“Прощай, варата!”05.12.2014
Хәким ҡарт ҡаты ауырып киткәс, туғандары уны дауаханаға алып барырға була. Оҙатырға сыҡҡан әбейенә лә, башҡа берәүгә лә иғтибар итмәй, ҡапҡанан сығып, ат арбаһына ултырғандан һуң ғына бабайыбыҙҙың ауыҙынан: “Прощай, варата!” — тигән ике генә һүҙ сыға. Үҙенең иҫән-һау йөрөп ҡайтыуына шикләнеп, туғандары, йорто менән бәхилләшеүе шулай булғандырмы — беҙгә уныһы билдәһеҙ. Әммә шунан һуң әлеге һүҙҙәр Мулдаш ауылы һөйләшенә инеп, бәхилләшеү һүҙенә синоним булып йәшәп килә.
“Ауылда ғына
ҡәҙер юҡ”
Уҙған быуаттың 50-се йылдарында ирҙәр ҡыш күрше урыҫ ауылдарына эшкә йөрөгән. Ҡайҙа утын бысып, ярып, ҡайҙа бесән ташып, аҡса эшләйҙәр икән (уларҙы беҙҙә “зимагорҙар” тип йөрөткәндәр).
Шулай йөрөгәндә бер урыҫ үлеп китә һәм быларҙы ҡәбер ҡаҙырға ебәрәләр. Ерләгәс, мәйет сыҡҡан өйгә ашҡа инәләр. Өҫтәл янына ултырышалар. Иҙрис исемлеһенең урыны мөйөшкә тура килә. Сығыр алдынан һәр урыҫ Иҙрис ағайҙың ҡаршыһында суҡынып, баш эйеп китә икән. Шуға ла беҙҙекеләрҙең береһе: “Иҙрис ағай, әллә урыҫ аллаһына әйләндеңме, һәр береһе һиңә баш эйә”, — тип шаяртып һүҙ ҡушҡан. Быныһы, тәреләр, икона ҡуйылған мөйөштә ултырыуын белһә лә, иҫе китмәй генә: “Эй-й, егеттәр, ауылда ғына минең ҡәҙерҙе белмәйҙәр ул!” — тип яуабын тапҡан, ти.
Хәҙер ҙә, мулдаштарҙы ситтә осратып, ни эшләп йөрөүҙәре менән ҡыҙыҡһынһаң: “Эй-й, егеттәр, ауылда ғына минең ҡәҙерҙе белмәйҙәр ул!” — тип шаяртып алалар.
Вәринйә
Мәликәгә төшкө ашҡа әхирәте килә. Хужабикә өҫтәлгә һый ултырта. Һандыҡҡа йәшерелгән тәмле-татлыһын, йыйнап ҡуйған ҡайнатмаһын сығара.
Сәйләргә ултырғас, Мәликә әхирәтенең өҫтәлгә ҡуйылған бер кәсәгә йыш-йыш ҡарап ҡуйғанын шәйләп ҡала. Аҙаҡ уның иғтибарын йәлеп иткән һауытты алдына этәреп: “Аша, аша, вәринйә ул”, — тип ҡунағын һыйлай башлай. Баҡтиһәң, ҡайнатманың еләген алдан һөҙөп ашап бөткәндәр, һыуы ғына ҡалған булған.
Шулай итеп, Мәликә апай арҡаһында яңы лаҡап сыға.
...Жуликка
Егерме йыл тирәһе элек була был хәл. Көҙгө уңыш йыйыу мәлендә ауыл ҡарттары ла эшкә сыға. Төшкө ашҡа ололарға ҡымыҙ килтерәләр һәм йән башына берәрҙән генә оло кәсә менән таратып сығалар. Шул саҡ Сәғит күршеһенең икенсегә ҡымыҙ һалдырып алғанын күреп ҡала. Аптырап, уны нисек алыуын һорай. Быныһы, ҡымыҙҙы уртлай-уртлай: “Этемә һораным, “Хәйбуллин Жуликка” тигәйнем, бирҙе”, — тип дуҫына серҙе сисә.
Сәғит, яуапты ишеткәс, йәһәтләп ашнаҡсы янына бара ла шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Баҡтиһәң, Хәйбуллин Жуликка тигәс, ашнаҡсы ул ағай малайына ала икән тип (малайҙарын ҡайһы берәүҙәр беҙҙә “жулик” тип йөрөтә) уйлаған булған.
Хәҙер беҙҙә: “Кемгә аш етмәне? Тағы кемгә кәрәк?” — тигән һорауҙарға “Хәйбуллин Жуликка” тигән яуап ишетәһең.
Гөлнара
(фамилияһы күрһәтелмәгән).
Учалы районы.
“Йомабикәһе лә бар!”
Минең ҡайным бик мәрәкәсел кеше булған. Бер ваҡыт ул үҙенең ике туған ағаһы Малик менән тирмәндән ҡайтып килә икән. Рулдә (тракторҙа) — ҡайным. Ҡайтып килә былар, ҡараһалар, трактор эргәһенән бер сана уҙып бара, ти. Ҡайным: “Малик, ҡара әле, бынауы сана әллә беҙҙеке инде, Йомабикәһе лә бар”, — ти икән. Малик ағай ҡараһа, уларҙың санаһы, ә санала — ҡатыны!
Баҡһаң, сана тауҙан төшкәндә ысҡынып китеп, тракторҙы уҙып барған икән. Шунан бирле ауылда “әллә беҙҙеке инде, Йомабикәһе лә бар” тигән һүҙ тороп ҡалған.
Мәҙинә ҠУНАҠҠОЛОВА.
Күгәрсен районы,
Ялсыҡай ауылы.