Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Именлегебеҙ уларға ла бәйле
Именлегебеҙ уларға ла бәйле Именлегебеҙ һағында тороу­сылар хәҙер яңыса полиция тип аталһа ла, ғәмәлдә иһә асылдары ла, бурыс-маҡсат­тары ла элеккесә. Әле лә улар­ға бәлә-ҡазанан ҡурса­лаусы, яҡлаусы булараҡ мө­рәжәғәт итәбеҙ, ҡасан кәрәк, шул саҡта таянабыҙ.

Төҙ һынлы, үткер ҡарашлы, килешле формалары етдилектә­рен тағы ла арттыра төшкән эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡал­маны. Һөнәри байрамдары уңа­йы­нан мәҙә­ниәт һарайында ойош­торол­ған тантанала Рәсәй Эске эштәр министр­лығы­ның Бөрйән районы буйынса бүлек­сәһе хеҙмәткәрҙәре менән яҡын­дан танышыр­ға ла, бурыстарын һынатмай атҡарыуҙа­рына ыша­ныр­ға ла тура килде.
Әйткәндәй, улар быйылғы байрамдарын икеләтә шатлыҡ менән ҡаршы алған – Белорет эске эштәр бүлексәһе составынан айырылғандар, хәҙер элек­кесә Бөрйән районында айырым бү­лексә ойош­то­­рола. Әле күсеү осорондағы мәшәҡәттәр, кадр­ҙар туплау менән мәш­ғүлдәр.
Район бүлексәһе начальнигы вазифа­һын башҡарыусы по­ли­ция подполковнигы Дим Нә­ҙер­баев әйтеүенсә, үҙгәртеп ҡороу эштәре дауам итә, штаб киңәйә, яңы бүлектәр асыла, матди-техник база яңыртыла. Ҡыҫҡаһы, йыл аҙағына тиклем өр-яңынан эш башларға әҙер буласаҡтар.
Бөгөнгө заман полицияһының хеҙмәте ябай түгеллеген, кешелеклелек, түҙем­лек, физик әҙер­лек менән бергә көслө ихтыяр, рухи ныҡлыҡ, белем һәм опера­тивлыҡ талап ителеүен байрам уңа­йынан ҡотлау һүҙ­ҙәрен еткергән һәр кем билдәләп үтте.
Именлегебеҙ уларға ла бәйлеТармаҡтың ветерандар сове­ты рәйесе Юлай Алтынбаев әйте­үенсә, Бөрйәндең полиция хеҙмәткәрҙәре хаҡлы ялға сыҡ­ҡас та ҡул ҡаушырып ултырмай, ҡайҙа ла ышаныс яулап, төрлө өлкәлә намыҫлы эшләүен дауам итә. Араларында “ҡыҙыу нөк­тә”ләрҙә булып, һынатмай ҡай­тыу­сылар ҙа байтаҡ. Әлеге са­ра­ла ла ихтирамдан һәм иғти­барҙан ситтә ҡалманы улар – күптәренә иҫтәлекле бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырыл­ды. Йәштәр ҙә бай тәжрибә туплаған погонлы ағай­ҙарына тиң­ләшергә ынтылыуҙарына ышан­дырҙы – күптәре Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ғү­мерен аямаған, ваҡыт менән иҫәпләшмәгән именлек һағында тороусыларҙың хеҙмәтенә ла­йыҡ­лы баһа биреү, йылы һүҙ еткереү өсөн уңайлы форсат ине был көн.
Иңдәренә, ысынлап та, ҙур бурыс ал­ған район полиция хеҙмәткәрҙәре. Мәҫә­лән, быйыл ун айҙа халыҡтан төрлө мәсьә­ләләр буйынса ике меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Әле­гә 174-е буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм, әйтергә кәрәк, уларҙы асыу күрһәткесе лә юғары. Эске эштәр органы хеҙмәтенең үҙенсәлеген яҡшы аңлаған, белемле һәм көслө ихтыярлы ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙан тупланған коллектив артабан да төбәктең һәм хал­ҡының именлеген һаҡ­лау­ҙа һынатмаҫ, моғайын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә