Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ер — уның яҙмышы, шатлығы һәм өмөтө
Ер — уның яҙмышы, шатлығы һәм өмөтө Баҫыу эштәре тамамланып, үҫтерелгән уңыш йыйып алынды, ашлыҡ та бураларға һалынды. Хәҙер инде ҡулға пульт алып, иркенләп телевизор ҡараһаң да була. Әммә ысын ер хужалары ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән. Бына Рәсүл Тимерғәли улы ла, урып йыйыу күптән тамамланһа ла, иртән “Нива” руленә ултырып, биләмәләрен ҡарап сыға.

Ун ике йыл элек, бер генә тармаҡты ла урап үтмәгән иҡтисади үҙгәрештәр осоронда, “Завет Ленина” колхозының ал­дын­ғы механизаторы Рәсүл Шәм­сет­динов фермер булырға ҡарар итә. Һәм һис тә яңылышмай.
— Ер эшен яратам, сөнки мин — ауыл егете, ата-бабаларым да крәҫтиән булған, — ти бөгөн йүнсел. — Мәҫәлән, ҡарт олатайым Шәмсетдиндең Сурай ауылында 60 дисәтинә ере булған, ул уға Георгий тәреһе менән бергә бүләк итеп бирелгән. Йәш ваҡытымда ҡалала ла йәшәп ҡараным, заводта эшләнем. Ләкин һәр ваҡыт ауыл тураһында уйлап йөрөгәс, нисек ҡала кешеһе булып китәһең инде?!
Рәсүл Тимерғәли улы ҡалала йәшә­гәндә сауҙа менән шөғөлләнеп ҡарай, тик был эш уға оҡшамай. Бер-ике йылдан һуң элекке тракторсы, ниһайәт, күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, фермер булып китә. Эш башлау һәм ер эшкәртеү өсөн бер аҙ техникаһы, ә иң мөһиме – ҙур те­ләге була уның. Ваҡыт уҙыу менән Шәм­сетдиновтың фермер хужалығы ҙурая, һөрөнтө ерҙәре 616 гектарға етә. Әйт­кәндәй, биләмәләре бер-береһенән алыҫ­та, бер нисә ауыл баҫыуында урынлашҡан.
— Тәүҙә иген эшкәртеүҙән тыш шәкәр сөгөлдөрө лә үҫтерҙек. Хәҙер иһә техник культураларҙан көнбағышты ғына сәсәбеҙ. Ужымға, айырыуса арышҡа ҙур иғтибар бүләбеҙ, ул уңыш мул булмаған ауыр йылдарҙа беҙҙе ҡотҡарып ҡала, — ти фермер, тигеҙ шытымдарға ҡарап.
Эйе, ерҙә эшләү дәүерендә төрлө хәлдәр булған, сөнки һәр мәшәҡәт түҙемлелеккә һәм һөнәри оҫталыҡҡа етди һынау ул, өҫтәүенә, ер эшкәртеү яуаплылыҡ һәм тәүәккәллек тә талап итә. Ләкин Рәсүл Тимерғәли улы ауырлыҡтар алдында баҙап ҡала торғандарҙан түгел. Ул – тир түгергә күнеккән булдыҡлы, ышаныслы һәм төптән уйлап эш итеүсе кеше.
Сер түгел, фермерлыҡ эшен, ғәҙәттә, тотош ғаилә алып бара. Шәмсетдиновтар ҙа донъя йөгөн бергәләп тарта. Улдары Азамат менән Артур – Рәсүл ағайҙың ышаныслы ярҙамсылары. Уларҙың ике­һе­нең дә ауыл хужалығына бәйле бул­маған һөнәре, эше бар. Ләкин кесе йәш­тән хеҙмәткә өйрәнеп үҫкән егеттәр – сәсеү һәм ураҡ осоронда әле лә баҫыуҙа, атайҙары янында. Хәҙер кейәүе Айрат та уларға ҡушылған. Ҡыҙы Зөлфиә атаһына бухгалтерияға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙамлаша. Ә тормош иптәше Зөлфирә Мәүлетйән ҡыҙы — барыһына һәр саҡ терәк һәм таяныс, ғаилә усағын һаҡлаусы уңған хужабикә лә.
Ҡасандыр алтынһыу туҡ башаҡтар тирбәлгән иген баҫыуҙары бөгөн бушап ҡалған. Ҡыш улар өҫтөнә ап-аҡ мамыҡ юрғанын яба. Яҙын иһә, игенсенең күңелен елкетеп, баҫыуҙарҙа йәнә тракторҙар геүләр, йәшел шытымдар баш күтәрер. Ер хужаһы, ғорур атлап, үҙ биләмәһен барлар...


Автор: Фәнүзә СУФИЯНОВА. Район: Әлшәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә