Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сит ерҙәрҙә дан ҡаҙанды
Сит ерҙәрҙә дан ҡаҙанды Әбделҡадир Инандың тыуыуына — 125 йыл
Халҡыбыҙҙың донъя күләмендә дан ҡаҙанған бөйөк эшмәкәрҙәре һәм ғилем эйәләре араһынан Әбделҡадир Инандың исемен беҙ ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ. Ғүмеренең тәүге осоронда, 1920 йылға тиклем, үҙенең асыл ватаны Башҡортостан азатлығы өсөн көрәштә ҡатнашып, күренекле сәйәсмән, мөхәррир һәм талантлы яҙыусы булып танылған был шәхес, 1920—1923 йылдарҙан һуң эмиграцияға китеп, тиҙ арала алыҫ ерҙәрҙә атаҡлы ғалим, төрки халыҡтарының этнографияһы, фольклоры, төрки телдәре һәм әҙәбиәттәре өлкәһендә һәм, ғөмүмән, ХХ быуат төркиәтселек фәнендә иң абруйлы белгестәрҙең береһе булып таныла.


Әбделҡадир Инан (Фәтхел­ҡа­дир Мос­тафа улы Сөләймәнов) 1889 йылдың 29 ноябрендә Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙенең (хәҙер Силәбе өлкәһенең Сосновка районы) Шығай (икенсе исеме — Һары Күлмәк) ауылында тыуған. Уның үҙенең иҫтәлек­тәрендә әй­тел­гәнсә, башҡорт­тар­ҙың оло ҡа­тай ҡәбиләһенең ялан-ҡатай ыры­уына ҡараған был ауыл Ека­терин­бург­тан 90 саҡрым алыҫлыҡ­та урын­лашҡан. Фәтхел­ҡадир кесе йәштән үк әсәһенең тылсымлы әкиәт­тәрен, башҡорт тарихтарын, боронғо төрки һәм ғәрәп хикәйәт­тәрен тыңлап үҫә.
Буласаҡ билдәле ғалимдың ата­һы яғынан олаталарының Салауат Юлаев ихтилалында ҡат­на­шып, башҡорт ғәскәрендә вазифа билә­гән булыуҙары, йәнә шул дәүерҙә йәшәгән Бикҡол исемле олатаһы­ның Йәсәүи тәриҡәте шәйех­тә­ре­нең береһе булып, ишанлыҡ дә­рә­жәһенә өлгәшеүе тураһын­да­ғы мәғлүмәттәр ҙә ғәйәт ҡыҙыҡлы. Унан ҡалған ҡулъяҙма китаптар­ҙың береһендә: “Был мөбәрәк китапты 85 йәшемдә күсереп яҙҙым. Балаларыма мираҫ булһын”, — тигән һүҙҙәр һаҡланған. Биҡҡол ишан бөтөн ғүмере буйы китап күсереү эше менән мәшғүл булған.
Күренеүенсә, Фәтхелҡадир Сө­ләй­мә­нов (Әбделҡадир Инан) үҙ халҡының бай һәм үҙенсәлекле рухи мәҙәниәт донъяһында, күркәм милли традициялар ерлегендә тәрбиәләнгән. Уның шул заман­дағы күренек­ле мәҙрәсәләрҙә бе­лем алыуы, йәш сағынан уҡ ғилми эҙләнеүҙәр, әҙәби ижад эше менән мауығыуы шәхес булараҡ формалашыуына ғәйәт ҙур йоғонто яһай. Фәтхелҡадир үҙенең тыуған ауылында Ғәлим әфәнденең йәдитсе­лек ысулы менән эшләүсе мәк­тә­бендә башланғыс белем ала. Артабан Ғәлим әфәнденең һәм атаһының теләге буйынса Силәбеләге ахун Хәким хәҙрәт мәҙрәсәһенең шә­керте булып китә. Үҙенең Хәким хәҙрәт мәҙрәсә­һендә уҡыған йылдарын иҫкә алып, Ә. Инан унда иҫкесә уҡытыу һәм тәрбиә хөкөм һөрөүе, ошо мәҙрәсә ҡаршыһында Силәбе ҡалаһының алдынғы фекерле сауҙагәрҙәре һәм байҙары тарафынан төҙөлөп, йәдит ысулы менән уҡытыу индерелгән мәктәп­тең мөғәл­лимдәре менән күрешеп, уларҙан уҡыу өсөн китаптар алып тороуы тураһында яҙа.
Силәбенән һуң (1905 йылдың аҙағында булһа кәрәк) Фәтхелҡа­дир Троицк ҡалаһында эшләгән, ул ваҡытта инде киң билдәле булған “Рәсү­лиә” мәҙрәсәһенә барып урын­лаша. Был мәҙрәсәгә ул йыл­дарҙа шәйех Зәйнулла­ның улы, алдынғы ҡарашлы хәҙрәт Ғаб­драхман Рәсүли мөдир булып тора. Троицкиҙа уҡыған йылдар Фәтхелҡадирҙың донъяға ҡарашы формалашыуында мөһим әһәмиәт ҡаҙана, ошо уҡ йылдарҙа ул мат­буғат биттәрендә тәүге публицис­тик һәм этнографик мәҡәләлә­рен баҫтыра.
1914 йылда Фәтхелҡадир “Рәсү­лиә” мәҙрәсәһен тамамлай, мөғәл­лимлек итә, армияға алынып, күп­мелер ваҡыт хәрби хеҙмәттә йөрөп ҡайта. 1915 йылда Өфөлә мосолмандарҙың ул саҡтағы Ырым­бур Диниә назаратында дин ғилемдәренән имтихан тотоп, мө­ҙәр­рис дәрәжәһенә танытма ала. 1914—1916 йылдарҙа “Шура” журналында бер нисә шиғыры, “Баш­ҡорт йәйләүендә”, “Ил өсөн”, “Ҡас­ҡын”, “Үләт” тигән хикәйә­ләре донъя күрә. 1917 йыл­дың февраль инҡилабынан һуң үҙе хеҙ­мәт иткән гарнизон һалдаттары уны Ека­те­рин­бургта Урал өлкәһенең Эш­се- крәҫтиән һәм һалдаттар советы­ның II съезына делегат итеп һайлай.
1917 йылдың сен­тябрендә үҙе­нең тыу­ған яғында Арғаяш төбә­ген­дәге Иштебай ҡәр­йәһенә мө­ғәл­лим итеп һайлана. Әхмәтзәки Вәлиди­ҙең кә­ңәше менән 1914 йылда уҡ башлаған ғилми тикшеренеү эшен — алтай, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк һәм төрки халыҡ­тарының фольклорын, этног­ра­фия­һын, динен, милли ғө­рөф-ғәҙәт­тә­рен үҙаллы өйрәнеүҙе — дауам итә. 1917 йыл­дың 15 но­ябренән, Баш­ҡортостан өлкә (үҙәк) шураһы Баш­ҡорт автоно­мияһын иғлан иткән көндән башлап, Фәтхелҡадир үҙ төбәгендә тулы­һынса башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкә­тенә ҡушылып китә. Урал аръяғы­ның башҡорттар йәшәгән олоҫ­та­рында халыҡ йыйылыштарын ойоштороуҙа ҡатнаша.
1918 йылдың яҙ башында, Мәтәл олоҫонан Силәбелә үткәре­ләсәк Урал өлкәһе мосолман­да­рының съезына делегат итеп һай­ланып, уның эшендә ялан-ҡа­тай башҡорт­тарынан Ғәлимйән Таған менән бер­гә ҡатнаша. Нәҡ шул ва­ҡытта Ырымбурҙан больше­виктар­ҙың золомо арҡаһында ҡа­сып ки­­тергә мәжбүр булған Баш­ҡорт хөкүмәте һәм уның юл­башсыһы Әхмәтзәки Вә­лиди Силә­бегә килеп урынлаша. Башҡорт хөкүмәте, йыйылыш үткәреп, мө­һим ҡарарҙар ҡабул итеп, үҙенең эшмәкәрлеген яңынан йәйел­дереп ебәрә, башҡорт ғәскә­рен ойоштороу дауам итә.
Барса был ваҡиғалар булып үткән ул көндәр Фәтхелҡадир, бик ныҡ арығанлығы арҡаһында арҡа­ҙаштарынан рөхсәт алып, 15 көнгә әсәһенең тыуған ауылына ял итер­гә киткән ваҡытҡа тура килә. Әммә Силәбегә килеү менән ул Башҡорт хөкүмәтенең эшенә ҡушылып китә. (“Силәбелә беҙҙекеләр сиктән тыш көсөргәнешле эшмәкәрлек­тә ине. Мин ял итеп ятҡан көн­дәрҙә бер нисә аҙна элек хыялыбыҙға ла кермәҫлек бөйөк ваҡиғалар булған. Ике аҙна эсендә башҡорт полктары ойошто­рол­ған, минең тыуған ауылым янында ҙур һуғыштар ҙа булып үткән, башҡорт ғәскәренең батырлы­ғына һәм ҡаһарманлығына чехос­ловактар хайран ҡалған һәм юға­ры баһалаған. Башҡорт хөкүмәте татар коммунистарының “Урал” гәзите урынына “Башҡорт” гәзи­тен сығарырға ҡарар иткән, баш һәм яуаплы мөхәррир итеп мине тәғәйенләгән”). Теүәл бер йыл элек Ырымбурҙа баҫыла башлап, артабан большевиктар тарафынан туҡтатылған “Башҡорт” гәзите, шу­лай итеп, 1918 йылдың 18 июнендә үҙенең йәшәүен яңынан дауам итеп алып китә. Фәтхелҡадир Сө­ләй­мәнов бында шул уҡ йылдың авгусына тиклем ошо гәзитте м­хәррирләү эше менән мәшғүл була. Сентябрҙә Башҡорт хөкүмәте вәкил­дәре менән бергә Ырымбурға юллана.
1918 йылдың ноябрь аҙағында Фәтхелҡадир йәнә үҙенең тыуған төбәгенә әйләнеп ҡайта, 1919 йылдың яҙғы-йәйге ай­ҙарына тиклем Арғаяш төбәгендә (Башҡорт автономияһы тураһында Килешеү төҙөлгәндән һуң — Арғаяш кантоны) мөғәллимлек эшен дауам итә, Колчак ғәскәре сигенгән ваҡытта ҡыҙылдарҙан ҡурҡып Себергә күсергә йыйынып бөткән яҡташтары араһында халыҡты атай-олатай­ҙар төйәгенән ҡуҙғал­маҫҡа өндәп, милләтебеҙ яҙмышы өсөн мөһим эштәр башҡара. Төбәк Колчак ғәскәренән азат ителгәс, Арғаяшта кантон идараһы ойошторола, Фәтхелҡадир Сөләймәнов кантондың ревком рәйесе итеп тәғәйенләнә.
Тиҙҙән Фәтхелҡадир Арғаяш кантоны хәр­би комиссары Хафиз Ҡушаев менән бергә Башҡорт хөкүмәтенең саҡырыуы буйынса Стәрлетамаҡҡа килә. Бында ул Башҡорт Автономиялы Совет рес­публикаһы Мәғариф комис­сариа­тының ғилми комиссияһына етәк­селек итә. 1919 йылдың аҙағы — 1920 йылдың баштарында Әх­мәт­зәки Вәлиди менән бергә Со­вет­тарҙың Мәскәүҙәге XII съе­зын­да, мөһим кәңәшмәләрҙә ҡатнаша. Шул уҡ осорҙа күпмелер ваҡыт Петроградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан Башҡорт дивизияһы составында булып, дивизия Политбүлегенең “Салауат” исемле гәзите мөхәр­ририә­тендә эшләй. Мөмкинлектән файҙаланып, Петроград китапха­наларын­да фән менән шөғөлләнеү форсатын да таба. Петроград ҡала Советы тарафынан дивизияға бүләк ителгән китаптарҙы һәм Башҡортостан ха­ҡындағы архив материалдарын алып ҡайтып, рес­публиканың ғилми әҙәбиәт фондын ойоштороу хәстәрлеген күрә. Бер үк ваҡытта ғилми-әҙәби ижад эш­мә­кәрлеген дә дауам итә. Стәр­етамаҡта сағында “Аҡшан батыр” драмаһы сәхнәгә ҡуйыл­ғанда, бер ҡаһармандың ролен үҙе уйнай. Уның әҙәби мираҫында шул уҡ йылдарҙа ижад ителгән “Салауат батыр” исемле биш шаршаулы тарихи драма һаҡланып ҡал­ған. Милли әҙәбиәтебеҙҙә ул Салауат образына арналған тәүге кү­ләмле әҫәр тип иҫәпләнә.
1920 йылдың 19 майында, Үҙәк Совет власының ”Автономия­лы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында”ғы билдәле ҡарарынан һуң Башҡорт республикаһының хоҡуҡтарын ҡы­ҫыу сәйәсәтенә ҡарата ризаһыҙ­лыҡ белдереп, Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның көрәштәштәре Башҡорт­остандан китергә мәжбүр була. Башҡорт лидер­ҙары башта Урта Азияла большевиктарға ҡаршы кө­рәшкән баҫмасылар хәрәкәтендә ҡатнаша. 1923 йылдың февра­лен­дә, Төркөстанда милли-азат­лыҡ хәрәкәте уңышһыҙлыҡҡа осраған­дан һуң, Әхмәтзәки Вәлиди һәм Фәтхелҡадир Сөләймәнов, иң элек Иранға сығып, Афғанстанда (1923), Һиндостанда (1924) туҡталып, Европа ҡалаларынан Марсель (1924), Париж, Берлин (1925) аша үтеп, 1925 йылдың июлендә Төр­киәгә етеп, Истанбул ҡалаһында урынлаша.
