Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәүге һынау һындырмаҫ
Тәүге һынау һындырмаҫ Әлеге уҡыу йылында БДИ-ға ҡағылышлы бер нисә яңылыҡ көтөлөүе хаҡында хәбәр иткәй­нек. Шуларҙың тәүгеһе 3 де­кабрҙә тормошҡа ашырылды – сығарылыш класс уҡыусылары дәүләт аттестацияһына инеү хоҡуғы алыу өсөн инша яҙҙы. Һынау башланыр алдынан Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында булып, йәштәрҙең хәлен белештек, директорҙың уҡытыу-тәрбиә мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Лилиә Бикбаеванан яңы сараның үҙенсәлектәренә, уға әҙерлек барышына бәйле бер нисә һорауға яуап алдыҡ.

XI класс уҡыусылары мәк­тәп­тә имтиханға етди әҙерлек алып барылғанын билдәләне. Инша­ны былтыр ҙа, ағымдағы уҡыу йы­лы башында ла яҙып ҡара­ған­дар. Урыҫ теле һәм әҙәбиә­тенән өҫтәмә дәрестәр ойош­то­ролған, йәштәрҙең ҡайһы берҙәре курс­тарға ла йөрөгән. Һәр хәлдә, уҡыусыларҙа ҡаушау, ҡурҡыу һи­ҙелмәне. Имтихан башла­ныу­ға 15 минут ҡалғанда темалар билдәле булып, һәр кем ижад эшенә тотондо.
Рәсми сайттарҙа иншаларҙың тема­тик йүнә­лештәре, эште баһа­лау критерийҙары хаҡында мәғлү­мәт алдан ҡуйылғайны, шулай уҡ ил төбәктәренә тәүге һынауҙы ойоштороу һәм үткәреү йәһәтенән методик бе­лешмәләр ебәрелде.
– БДИ-лағы был яңылыҡты хуплап ҡаршы алдыҡ, – тине гимназия директоры урынба­ҫа­ры Лилиә Бикбаева. – Ғөмүмән, уҡыусы инша яҙырға, фекерен матур итеп еткерә белергә өй­рәнергә тейеш. Йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә ылыҡтырыу, уларҙың грамоталылығын үҫтереү мө­һим. Илебеҙ Президенты Владимир Путин был йәһәттән педагогик йәмғиәт алдына аныҡ бурыс ҡуйҙы. Үҙебеҙгә килгәндә, гимназияла башҡорт, урыҫ телдәре­нән инша яҙыуға элек-электән ҙур әһәмиәт бирелә. Уҡыусыла­рыбыҙ эште уңышлы атҡарып сығыр, тип ышанабыҙ.
Тәүге һынау һындырмаҫЭште баһалауҙың биш критерийы бар. Текста һүҙҙәр күләме 250 – 300 булырға тейеш. Уҡыу­сылар ошо иншаның һөҙөмтә­лә­рен юғары уҡыу йортона ингәндә файҙалана ала. Шулай уҡ урыҫ теле буйынса төп имтиханға 10 балл өҫтәлеү мөмкинлеге бар. Һынау һөҙөмтәһе дүрт йыл һаҡлана, юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһы ағза­лары, Берҙәм дәүләт имтихандары порталына инеп, иншаны асып ҡарай ала. Йәғни абиту­риентҡа аҙаҡ эште яңынан баш­ҡарырға кәрәкмәй.
Иншаларҙы муниципаль эксперт комиссияһы тикшерә, һө­ҙөмтә 10 декабрҙә билдәле буласаҡ.


Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә