Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Прощай, варата!”
Хәким ҡарт ҡаты ауырып киткәс, туғандары уны дауаханаға алып барырға була. Оҙатырға сыҡҡан әбе­йенә лә, башҡа берәүгә лә иғтибар итмәй, ҡапҡанан сығып, ат арбаһына ул­тырғандан һуң ғына бабайы­быҙҙың ауыҙынан: “Прощай, варата!” — тигән ике генә һүҙ сыға. Үҙенең иҫән-һау йөрөп ҡайтыуына шикләнеп, туғандары, йорто менән бәхилләшеүе шулай булғандырмы — беҙгә уныһы билдәһеҙ. Әммә шунан һуң әлеге һүҙҙәр Мулдаш ауылы һөйләшенә инеп, бәхилләшеү һүҙенә синоним булып йәшәп килә.

“Ауылда ғына
ҡәҙер юҡ”


Уҙған быуаттың 50-се йылдарында ирҙәр ҡыш күрше урыҫ ауылдарына эшкә йөрөгән. Ҡайҙа утын бысып, ярып, ҡайҙа бесән ташып, аҡса эшләйҙәр икән (уларҙы беҙҙә “зимагорҙар” тип йөрөткәндәр).
Шулай йөрөгәндә бер урыҫ үлеп китә һәм быларҙы ҡәбер ҡаҙырға ебәрәләр. Ерләгәс, мәйет сыҡҡан өйгә ашҡа инәләр. Өҫтәл янына ултырышалар. Иҙрис исемлеһенең урыны мөйөшкә тура килә. Сығыр алдынан һәр урыҫ Иҙрис ағайҙың ҡар­шыһында суҡынып, баш эйеп китә икән. Шуға ла беҙҙекеләрҙең береһе: “Иҙрис ағай, әллә урыҫ аллаһына әйләндеңме, һәр береһе һиңә баш эйә”, — тип шаяртып һүҙ ҡушҡан. Быныһы, тәреләр, икона ҡуйылған мөйөштә ултырыуын белһә лә, иҫе китмәй генә: “Эй-й, егеттәр, ауылда ғына минең ҡәҙерҙе белмәйҙәр ул!” — тип яуабын тапҡан, ти.
Хәҙер ҙә, мулдаштарҙы ситтә осратып, ни эшләп йөрөүҙәре менән ҡыҙыҡһынһаң: “Эй-й, егеттәр, ауылда ғына минең ҡәҙерҙе белмәйҙәр ул!” — тип шаяртып алалар.

Вәринйә

Мәликәгә төшкө ашҡа әхирәте килә. Хужабикә өҫтәлгә һый ул­тырта. Һандыҡҡа йәше­релгән тәмле-татлыһын, йыйнап ҡуйған ҡайнатмаһын сығара.
Сәйләргә ултырғас, Мәликә әхирәтенең өҫтәлгә ҡуйылған бер кәсәгә йыш-йыш ҡарап ҡуйғанын шәйләп ҡала. Аҙаҡ уның иғтибарын йәлеп иткән һауытты алдына этәреп: “Аша, аша, вәринйә ул”, — тип ҡунағын һыйлай башлай. Баҡтиһәң, ҡайнатманың еләген алдан һөҙөп ашап бөткәндәр, һыуы ғына ҡалған булған.
Шулай итеп, Мәликә апай арҡаһында яңы лаҡап сыға.

...Жуликка

Егерме йыл тирәһе элек була был хәл. Көҙгө уңыш йыйыу мәлендә ауыл ҡарттары ла эшкә сыға. Төшкө ашҡа ололарға ҡымыҙ килтерәләр һәм йән башына берәрҙән генә оло кәсә менән та­ратып сығалар. Шул саҡ Сәғит күршеһенең икенсегә ҡымыҙ һал­дырып алғанын күреп ҡала. Аптырап, уны нисек алыуын һорай. Быныһы, ҡымыҙҙы уртлай-уртлай: “Этемә һораным, “Хәйбуллин Жуликка” тигәйнем, бирҙе”, — тип дуҫына серҙе сисә.
Сәғит, яуапты ишеткәс, йәһәтләп ашнаҡсы янына бара ла шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Баҡтиһәң, Хәйбуллин Жуликка тигәс, ашнаҡсы ул ағай малайына ала икән тип (малайҙарын ҡайһы берәүҙәр беҙҙә “жулик” тип йөрөтә) уйлаған булған.
Хәҙер беҙҙә: “Кемгә аш етмәне? Тағы кемгә кәрәк?” — тигән һорауҙарға “Хәйбуллин Жуликка” тигән яуап ишетәһең.

Гөлнара
(фамилияһы күрһәтелмәгән).

Учалы районы.


“Йомабикәһе лә бар!”

Минең ҡайным бик мәрәкәсел кеше булған. Бер ваҡыт ул үҙенең ике туған ағаһы Малик менән тирмәндән ҡайтып килә икән. Рулдә (тракторҙа) — ҡайным. Ҡайтып килә былар, ҡараһалар, трактор эргәһенән бер сана уҙып бара, ти. Ҡайным: “Малик, ҡара әле, бынауы сана әллә беҙҙеке инде, Йомабикәһе лә бар”, — ти икән. Малик ағай ҡараһа, уларҙың санаһы, ә санала — ҡатыны!
Баҡһаң, сана тауҙан төшкәндә ысҡынып китеп, тракторҙы уҙып барған икән. Шунан бирле ауыл­да “әллә беҙҙеке инде, Йомабикәһе лә бар” тигән һүҙ тороп ҡалған.

Мәҙинә ҠУНАҠҠОЛОВА.

Күгәрсен районы,
Ялсыҡай ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә