан-йыл заказ күбәйә, әлеге бүлмә лә тарлығын нығыраҡ һиҙҙертә. Унан инде тағы ла бер нисә кешене эшкә алмаҡсы.