Именлегебеҙ һағында тороусылар хәҙер яңыса полиция тип аталһа ла, ғәмәлдә иһә асылдары ла, бурыс-маҡсаттары ла элеккесә. Әле лә уларға бәлә-ҡазанан ҡурсалаусы, яҡлаусы булараҡ мөрәжәғәт итәбеҙ, ҡасан кәрәк, шул саҡта таянабыҙ.Төҙ һынлы, үткер ҡарашлы, килешле формалары етдилектәрен тағы ла арттыра төшкән эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Һөнәри байрамдары уңайынан мәҙәниәт һарайында ойошторолған тантанала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре менән яҡындан танышырға ла, бурыстарын һынатмай атҡарыуҙарына ышанырға ла тура килде.
Әйткәндәй, улар быйылғы байрамдарын икеләтә шатлыҡ менән ҡаршы алған – Белорет эске эштәр бүлексәһе составынан айырылғандар, хәҙер элеккесә Бөрйән районында айырым бүлексә ойошторола. Әле күсеү осорондағы мәшәҡәттәр, кадрҙар туплау менән мәшғүлдәр.
Район бүлексәһе начальнигы вазифаһын башҡарыусы полиция подполковнигы Дим Нәҙербаев әйтеүенсә, үҙгәртеп ҡороу эштәре дауам итә, штаб киңәйә, яңы бүлектәр асыла, матди-техник база яңыртыла. Ҡыҫҡаһы, йыл аҙағына тиклем өр-яңынан эш башларға әҙер буласаҡтар.
Бөгөнгө заман полицияһының хеҙмәте ябай түгеллеген, кешелеклелек, түҙемлек, физик әҙерлек менән бергә көслө ихтыяр, рухи ныҡлыҡ, белем һәм оперативлыҡ талап ителеүен байрам уңайынан ҡотлау һүҙҙәрен еткергән һәр кем билдәләп үтте.
Тармаҡтың ветерандар советы рәйесе Юлай Алтынбаев әйтеүенсә, Бөрйәндең полиция хеҙмәткәрҙәре хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырмай, ҡайҙа ла ышаныс яулап, төрлө өлкәлә намыҫлы эшләүен дауам итә. Араларында “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә булып, һынатмай ҡайтыусылар ҙа байтаҡ. Әлеге сарала ла ихтирамдан һәм иғтибарҙан ситтә ҡалманы улар – күптәренә иҫтәлекле бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Йәштәр ҙә бай тәжрибә туплаған погонлы ағайҙарына тиңләшергә ынтылыуҙарына ышандырҙы – күптәре Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ғүмерен аямаған, ваҡыт менән иҫәпләшмәгән именлек һағында тороусыларҙың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа биреү, йылы һүҙ еткереү өсөн уңайлы форсат ине был көн.
Иңдәренә, ысынлап та, ҙур бурыс алған район полиция хеҙмәткәрҙәре. Мәҫәлән, быйыл ун айҙа халыҡтан төрлө мәсьәләләр буйынса ике меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Әлегә 174-е буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм, әйтергә кәрәк, уларҙы асыу күрһәткесе лә юғары. Эске эштәр органы хеҙмәтенең үҙенсәлеген яҡшы аңлаған, белемле һәм көслө ихтыярлы ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙан тупланған коллектив артабан да төбәктең һәм халҡының именлеген һаҡлауҙа һынатмаҫ, моғайын.