Ошо ваҡыттан башлап Әбдел­ҡадир Инандың бөтөн ҡал­ған ғүмере Төркиәлә үтә, унда теүәл ярты быуат буйы төрки халыҡ­тарҙың тарихы, этнографияһы, фольклоры менән шөғөлләнеп, үҙенең бөйөк замандашы Әхмәт­зәки Вәлиди менән бергә ул фән һәм ғилем майҙанында исеме бө­төн донъяға дан ҡаҙанған атаҡлы ғалимға әйләнә. Бында ла тормош юлы тип-тигеҙ һәм еп-еңел генә булмай, әлбиттә, әммә ғүмеренең аҙағына хәтлем Фәтхелҡадир Сө­ләймәнов фәнгә, белемгә тоғро булып ҡал­ды, иң ауыр ваҡыттарҙа ла төшөнкөлөккә бирелмәне, бөтөн донъя төркиәтендә оло әһәмиәт ҡаҙанған хеҙмәттәр ижад итте. Ис­танбулға барыу менән уны иң элек профессор Фуат Көпрүлү ярҙа­мында Төркиәт институтына эшкә алалар. Бында килгәнсе Германияла саҡта яҙған “Китаби Деде-и Ҡурҡот хаҡында” тигән күләмле мәҡәләһе Төркиәт мәжмүғәһенең беренсе томына урынлашты­рыл­ған була.
Төркиәлә ул тәүге осорҙа төрлө журналдарҙа Төркөстанлы, Төрөк­мән, шулай уҡ Әбделҡадир, Иҙел уғлы һымаҡ псевдонимдар менән мәҡәләләр баҫтырып сығара. (Уның йәнә Ә. Башҡорт, Олоҡатай уғлы тигән ижади исем менән дә мәҡәләләр баҫтырыуы тураһында мәғлүмәттәр бар. Уҙған быуаттың 30-сы йылдары уртаһында ул Әб­делҡадир Инан булараҡ киң танылыу таба).
1933 йылдың февралендә, Ан­караға саҡырылып, Төрөк тел ҡо­ромоноң (”Түрк дил ҡурумы”) мах­сус кәтибе вазифаһына тә­ғәйенләнә. Шул уҡ йылдың көҙөндә Төрөк Рес­публикаһының президенты Кемаль Ататөрк тарафынан ҡабул ителә. Төрөк профессоры Хикмәт Танйу әйтеүенсә, Ататөрк Әбделҡадирҙың ғилми әҙерлекле, киң мәғлүмәтле, егәрле булыуын, өлгө алырҙай ғалим икәнлеген бик тиҙ аңлай һәм юғары баһалай. Президенттың уға күрһәткән илти­фа­ты, Ә. Инанға профессор исеме бирелеү менән бәйле ваҡиға ха­ҡында ошондай бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле иҫтәлек һаҡланған:
“1935 йылда Ататөрк төрөк мил­ли мәҙәниәтен уртаға ҡуйып өй­рәнеүҙе ойоштороу өсөн Анкарала тел, әҙәбиәт һәм география факультеты булдырырға ҡарар иткәс, унда эшләйәсәк ғалимдар­ҙан хә­теренә иң башта Әбдел­ҡа­дир Инан килә. Уны янына са­ҡы­ра, яҡын күреп, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән:
— Һин был факультетта Шә­реҡ төрөк телдәрен тикшереү менән шөғөлләнерһең һәм дәрес бирер­һең, һине профессор итер­беҙ, — ти.
Әбделҡадир Инан рәхмәт бел­де­рә.
— Дипломымды һуғыш бары­­шын­да юғалттым, хәҙер ул ҡу­лым­­да юҡ, — мәғәнәһендә яуап бирә.
— Мин һинән диплом һорама­йым. Дәүләт етәксеһе сифатында был хоҡуҡты һиңә мин бирәсәкмен. Мәҙәниәт министры Саффет Ары­ҡан да риза булыр. Ғилми әҫәрҙәре булған бер нисә профессорҙың дипломдары бар. Мин диплом тү­гел, ғилми әҫәр һәм фәнни ысулға таянған тик­шеренеүҙәр күрергә теләйем, — ти Ататөрк һәм шунан мә­ға­риф министрына Әбделҡадир Инанды профессор итеп тәғә­йен­ләргә тел­дән әмер биреп, тәҡ­дим­дәр яһай.
Шулай итеп, Әбделҡадир Инан 1936 йыл­дың 18 ғинуарында, танытма алып, мәғариф министры Арыҡан имзаһы нигеҙендә профессор вазифаһын атҡара башлай.
Анкара университетында ул ал­тай, тыва, хакас, яҡут (саха) һ.б. телдәр буйынса дәрес бирә. Әб­делҡадир Инан, бөтөн төрки тел­дәр менән бер рәттән, ғәрәпсә, фарсыса, урыҫса, немецса бик яҡ­шы белә, үҙенең ғилми хеҙмәт­тә­рен­дә шул телдәрҙә сыҡҡан ма­те­риалдар һәм сығанаҡтар ме­нән иркен эш итә. Уның ғүмеренең 1936 йылдан алып 1944 йылға тиклемге осоро, йәғни Анкара универ­ситетының тел, тарих, география факультетында профессор вази­фаһын башҡарған дәүе­ре айырыу­са емешле була. Ошо ваҡыт эсен­дә төрки халыҡтарының фольк­лоры­на, боронғо ырым-йолаларына, тел, музыка, художестволы әҙәбиәт ҡо­мартҡыларына арналған 100-ҙән ашыу хеҙмәте баҫылып сыға. Ул төрки халыҡ­тарының эпосы, айырыуса ҡыр­ғыҙ­ҙарҙың “Ма­нас” әҫә­ре буйынса ҙур белгес булараҡ абруй ҡаҙана. Төрки һәм монгол халыҡтарында мосолман диненә тиклемге ыша­ныу­ҙар, шул иҫәп­тән шаманизм ҡалдыҡтары мәсьәлә­һен тикшереү өлкәһендә ҙур белгес булып таныла. Башҡорттар һәм Башҡорт­останға арналған ”Башҡорт­тар­ҙың Россияға ҡаршы көрәш тарихы” (1933), “Башҡорт туйы” (1943), “Башҡорт-урыҫ һуғышы” (1943) тигән мәҡәләләре донъя күрә.
1955 йылдан алып, факультетта эшләү менән бергә, Төрөк тел ҡо­ромонда баш белгес булып хеҙмәт итә. 1964 йылдан 1971 йылғаса, 82 йәшен тултырып пенсияға киткәнгә ҡәҙәр Төрөк мәҙәниәте институтында эшләй. “Айына ни бары 500 лиpa эш хаҡы ала торғайны”, — тип яҙа Хикмәт Танйу. Әммә, нисек кенә булмаһын, институттың баҫма органы булған “Төрөк мәҙәниәте” мәжмүғәһендә, йыллыҡ йыйынтыҡ­тарҙа бер-бер артлы ғилми мәҡә­ләләре донъя күрә. 1968 йылда иһә иң мөһим баҫмаларының береһе — “Мәҡә­ләләр һәм тикшеренеүҙәр” исемле китабының беренсе киҫәге — нәшер ителә.
Әбделҡадир Инандың ғилми эшмәкәрлеге, дөйөм алғанда, алты тиҫтә йыл дауам итә. Уның 350 ғилми хеҙмәте баҫылып сыға. Алда билдә­ләп үтелгәндәрҙән тыш, Йо­соф Баласағунлының “Ҡотадғу белек”, Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуа­ни лөғәт әт-төрк” әҫәрҙәрен, “Кодекс куманикус” һәм “Сыңғыҙнамә” һымаҡ ҡомартҡыларҙы өйрәнеүгә арналған хеҙмәттәре төркиәтселек фәнен үҫтереүҙә ғәйәт ҙур өлөш булып иҫәпләнә.
Башҡорт халҡының бөйөк улы, данлыҡлы төркиәтсе-ғалим Әбдел­ҡадир Инан (Фәтхелҡадир Сөләй­мәнов) 1976 йылдың 1 ноябрендә 87 йәшендә Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала яҡты донъя менән хушлаша. Уның “Башҡорт йәйләүендә” тигән һайланма әҫәрҙәр йыйын­ты­ғы “Китап” нәшриәтендә 1996 йылда баҫылып сыҡты.
Ғалимдың донъя төркиәтселек фәнендә ҙур урын алған бай ғилми мираҫын үҙ халҡына ҡайтарыу эше алда торған бурыс булып ҡала әле.
Әбделҡадир Инандың хәҙерге ваҡытта Төркиәлә бер улы һәм бер ҡыҙы иҫән-һау йәшәп ята. Улы — урман хужалығы инженеры, ҡыҙы — уҡытыусы. Бөйөк заттың нәҫел ағасы дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873