Баҫыу эштәре тамамланып, үҫтерелгән уңыш йыйып алынды, ашлыҡ та бураларға һалынды. Хәҙер инде ҡулға пульт алып, иркенләп телевизор ҡараһаң да була. Әммә ысын ер хужалары ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән. Бына Рәсүл Тимерғәли улы ла, урып йыйыу күптән тамамланһа ла, иртән “Нива” руленә ултырып, биләмәләрен ҡарап сыға.Ун ике йыл элек, бер генә тармаҡты ла урап үтмәгән иҡтисади үҙгәрештәр осоронда, “Завет Ленина” колхозының алдынғы механизаторы Рәсүл Шәмсетдинов фермер булырға ҡарар итә. Һәм һис тә яңылышмай.
— Ер эшен яратам, сөнки мин — ауыл егете, ата-бабаларым да крәҫтиән булған, — ти бөгөн йүнсел. — Мәҫәлән, ҡарт олатайым Шәмсетдиндең Сурай ауылында 60 дисәтинә ере булған, ул уға Георгий тәреһе менән бергә бүләк итеп бирелгән. Йәш ваҡытымда ҡалала ла йәшәп ҡараным, заводта эшләнем. Ләкин һәр ваҡыт ауыл тураһында уйлап йөрөгәс, нисек ҡала кешеһе булып китәһең инде?!
Рәсүл Тимерғәли улы ҡалала йәшәгәндә сауҙа менән шөғөлләнеп ҡарай, тик был эш уға оҡшамай. Бер-ике йылдан һуң элекке тракторсы, ниһайәт, күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, фермер булып китә. Эш башлау һәм ер эшкәртеү өсөн бер аҙ техникаһы, ә иң мөһиме – ҙур теләге була уның. Ваҡыт уҙыу менән Шәмсетдиновтың фермер хужалығы ҙурая, һөрөнтө ерҙәре 616 гектарға етә. Әйткәндәй, биләмәләре бер-береһенән алыҫта, бер нисә ауыл баҫыуында урынлашҡан.
— Тәүҙә иген эшкәртеүҙән тыш шәкәр сөгөлдөрө лә үҫтерҙек. Хәҙер иһә техник культураларҙан көнбағышты ғына сәсәбеҙ. Ужымға, айырыуса арышҡа ҙур иғтибар бүләбеҙ, ул уңыш мул булмаған ауыр йылдарҙа беҙҙе ҡотҡарып ҡала, — ти фермер, тигеҙ шытымдарға ҡарап.
Эйе, ерҙә эшләү дәүерендә төрлө хәлдәр булған, сөнки һәр мәшәҡәт түҙемлелеккә һәм һөнәри оҫталыҡҡа етди һынау ул, өҫтәүенә, ер эшкәртеү яуаплылыҡ һәм тәүәккәллек тә талап итә. Ләкин Рәсүл Тимерғәли улы ауырлыҡтар алдында баҙап ҡала торғандарҙан түгел. Ул – тир түгергә күнеккән булдыҡлы, ышаныслы һәм төптән уйлап эш итеүсе кеше.
Сер түгел, фермерлыҡ эшен, ғәҙәттә, тотош ғаилә алып бара. Шәмсетдиновтар ҙа донъя йөгөн бергәләп тарта. Улдары Азамат менән Артур – Рәсүл ағайҙың ышаныслы ярҙамсылары. Уларҙың икеһенең дә ауыл хужалығына бәйле булмаған һөнәре, эше бар. Ләкин кесе йәштән хеҙмәткә өйрәнеп үҫкән егеттәр – сәсеү һәм ураҡ осоронда әле лә баҫыуҙа, атайҙары янында. Хәҙер кейәүе Айрат та уларға ҡушылған. Ҡыҙы Зөлфиә атаһына бухгалтерияға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙамлаша. Ә тормош иптәше Зөлфирә Мәүлетйән ҡыҙы — барыһына һәр саҡ терәк һәм таяныс, ғаилә усағын һаҡлаусы уңған хужабикә лә.
Ҡасандыр алтынһыу туҡ башаҡтар тирбәлгән иген баҫыуҙары бөгөн бушап ҡалған. Ҡыш улар өҫтөнә ап-аҡ мамыҡ юрғанын яба. Яҙын иһә, игенсенең күңелен елкетеп, баҫыуҙарҙа йәнә тракторҙар геүләр, йәшел шытымдар баш күтәрер. Ер хужаһы, ғорур атлап, үҙ биләмәһен барлар...